Муҡағәле Маҡатаев22.01.2016
(1931–1976)
Үҙенең шәхси һәм ижади тормошо, шиғырҙарындағы милли аһәңе, тематик диапазоны, моңлолоғо, әҫәрҙәренең йән әрнеткес социаль йүнәлеше, халыҡ, ил яҙмышы өсөн һыҙланыуҙары менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың рухи игеҙәге булған Муҡағәле Маҡатаев – бөгөнгө ҡаҙаҡ әҙәбиәте классигы дәрәжәһенә күтәрелгән әҙиптәрҙең береһе. Был ике ҡәрҙәш шағирҙы берләштергән йәнә бер йүнәлеш – үҙ милли шиғриәттәренең торошо, уның кимәле һәм киләсәге өсөн борсолоу, ғөмүмән, әҙәбиәттең тәғәйенләнеше тураһында тәрән уйланыу. Мәшһүр ҡаҙаҡ аҡынының ошо типтағы шиғырҙарынан бер шәлкемде гәзит уҡыусыларға тәҡдим итмәксемен. Ул күптәрҙе уйландырырлыҡ.


Шиғриәт

Шиғриәт!
Минең менән игеҙме һин?
Беләһеңме, һине ниңә эҙләнем мин?
Мин эҙләнем һине таңдар эңеренән,
Мин эҙләнем һине тауҙар үңеренән.
Эҙләнем һине осраған кешеләрҙән,
Баҡсаларҙан, яландарҙан, шишмәләрҙән,
Шәмдәлдәрҙән, уттарҙан, байраҡтарҙан,
Һине эҙләнем мин уҙған быуаттарҙан.
Эҙләнем һине дуҫтан да, дошмандан да,
Эҙләнем аҡһыл болоттан, йәшендән дә,
Һиндер, тинем, ҡойма ямғыр ишелгәндә,
Ете йәйғор төҫө күккә сәселгәндә,
Офоҡ менән офоҡ бергә ҡушылғанда.
Эҙләнем мөхәббәттән, һағыштарҙан,
Хыялымдан эҙләнем, әйҙәп торған.
Эҙләнем яңылышҡан мәлдәремдән,
Эҙләнем һине төңөлгән көндәремдән.
Һине эҙләнем мин күкрәү тауышынан,
Көндән, төндән, йәнә гөл тажынан;
Ҡыуаныстан, ҡайғырыу-көрһөнөүҙән,
Эҙләнем йөрәктәрҙең тибешенән.
Эҙләнем хис ағыуы – шараптан да,
Эҙләнем минуттарҙан, сәғәттән дә.
Һине эҙләнем.
Эҙләмәй сарам бармы?
Хоҙай беҙҙе игеҙ ҡылып яратҡанмы?

Мин шиғырҙы яҙмайым ирмәк өсөн

Мин шиғырҙы яҙмайым ирмәк өсөн,
Ирмәк өсөн, йә иһә үлмәү өсөн.
Йәшермәйем: йырҙы мин яҙһам яҙам
Яралы йөрәктәрҙе имләү өсөн
Ирмәк өсөн минең юҡ һис йырлайһым,
Ундай йырҙы илдә һуң кем тыңлаһын?
Үтһәм булды йөкмәп кешеләрҙең
Ҡыуанысын, шатлығын, моң вә аһын.
Ҡеүәт алып Абайҙың тел көсөнән,
Йыр яҙамын Абайҙың өлгөһөнән.
Абай булып табынһам бер кешегә,
Абай булып төңөләм бер кешенән.
Мин шиғырҙы яҙмайым ирмәк өсөн,
Тамаҡ аҫрап, көнөмдө күрмәк өсөн.
Яҙҙым, Абай яҡҡан нурҙы һүндермәйсә,
Йәштәргә фәһем, өлгө бирмәк өсөн.

Хәл һорама, йыр һора

Баш ҡатырып, нимәгә көн итәмен?
Барыһы үтә...
Туҡтаталмай уны һис кем.
Тереклектән айырылғыһыҙ йәшәйешем,
Уның менән бергә үҫәм, үҙгәрәмен.
Нимәгә баш ҡатырып көн итәмен?
Һин минән хәл һорама, йырҙы һора!
Ризамын мин ғүмеремә, тормошома.
Йырҙы һора!
Мин эйәреп китәм бер көн
Мәңге кире ҡайтмай торған йыл ҡошона.
Хыял осор аҡҡоштоң ҡанатында,
Күле менән хушлашыр сәғәтендә.
Хыял ҡалһын, вә ләкин йыр ҡалмаһын
Беҙҙең бынау ете ҡатлы ер өҫтөндә.
Баш ҡатырып нимәгә көн итәмен?
Барыһы үтер...
Туҡтаталмаҫ уны һис кем.
Ҡояш батмаҫ элек минең йырым батһа,
Ер йөҙөндә бер сәғәт тә ҡалмаҫ инем.

Мәүлит Ямалетдин тәржемәләре.


Вернуться назад