М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Йософ һәм Зөләйха” әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль премьераһы ҙур уңыш менән үтте. Авторы – драматург Юныс Сафиуллин, режиссеры – Олег Ханов. Был әҫәрҙе сәхнәләштереүҙең ауырлығын яҙып та, һөйләп тә аңлатыу еңел түгел. Авторы Юныс Сафиуллин уның жанрын “музыкаль риүәйәт” тип билдәләгән. Музыка, моң көслө, әлбиттә. Ул ваҡыты менән боронғоларҙың йөрәк һағышын, күңел тетрәнеүен, йәшәү рухын ғиззәтләүгә ярҙам итә. Уның хәҙерге башҡорт моңо менән аралашып китеүе – һоҡланғыс күренеш. Нәфислек Йософ һәм Зөләйханың мең-мең ауырлыҡтар аша килгән мөхәббәтен дә күркәмләй.
Йософ бик зирәк, нескә күңелле, хис-хыялға бай, өҫтәүенә иҫ китмәле, хатта илаһи дәрәжәлә гүзәл, һөйкөмлө була. Ағайҙары уны ҡойоға көнләшеүҙән төшөрөп ҡалдыра. Иманлыны Аллаһу Тәғәлә утта яндырмай, һыуға батырмай – ҡотҡара. Ир-егетлек ҡеүәтен 70 төрлө һөнәр күрһәтә, тиҙәр. Кешелеклелек сифаттарын ете йыл зинданда ултырғанда ла юғалтмай Йософ. Таш менән атҡанға аш менән атып яулай иманлы шәһәҙәтлелекте. Туғандарын ғәфү итә. Йософтағы кешелеклелек, намыҫлылыҡ һәммә иманлы заттарға өлгө булып торорлоҡ. Уға булған ҡайнар мөхәббәте Зөләйханың йәнен, ҡанын ҡайната, йөрәген ҡаҡшата. Мөхәббәттең илаһилығы ҡатындың керпектәренә гәүһәр йәш булып эленә.
Әҫәрҙе сәхнәләштергән режиссер Олег Ханов: “Битараф кешеләр генә был әҫәрҙә бер нәмә лә күрә алмаҫ”, – ти. Сәхнәгә 30-ҙан ашыу кеше сыға. Спектакль өсөн махсус 12 йыр яҙылған. Музыка авторы – Урал Иҙелбаев, ҡуйыусы-рәссам – Альберт Нестеров, хореография һәм пластика өсөн яуаплы – Сулпан Асҡарова. Проект Башҡортостан Башлығының ике миллион һумлыҡ грантын яулаған. Иҫ киткес ауырлыҡтар, ҡапма-ҡаршылыҡ, күп ғазаптар аша тантана итә Йософ менән Зөләйханың иманлы, күркәм, ғәзиз мөхәббәте. Ғөмүмән, уны сәхнәлә күрһәтеп бөтөрөү мөмкин түгел. Ә бына автор, сәнғәт ҡушҡанса, уларҙы ҡауыштырыу яйын таба. Был ваҡытта зал иркен тын алып ҡуя, шатланып ҡул саба.
Баш режиссер Олег Хановҡа ҡарата бик күп йылы һүҙҙәр әйтке килә. Сәнғәттең алтын донъяһына йөрәк дәрте, күңел дарманы менән аяҡ баҫты ул. Беҙҙең шарттарҙа “Йософ һәм Зөләйха”ны ҡуйыу – үҙе генә лә илаһи мөғжизә! М. Горький: “Сәхнә әҫәренең иң ғәҙел тәнҡитсеһе – тамашасы”, – тигән. Шуның дөрөҫлөгөнә, спектаклде ҡарағас, йәнә бер инандыҡ. Яратты тамашасы әҫәрҙе. Аяғөҫтө баҫып ҡул сабыу, йөрәк алҡышы даими күҙәтелеп торҙо.
Премьеранан һуң Олег Ханов менән һөйләшеп алдыҡ.
– Олег Закир улы, “Ҡиссаи Йософ” – бик боронғо әҫәр. Ни өсөн һеҙ драматург Юныс Сафиуллин яҙған музыкаль риүәйәтте сәхнәләштерҙегеҙ, әҫәр ҡайһы яғы менән ҡыҙыҡһындырҙы? – тип һораным.
Ул бер генә һүҙ менән яуап бирҙе:
– Кешелеклелек!
Беҙ фекер алышыуҙы йыраҡ тарихтан башланыҡ. Баш-Ата Әҙәмдән, Баш-Әсә Һауанан. Унан “Ҡиссаи Йософ”ҡа килеп еттек. Яҡуп пәйғәмбәр һәм уның улы Йософ кешелек сифаттарын бик ауыр шарттарҙа һаҡлай. Йософ менән Зөләйханың күңел, йөрәк, йән, ҡан мөхәббәте лә кешелеклелек гәүһәре нигеҙендә нығый. Аллаһу Тәғәлә Әҙәм балаларына иманды йөрәк ҡанындағы шәфәғәтлелеген ярып биргән. Был ҡан атайҙар йөрәгенә йәшәү хозуры булып күсә. Атай йөрәгендәге иманлы ҡан бала йөрәген шифалай. Йософ йөрәгендәге кешелеклелек ҡаны – атаһы Яҡуптан килгән бәндәселек иманы. Аҡыллы, аңлы, намыҫлы, әҙәпле, тәртипле кинйә улы Йософто юғалтҡас, ҡайғынан күҙҙәре һуҡырая Яҡуп пәйғәмбәрҙең. Ҡайғыһын алһыу таңдарға, көндөҙгө ҡайнар ҡояшҡа, киске шәфәҡ нурына, төнгө йондоҙҙарға һөйләй ғәзиз атай.
Көндәрҙән бер көндө иртәнге сабах еле пәйғәмбәр Яҡупҡа улы Йософтоң донъяла барлығы, кешелекле, кеселекле булыуы, бәндәселеккә илаһи ғиззәтлек менән хеҙмәт итеүе тураһындағы изге хәбәрҙе алып килә. Ел Яҡуп пәйғәмбәрҙең сәстәрен наҙлай, арҡаһынан һөйә, йөрәгенә үтеп керә, күңелен күтәрә. Тәңре рухы менән иҫкән ел пәйғәмбәрҙең күҙҙәрен аса.
“Кеше – Ер һәм Күк мөхәббәте емеше”, – тип тә әйтәбеҙ. Шуға күрәлер, бәлки, поэмала кешелеклелек мәсьәләһе йыһандан килгән ауаздар, бөтә донъя, тәбиғәт һулышы тәғлимәте менән хуш ителә. Аҡ менән ҡара көстәрҙең киҫкен көрәше осоронда йәшәйбеҙ. Нисек кенә булмаһын, Ер шарында кешелеклелек, дөйөм кешелеклелек өсөн алыш бара. Иманым камил, аҡлыҡ еңәсәк! Атом бомбалары, магнаттар еңеләсәк. Бирһен Хоҙай! Әйткәнем фәрештәнең “амин” тигән сағына тура килһен!
Шөкөр, иман ҡайта. Әҫәрҙе сәхнәләштергәндә ошо етди илаһилыҡтарҙы ла күҙ уңында тотҡан режиссер. Кешелеклелек еңә, кешелекһеҙлек үлә. Тарих шаһит: гонаһһыҙ ил дан тота, гонаһлы илде Ер йота. Уның шулай икәнлеген Помпей трагедияһы ла иҫбат итте.
Ҡайтырға күмәкләшеп сыҡтыҡ. Һәр кем, премьераны маҡтап, йылы һүҙ әйтергә тырыша. Кемдер: “Мөғжизә был!” – тип ҡуйҙы. “Мөғжизә итеп һөйләрлек был ҡәҙәр ҙә шәп спектакль ҡараған юҡ ине”, – тине икенсеһе. Мин үҙем дә шундай фекерҙә. Режиссерҙың алыҫ үткәндәге иманлы хәлдәрҙе бөгөнгө менән бәйләп биреү оҫталығын айырыуса ныҡ оҡшатҡан тамашасы. Олег Хановтың сәхнә сәнғәтенә йөрәк, күңел, хис-тойғо менән генә түгел, аң, аҡыл, намыҫ, айбарлыҡ, ысын сафлыҡ тәғлимәте юғарылығында ҡарағанлығы һиҙелә. Сәхнә биҙәлеше хайран ҡалдыра. Кейемдәр төрлөлөгөндә – йәшәү сәғәҙәте. Сәхнәне “Тәрбиә түре” тип тә әйтергә мөмкиндер. Хеҙмәт тәрбиәһе, патриотик тәрбиә, эстетик тәрбиә, һүҙ тәрбиәһе, педагогик тәрбиә, дини тәрбиә синтезы ла һиҙелә был спектаклдә.
Һуңғы ваҡытта “халыҡ уҡымай”, “халыҡ театрға бармай” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетә башланыҡ. Уҡый халыҡ. Кирбес ҡалынлығы китап бирһәң дә уҡый. Тик ул уҡырҙай булһын. Бара халыҡ театрға. Мәгәр уға яратып ҡарарҙай спектакль булһын. Кешеләрҙең эстетик зауығы, фекер йөрөтөү офоҡтары һаман үҫә, киңәйә бара бит. Уға мәғәнәле китап, фәһемле сәхнә кәрәк. “Йософ һәм Зөләйха”ны ҡарарға мең йөрәк ашҡынып тора.