Хоҙай бүләгеБына тағы Уралыбыҙ күген
Мөғжизәле бер төн ҡапланы:
Көмөш тәңкәләрҙән йондоҙ теҙгәс,
Етегәнде — башҡорт ҡыҙҙарының
Һылыулығы итеп алҡаны
Тағып ҡуйҙы: күктең уртаһында
Ай балҡыны — Ер-күк ҡалҡаны…
Ишетелде шишмә сылтырауы,
Тамырҙары ҡаяларҙы ярған
Ҡарағайҙың ҡыңғыр шыңлауы.
Шул саҡ һыуҙа сабаҡ супылдап,
Таңды көтмәй бер ҡош һайраны…
Был донъяның ошо мөғжизәһе
Уйҙарыма уйҙар ялғаны.
Мәл еткәнен Тәңре аңланы:
Көнсығыштан Ҡояш ҡараны —
Кешелектең йәшәү Аллаһы!..
Егет булып алға атланым,
Донъя йөгөн елгә таратып…
Урал төнө, гүйә, башҡорт балы
Тән-йәнемде нурлай таралып,
Килә Ергә яңы таң атып…
Мөғжизәле төйәк — Уралым!
Ер өҫтөндә мең йыл йәшәһәм дә,
Һине ҙурлап, йырлап туймамын!
Һылыу Айың, йондоҙҙарың…
Һин – бүләге беҙгә Хоҙайҙың!
Һүнмәҫ йондоҙҙар Рәшит Назаровҡа. Тәңре һиңә — күкрәгеңә
Өргән илаһи тынын.
Йондоҙҙар итеп теҙергә
Һәр яҙған шиғыр юлың.
Йәшен балҡышын күргәндер
Тыуасаҡ йылдар аша,
Сөнки даһилыҡ балҡышы
Быуаттарға тоташа.
* * *
Ғүмәр Хәйәм һәм Рәми Ғарипов рухына арналған шиғырҙарҙан.
Ғүмәр Хәйәмдең шиғырҙар китабын Мәскәүҙә (1959 — 1962) бик күп йылдар элек һалдат хеҙмәтендә саҡта һатып алғайным. Рәми Ғарипов тәржемәһендә уҡығас, улар рухына арнап байтаҡ ҡына дүрт юллыҡтар ижад иттем.
* * *
Мең йыл үткәс, тупрағымдан
тағы тороп,
Ышанамын үлән
булып ҡалҡырыма.
Ышанабыҙ аңды арбар
уйҙарыңа —
Хис һәм аҡыл көсө —
робағиҙарыңа.
Тағы мең йыл үткәс,
илдәр-телдәр яулап,
Рухи байлыҡ булып мәңге
ҡалырыңа.
* * *
Һинең юлдан, быуаттарҙы уҙып,
мин эйәрәм,
Таң ҡалдырған тормош аҡылыңа
башты эйәм.
Булыр, бәлки, яҙған — хәрәм,
ваҡыт, ғүмер — әрәм…
Даһи ҡабатланмай: кисер, зинһар,
Ғүмәр Хәйәм.
* * *
Һалмаҡ булып уй-хыялдан
каруанһарай,
Көндө — төнгә, төндө
көнгә ялғай-ялғай,
Ултырамын үҙ-үҙемде аҡлай
алмай,
Фәлсәфәмде һиндәй оҫта
ялғай алмай.
* * *
Һин шарапты данлағанһың,
Алтын һүҙгә булғас оҫта.
Өйрәнәмен: кеше ҡапмаҫ
Бешермәҫкә һүҙҙән бутҡа.
* * *
Һин шарапты данлағанһың,
Ижадыңда ләззәтләнеп.
Һинекендәй йырҙар тыуһа,
Йотор инем рәхәтләнеп.
Атлы башҡорт Арымаған әле арғымағым,
Хыял-маҡсат — алға юл ярыу.
Юҡ, ярамай беҙгә офоҡтарҙың
Алланғанын күрмәй юғалыу.
Ейәндәрем — татлы еләктәрем,
Сәскәләргә яңы тумалған.
Уларҙы ла алып сыҡҡым килә
Ил өҫтөнә ятҡан томандан.
Етеҙ елер улар толпарҙары,
Ҡитғаларҙан осор ҡитғаға.
Тик нишләрҙәр йөрәк-күңелдәргә
Ҡанат ҡуйыр толпар туҡтаһа?..
Күпме халыҡ килер быуындарға
Һаҡлап ҡалған ерен, лөғәтен.
Техник үҫеш ҡорос тояҡ менән
Тапамаҫмы йылдар милләтен?..
Халыҡ бит ул түгел тауар-хаҡтар,
Һәр милләттең бар үҙ баһаһы.
Улар ҡиммәттәрен һаҡлар-яҡлар
Тел-лөғәтле ата балаһы.
Ер шарыбыҙ дөйөм булғанда ла,
Булмай милләт, телгә дөйөмлөк.
Һәр милләттең була бейеклеге,
Һәр милләттә йәшәй бөйөклөк!
Тәбиғәткә баҡһаң, иҫең китер:
Ҡош-ҡорт, йәнлек — күпме тереклек!
Ә милләттәр — биҙәктәргә биҙәк,
Тел, өн, ауаз — затлы төрлөлөк…
Арғымағым — йән толпарым, йырым,
Юҡ, ярамай беҙгә арырға!
Атлы башҡорт, аҡыл атын менеп,
Бер йән булып тейеш сабырға!
Һандуғас моңо Һандуғасты ябып ситлеккә,
Дусар иткән кемдер этлеккә.
Һандуғасты бикләү — йүләрлек,
Ситлектәр юҡ моңдо бикләрлек.
Күңел күҙҙәре
“Маңлай күҙе — ботаҡ тишеге”, —
тип
Халыҡ әйткән уҫал һүҙҙәрҙе.
Хәҡиҡәте — хаҡлыҡ: кеше һуҡыр,
Булмай икән күңел күҙҙәре.
Күңел күҙҙәрендә, әйтерһең дә,
Һутлы ерҙә үҫә гөл-сәскә.
Уның менән күргән-ҡарағандар
Башҡа күңелдәргә нур сәсә.
Күңел күҙҙәре бит, гүйә, диңгеҙ,
Ер байлығы — алтын-көмөшлө.
Киң күңеллек — бәхетеңә киңлек:
Башҡалар ҙа, һин дә өлөшлө.
Мөхәббәттең ысын асылы ла
Ҡатын-ҡыҙҙы, егет-ирҙәрҙе
Бер йән итә.
Илде,
Ерҙе һаҡлай
Әҙәмдәрҙең күңел күҙҙәре!
* * *
Бер көнлөк икмәк
Тәмле ашарға.
Күп йыллыҡ шарап
Татлы башларға.
Дуҫлыҡ та ҡай саҡ
Кешегә ҡарап:
Бер көнлөк икмәк,
Күп йыллыҡ шарап.
* * *
Кесерткәндең сағыр япрағы бар,
Раузаларҙың сәнсер энәһе.
Умырзая, һине яҡлаусың юҡ…
Нишләйһең бит, ерҙә яҙмыш ҡоло
Гүзәллек һәм сафлыҡ эйәһе.
* * *
Булһа алдан күрер күҙлегем,
Бар нәмәне аңлар һүҙлегем:
Сәфәр сығып, хатта бер үҙем
Урап ҡайтыр инем Ер йөҙөн…
Хыялы ҙур, беләм, күңелдең,
Ә шулай ҙа мин бит күп күрҙем —
Ғәжәп ерҙә ғүмер кисерҙем:
Башҡортостан, һин бит, һин үҙең, —
Ҡышың, яҙың, йәйең һәм көҙөң, —
Алмаштырыр бер ил Ер йөҙөн!
Башҡортостан — күңел түрендә
Ер йөҙөнөң бөтә төҫөндә!