Өфө рәссамы Светлана Мөхәмәтгәрәеваның эштәре Францияла Рус мәҙәниәте аҙналығы уңайынан Кастельно-ле-Лез ҡалаһында үткәрелгән күргәҙмәгә ҡуйылған.
Сит илдең һынлы сәнғәт һөйөүселәренә экспозиция үҙәгендә бер нисә ватандашыбыҙҙың ижады менән танышырға мөмкин. Картиналар, иконалар, һүрәттәр һәм фоторәсемдәр араһында Светлана Мөхәмәтгәрәеваның Монпелье ҡалаһындағы шәхси коллекцияла һаҡланған 12 эше лә урын алған.
Светлана Мөхәмәтгәрәева (Әбдүшева) – рәссам, график, сценограф, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы режиссеры. Баш ҡалала тыуып үҫкән, Өфө сәнғәт училищеһын, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған. 1991 йылдан бирле республика, ил һәм донъя әһәмиәтендәге проекттарҙа ҡатнаша.
Рәссамдың айырым күргәҙмәләре Францияла 2011 – 2013 йылдарҙа ойошторолғайны. Эштәре әле үҙебеҙҙең илдә лә, Франция, Италия, Австрия, Германия һәм Төркиәләге шәхси коллекцияларҙа ла һаҡлана. Сценограф булараҡ Светлана Мөхәмәтгәрәева “Президент шыршыһы”н, асыҡ һауалағы “Симфония төнө” концертын, “Ал сәскә” мюзиклын һәм башҡа байтаҡ сағыу мәҙәни сараларҙы биҙәне.