Шағирә саҡырған сафлыҡ донъяһы19.01.2016
Шағирә саҡырған  сафлыҡ донъяһы Балалар шағирәһе Фәүзиә Рәхимғолова донъяны, кешеләрҙе яратып, ҡыуанып йәшәне. Ер-һыуыбыҙға, тәбиғәткә булған мөхәббәте шиғырҙарында асыҡ сағылыш алды. Улай ғына ла түгел, хатта өйөнөң стеналарын тотош тәбиғәт күренеше менән биҙәгәйне апай. Урман-тауҙар, йылға – бына шул мөхиттән айырылманы. Үҙенә лә балаларса һоҡланыу хас ине. Ошо сафлыҡ һәм тәбиғилек һалынған да инде шиғриәтенә. Донъяны яратырға өйрәткән ижады күп йәш быуынды тәрбиәләр әле.

Китаптары ғүмерле, сөнки ижад емештәрен бөгөн дә уҡый­ҙар, яттан һөйләйҙәр. Шиғыр­ҙары йырлап тора, ятлауы шул тиклем еңел һәм аңла­йышлы, шуға ла балалар ярата, уларҙы тыңлап, йәше-ҡарты ла берҙәй кинәнес ала. Фәүзиә Рәхим­ғолова ижады йәш быуынға матурлыҡ донъяһына яҡыныраҡ килергә ярҙам итә, уларҙы рухландыра. Был матур йола юҡҡа сыҡмаған.
Күптән түгел Стәрлетамаҡ ҡа­ла­һы­ның Ж. Кейекбаев исе­мендәге 3-сө лицей-интернатында үткән хәтер кисәһе ошоно тағы ла бер тапҡыр раҫланы. Ишембай районының Йәны­рыҫ ауылында тыуып үҫкән Фәүзиә апай кескәй ватаны менән һәр саҡ ғорурланды. Етем ҡалып, ауырлыҡта үҫһә лә, зар тауышын берәүгә лә ишет­тергәне булманы. Киреһенсә, үҙенең йәшәү рәүеше, сабыр аҡылы менән күптәргә үрнәк ине. Яҡ­таштары ла онотмай, Фәүзиә Рәхимғолованың иҫтәлеген мәң­геләштереү өсөн көс һа­лыусылар барлығы ҡыуандыра. Йәнырыҫ ауылында үткән хәтер кисәһе онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Өфөнән Фәүзиә апайҙың ҡыҙы Лилиә Яхина килде, әсәһенең китаптарын талантлы балаларға бүләк итте. Яҙыусылар Әнисә Таһирова, Ирек Кинйәбулатов, Таңһылыу Ҡарамы­шева, Хисмәт Юлдашев, Стәр­ле­тамаҡтан Рита Фәт­ҡуллина, Рима Ғәлимова, йырсы Рәүилә Мәсәли­мованың сығыш­тары ла тамашасы кү­ңелендә оҙаҡ һаҡланыр. Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларының йәш артистары, Йәнырыҫ мәктәбе уҡыусы­лары ҙур дәрт менән ҡатнашып биҙәне был байрамды. Айырыуса Фәүзиә Рәхимғолованың йәш сағын, туған­дарҙың үҙ-ара йылы мөнәсәбәтен сәхнәләштереүҙәре яҡты тойғо ҡалдырҙы.
“Әсәйемдең иҫ киткес матур образын тыуҙырҙығыҙ. Мин ышанып ултырҙым, ғәзиземде күргәндәй булдым”, – тине тулҡынланыуын йәшерә алмаған Лилиә. Оло шағирәнең һең­леһе Иҡлимә әбейҙең хәтирәләрен йотлоғоп тыңланыҡ. “Фәүзиә апай ҡартатаһы Ғиниәт бабай менән бәләкәй генә өйҙә йәшәнеләр, өлә­сәйем менән йыш ҡына уларға бара торғайныҡ. Етенсе класты бөтөргәс, апайымды Стәрлегә алып киттеләр, шунда уҡыны. Һуғыш ваҡытында Өфөлә ине инде, оҙаҡ ҡына ҡайта алманы, шуға әсәйем бик ҡайғыра торғайны. Бер ҡайтҡанында уҡып та, эшләп тә йөрөгәнен әйтте. Беҙгә әкиәт китабы, төҫлө ҡәләмдәр, төрлө күс­тәнәс тейәп ҡайта ине. Шул тиклем туғандарын ҡыуандыра белде. Шул ҡәҙәре һағынып ҡайтты, балалар өсөн үлә яҙып торҙо…”
Йәнырыҫ ауылының мәҙәниәт йорто директоры Сабира Ғай­синаның, кисәне әҙерләп алып барған Айгөл Яппаро­ваның фиҙакәр хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте саҡырылған ҡунаҡтар. Сабира Ғайсина үҙе лә бала саҡтан шиғриәткә ғашиҡ. “Бәләкәй саҡта атайым Фәүзиә апайҙы беҙгә үрнәк итеп һөйләй торғайны. Тик шағирә апа­йыбыҙ менән һуң ғына осра­шырға тура килде, “Хәйретдин ҡыҙы бит”, тип яратып арҡамдан һөйгәйне…” – тине ул.
Таңһылыу Ҡарамышева ла етмешенсе йылдарҙа Фәүзиә Рәхимғолова менән бер редакцияла эшләгән. Ул замандашы хаҡында бына нимә тине: “Йом­шаҡ ҡына атлап, ипле генә һөй­ләшкән тотанаҡлы, мәҙә­ниәтле апай мөләйем күңеле менән иң яратҡан кешемә әйләнде, әсәй һымаҡ булды. Бик тә ғәҙел, тоғро шәхес ине ул, номенклатураға яраҡлашып йәшә­мәне… Уны яратмау мөмкин түгел, онотоу ҙа”.
Яҡты кеше, талантлы шағирә Фәү­зиә Рәхимғолова һәр китап, баҫылған әҙәби әҫәрҙәр менән танышып барҙы. Уның менән осрашҡанда әҙәбиәт тураһында оҙаҡ итеп һөйләшеп ул­тыр­ған мәлдәр булды. Сәйәхәт итергә лә ваҡыт тапты. Ер-һыу күреүе илһа­мының бер ҡанаты ине. Тыштан ипле, баҫалҡы апай һәр саҡ ҡанат­ланып йәшәне, сөнки халҡына булған ҡайнар һөйөүе юғары ла, маҡсатлы ла итте.
— Фәүзиә апай, ауырый башлағас: “Мин Хоҙайҙан бер йыл ғүмер һора­йым, уның һәр минутының ҡәҙерен белер инем”, – тине. Ысынлап та, Хоҙай шағирәгә бер йыл ғүмер бирҙе. Шул ваҡыт эсендә ул бер китаплыҡ шиғыр яҙҙы, — тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Тамара Искәндәриә. Ул шулай уҡ Ф. Рәхимғоловаға арналған хәтирәләр китабын нәшерләү кәрәк­леген белдерҙе.
Оло шәхесебеҙ, талантлы ша­ғирә тураһында китап сыға­рыу, ысынлап та, өлгөрөп еткән мәсьәлә. Быйыл йәмәғәтселек Фәүзиә Рәхимғолованың юбилейын билдәләйәсәк. Үҙенсә­лекле шәхес, оло әҙибә тура­һында хәтирәләр менән уртаҡ­лашыусылар күп булыр, тигән өмөттәмен. Фәүзиә Рәхимғо­лованың тормош, ижад юлы, эшмә­кәрлеге һоҡланырлыҡ та, уйланырлыҡ та – яҡты күңел, хикмәт-зирәклектең камил бер өлгөһө ул беҙҙең өсөн. Әҙәбиәт шағирә өсөн иң изге төшөнсә булды, ҡәләмдәштәрен дә шулай йәшәргә саҡырҙы. Ижа­дындағы ошо ихласлыҡ, хистәр сафлығы беҙҙе лә алға әйҙәр аҡ юл булып кәүҙәләнә.

Яуҙы ергә ләйсән ямғыры,
Бөрө булып тормош яралды.
Шул сафлыҡты бөрккән күңелең
Беҙҙең өсөн һәр саҡ яҙ булды.
Эскерһеҙлек һәм иман аша
Бирә белдең беҙгә рухи көс.
Ҡаты һынауҙар үткән саҡта
Сабырлығың ине иҫ киткес.
Һөйөү менән баҡтың кешегә
Һәм һоҡландың һәр бер көнөңә.
Ә беҙ гел-гел һоҡландыҡ һинең
Сабыйҙарса ихласлығыңа.
Тауышыңдан тик моң ағыла,
Ҡолаҡтарға шундай яғыла.
Юҡ, үҙең бит тотош моң ғына...
Рәхәт ине һинең яныңда.
Йән һулышыңды бөркөп, ярһып,
Эй, уйнаның мандолинаңда,
Ҡушылып та һайраны былбыл,
Талпынып һайраны һәр таңда.
Илһам ҡошоң тынманы, апай –
Һәр саҡ ҡәләм ине ҡулыңда,
Ә бер бит ҡағыҙ – ап-аҡ донъяң...
Рәхәт ине һинең яныңда.






Вернуться назад