Йырҙың булмай һуңлағаны12.01.2016
Йырҙың булмай һуңлағаны Ҡулымда — бик үҙенсәлекле китап. “Йырҙың булмай һуңлағаны” тип атала ул. Йыйынтыҡҡа Башҡортос­тандың халыҡ шағиры Назар Нәжмигә арналған башҡорт, татар, урыҫ телдәрендәге шиғырҙар, поэмалар тупланған.

Бағышлауҙар Сәйфи Ҡудаштың шиғыры менән башлана. Авторҙар араһында кемдәр генә юҡ: Мостай Кәрим, Хәсән Туфан, Рауил Бикбаев, Әнғәм Атнабаев, Марат Кәримов, Александр Филиппов, Илдар Юзеев, Ҡәҙим Аралбаев, Ирек Кинйәбулатов, Хәсән Назар, Рәдиф Ғаташ, Факиһа Туғыҙ­баева, Абдул­хаҡ Игебаев, Роберт Миңнуллин, Мөҙәрис Әғләмов – барлығы йөҙгә яҡын шағир. Бер кешегә күпме шағир мәҙхиә йырлаған! Юҡ, мәҙхиә генә түгел уларҙа, ә бағышлауҙар аша шағирҙың төп асылы, күңеле, хатта киң уҡыусыға билдәле булмаған яҡтары ла асыла. Шуға ла был китап бик үҙенсәлекле һәм ҡәҙерле.
Бына, мәҫәлән, Башҡортостан­дың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың “Йылайыр хәтирәһе” тигән шиғыры. Унда Назар Нәж­миҙең һатып алынмай, кәштәлә туҙан йыйып ятҡан “Тамсылар“ китабы тураһында һүҙ бара. Шағир был хәлгә бик ғәрләнә һәм бына нисек һүрәтләй:
Оят! – тип бышылдай автор, –
Нисәмә йыл туҙан йыйған!
Ғәрлеге ни тора бит әй!
Популярлыҡ — эт ялғаны!..
Ошо шиғыры менән Ҡ. Аралбаев Назар Нәжмиҙең нескә күңелле, ихлас шағир булыуын, бәләкәй генә етеш­һеҙлекте лә йөрәге аша үткәреп йә­шәүен һүрәтләй. Назар ағай Йыла­йырҙағы ошо ваҡиғанан һуң Өфөгә ҡайтып еткәнсе тәрән уйҙарҙа була. Ниҙәр уйланы икән шағир...
Шағир булмышы, уның ижади бөйөклөгө, ҡабатланмаҫлығы ха­ҡында һүҙ әйтеүселәр күп булды. Әле лә яҙалар. Киләсәктә лә булыр, сөнки Назар Нәжми тигән шағирҙың асылын асып бөтөрөрлөк түгел. Ул — үҙе бер донъя. Ә донъяны кем яратмай?!
Китаптың үҙенсәлеге тағы ла шунда: бында дүрт быуын шағир­ҙары ижады ингән. Сәйфи Ҡудаш, Xәсән Туфандар быуыны, Рауил Бикбаев, Xәсән Назарҙар тулҡыны, уларҙы Зөһрә Ҡотло­гилдина, Мөхәммәт Закиров дауам иткән, ә инде иң һөйөнөслөһө — дүртенсе быуын. Улар — мәктәп уҡыу­сылары.
Китапты туплаған Фәниә Ғә­биҙул­лина ҙур эш башҡарған. Йыйынтыҡ — дүртөйлөләр өсөн генә түгел, шиғриәт һөйөүсенең һәр ҡайһыһына бик матур бүләк. Өҫтәүенә тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларына бик кәрәкле ҡулланма ла. Ҡәләмдәшемдең зи­рәклегенә, яҡташтары тураһында хәстәрлек күреүенә һоҡланам. Ҡайһы шағирға бар әле шундай бағышлауҙар йыйынтығы?! Мин хәтерләмәйем, шуға күрә Фәниә Ғәбиҙуллинаның был оло хеҙмәтенең лайыҡлы баһаланыуын теләйем.
Дүртөйлөлә Назар Нәжми исе­мендәге премия бар. “Йырҙың булмай һуңлағаны” китабы ошо бүләккә лайыҡ, тип уйлайым. Назар ағай был йыйын­тыҡты күрһә, эй шатланыр ине!

Зөфәр ВӘЛИТ,
Башҡортостандың атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре.



Вернуться назад