Күренекле яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатованың М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үткән ижад кисәһе хаҡында күп яҙҙылар. Минең дә үҙ кисерештәрем менән уртаҡлашҡым килде. ...Тамашаның сәбәпсеһе – Фәрзәнә Аҡбулатова. Исеменә – есеме тигәндәй, милли башҡорт кейемендә, ҡашмауҙа сәхнә уртаһына килеп баҫты. Үҙенә генә хас булған эскерһеҙ ябай тауыш менән бер-ике һүҙ әйтте. Ә беҙ, тамашасылар, Фәрзәнә Аҡбулатованың ижадына инеп сумдыҡ… Эй, рәхәт, шундай рәхәт ине унда йөҙөүе! Диңгеҙҙең һыуы шундай йылы, нурлы ине, күңелдәр рәхәтләнде. Сеү, туҡта, ни өсөн әле кемдер берәү сеңләп илағандай... Ян-яғыма ҡаранам.
Баҡһаң, янымда ултырыусылар мыш-мыш килеп, күҙ йәштәрен һөртә. Ҡатмарлы драма спектаклен ҡарап ултырмайбыҙ бит, әммә хис-тойғоно бәйҙә тотоп буламы ни? Ә театр артистары яҙыусының шиғырҙарын, хикәйәләрен, повестағы өҙөктәрҙе һөйләй. Баҡтиһәң, шиғырҙарҙан, бер бәләкәй генә хикәйәнән дә тотош спектакль яһап була икән! Залдағы тамашасы, яҙыусының китабын ҡулына тотоп, уҡып ултырғандай булды.
”Атай икмәге” хикәйәһе тамашасыға шундай көслө тәьҫир итте. Уны актриса Рәзифә Динәхмәтова бик оҫта уҡыны. Был әҫәр – Фәрзәнә Аҡбулатованың тәүге хикәйәһе һәм әҙибә уның өсөн Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булғайны. Әҙәбиәт донъяһына яңы аяҡ баҫҡан йәш кешегә был бик юғары баһа ине, әлбиттә. Фәрзәнә уға тулыһынса лайыҡ икәнлеген бөгөн йәнә бер тапҡыр раҫланы.
Артабан сәхнәлә шағирәнең байтаҡ шиғырҙары, хикәйәләре тасуири һөйләнде, йырҙары яңғыраны. Фәнис Рәхмәтов, Салауат Юлдашбаев, Илнур Сәлимгәрәев, Нәғим Нурғәлин, Илгиз Таһиров, Гөлбинә Сафуанова һәм башҡалар яҙыусының әҫәрҙәрен тасуири һөйләне. Театрҙың абруйлы артистары Вәкилә Ҡалмантаева ”Яҙылып бөтмәгән китап” исемле романдан өҙөктө, Рәмилә Сәлимгәрәева ”Ергә төштө томан” исемле хикәйәһен тылсымлы тасуир итте. Фәрзәнә Аҡбулатованың залда яңғыраған һәр әҫәре йөрәккә үтеп инде, сөнки уның һәр һөйләме, һүҙе ихлас, үҙе кеүек эскерһеҙ, ябай. Ә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары шағирәнең ”Уның исеме – мөхәббәт” повесынан өҙөк уҡып ишеттерҙе.
Ишморат Илбәков ҡурайҙа ”Ҡаҙаҡ көйө”н уйнағанда уның таһыллығын, үҙ һөнәренең ысын маһиры икәнен тағы бер тапҡыр күреп ҡыуандыҡ. Әҙибәне ҡотларға тип Хәйбулла районынан да килгәйнеләр. Илүзә Илембәтованың ”Тамсыҡай” исемле әкиәте, Гөлфиә Хәләфетдинованың ҡобайыры — ялан яғы халҡынан, Рөстәм Бәйембәтовтың ”Тыуған ауылым” йыры йәмле Һаҡмар буйҙарынан сәләм булып яңғыраны.
Фәрзәнә Аҡбулатованың исеме – халҡым тип янып йөрөгән күренекле шәхестәребеҙ араһында. Йөрәгенә уйылып яҙылған һүҙҙәрҙе, халҡына булған һөйөүен, уның яҙмышы өсөн борсолоуын ташҡа баҫып ҡалдырыусыларҙың береһе ул. Һәр әҫәрендә башҡорт халҡының яҙмышы өсөн яныу ята. “Беҙҙең рухи ҡиблабыҙ бар, беҙ аҙашмабыҙ!” – тигән юлдар ғына ла ни тора! Эйе, Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы хаҡлы. Беҙ ҙә, уның фекерҙәштәре, замандаштары әҙибәнең һүҙҙәренә ҡушылабыҙ. Беҙҙең рухи ҡиблабыҙ бар! Тыуған илебеҙ, тыуған еребеҙ, туған халҡыбыҙ барҙа аҙашмабыҙ.