Усаҡтарҙың йылыһы ла, төтөнө лә – үҙебеҙҙеке30.12.2015
Шәхсән минең өсөн ҡәҙимге йыл булды тип әйтә алмайым. Әҙәбиәткә бағышланыуы ҡыҙыҡлы сәфәрҙәр, балҡышлы танышлыҡтар, фекерле аралашыуҙар вәғәҙә итер тигән өмөт бөрөләнеп ҡуйғайны йыл башында уҡ. Һәм, ысынлап та, баш ҡалала һирәгерәк йөрөлдө, ахыры, республика төбәктәрендә генә түгел, сит өлкәләрҙә лә милләттәштәребеҙ менән күрешеү бәхете йыш тейҙе. Бәхете, тим, сөнки, ысынлап та, рухыңа тап килгән фекерҙәштәр менән аралашып йәшәү – үҙе ҙур табыш.

Төбәктәрҙә зарланыу ҙа, үҙебеҙҙән үҙебеҙ ҡәнәғәт булмау кеүек тойғо кисереүселәр ҙә юҡ түгел. Шулай ҙа барыбер ниндәй генә ауыр хәлдәрҙә лә халҡыбыҙҙың рухиәткә һыйыныуы уның асылы хаҡында ғына һөйләп ҡалмай, ә һәр дәүерҙең рухи ихтыяжымы әллә? Шулайҙыр.
Зарланыу тигәндән, күптәр “үҙебеҙ­ҙекеләр тартмай” тип йыш ҡабатларға ярата. Улай түгеллеген иҫбатларға тырышып ҡарайым. Уның өсөн ни бары математиканы белеү ҙә етә. Иҫәпләп ҡарағыҙ әле, таныштарығыҙ араһында башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, мариҙар, немецтар һәм башҡа милләттәр нисә процент тәшкил итә? Тәшкил итә, тип һөйләгәндәрен яратмаһам да, был осраҡта шулай тип яҙмай булмай. Иманым камил: башҡорт милләтле кешенең иң күп аралашҡан даирәһе лә – баш­ҡорттар. Беҙгә бер кеше насар һүҙ әйтһә, яманлыҡ ҡылһа, шуны ғына яҡшы хәтер­ләйбеҙ, ахыры. Ә башҡорттарҙан күргән изгелекте иҫәпләгәнегеҙ бармы? Ә кәрәк ине. Ана шуны һанап ҡараһағыҙ, ҡара­шығыҙ үҙгәрер.
Ғөмүмән, ҡара энергетикалы, юлға арҡыры таяҡ булып ятырҙай фекерҙәрҙе киләһе йылға ғына түгел, киләсәккә һөйрәп алып сығыуға ҡырҡа ҡаршымын. Быныһы минең тәҡдим – һеҙгә хәл итергә. Иң мөһиме — рухи усаҡтар янһын әле ул: йылыһы ла, төтөнө лә үҙебеҙҙеке.
Ә миңә башҡорттарҙың донъяны яулауы хаҡындағы көләмәс оҡшай. Гәзите­беҙгә киләһе йылға яҙылығыҙ, “Әҙәби өсмөйөш”тә ошо хаҡта фекер алышыр­быҙ.
Быйылғы йыл нисек ҡыуандырҙымы? Төбәктәрҙә өлкән быуын вәкилдәре генә түгел, йәштәр ижады ла яңы биттәрен асты. Балаҡатай районы – бик үҙенсәлек­ле төбәк. Айгөл Апарова, Регина Бай­рамғолова, Таңһылыу Ғәйнетдинова, мәктәп уҡыусыларының ҡулына ҡәләм алып, тыуған яҡ тәбиғәте күренештәрен һүрәтләүе үҙ бер асыш булды. Был төбәктә башҡорт филологияһының өс ғалимәһе – фән докторы Луиза Сәмси­това, кандидаттар Флүзә Ғайсина, Зөбәржәт Шәйхисламова тыуып үҫкән. Әммә даими рәүештә матбуғат баҫ­маларына яҙышып тороусылар бик һирәк. Үрҙә исемдәрен һанап үткән ҡыҙҙарҙан әле булһа хәбәр көтәбеҙ. Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары ла юҡ ине был яҡтан, тик был хәлде төҙәтеп, тыуған яҡты өйрәнеүсе Әсләм Арыҫланов әҙәби ойошмаға алынды. Киләсәктә лә йәштәр өсөн был ваҡиға этәргес булыр тигән өмөт ҙур.
Нуриман районынан Юлия Коломенце­ваның яҙғандарын уҡып, тәндәрем зымбырлап киткәнен әле булһа хәтерләйем. Ошо уҡ хәл Шаранда Ләйсән Ғабдрах­манованың шиғырҙарын уҡып сыҡҡас ҡабатланды. Бөтөнләй исемдәре берәүгә лә таныш түгел ҡыҙҙар донъяны үҙҙәрен­сә асыуы, сәнғәтсә бағыуы менән һоҡлан­дырҙы. Шаран тигәндән, ошонда уҡ йәшә­гән башҡорт ҡыҙы Лола Уколова псевдонимы менән хикәйәләр яҙа. “Бельские просторы” журналына ебәрҙем яҙмала­рын. Ҡәләмдәштәрҙең фекерен көтәйек. Юлия ла, Ләйсән дә урыҫ телендә яҙа. Архангелдән йыр текстары яҙған Раушан Хажиәхмәтовтың да ҡыҙыҡлы шиғри яҙма­лары бар ине, әммә ул “Әҙәби нағыш” ма­рафоны айҡанлы ойошторолған кисәгә килмәне.
Ҡариҙел районында осрашыуҙар шулай уҡ бик тәьҫирле үтте. Ошо төбәк еге­те, тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе, шағир Фидаил Сафинды, хикәйәләр авторы Заһит Мурсиевты күреп ҡыуандыҡ. Кешеләр эшләй, төбәк тарихын ғына тү­гел, тотош милләт яҙмышын яҙа, уларҙың ижады беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Һуңғыһы быйыл Башҡортос­тан Яҙыусылар союзына ағза итеп тә алынды.
Күгәрсен егете Хәким Алсынбаевтың исеме әҙәбиәтселәр өсөн күптән таныш. Яңы ҡараштары менән әҙәбиәткә ҡайты­уына күптәр ҡыуанды. Афарин!
Көйөргәҙе районы ҡыҙы Гөлназ Искән­дәрова менән Стәрлетамаҡта ла осраш­тыҡ. Уның үҙенсәлекле ижады менән киләсәктә лә танышырбыҙ әле.
Хәйер, һанай китһәң, шиғриәткә килгән йәштәр етәрлек икән дә ул. Тик бына китаптарын ғына күргән юҡ. Шуға күрә киләһе йыл Айгөл Йәмилеваның, Венер Сәлиховтың, Денис Ғилмановтың, Гөлназ Искәндәрованың айырым йыйынтыҡ­тарын ҡулға алып ҡыуанырға яҙһын! Улар – Әҙәбиәт йылы асҡан исемдәр ҙә түгел, әммә тап быйыл ижады менән үҙе хаҡында йәнә бер тапҡыр хәбәр иткән, әҙәби сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан йәштәр!
Хәйер, уҙған йылға йомғаҡты бер мәҡәләгә һыйҙырып та булмаҫ, уның ҡарауы баҫмабыҙ һәр районда үткән “Әҙәби нағыш” марафонын даими яҡтыр­тып барҙы. Милли әҙәбиәт музейының биналы булыуы, “Талҡаҫ”та ижадсылар йорто асылыуы ла – әҙәбиәтселәр өсөн ҡыуаныслы ваҡиға. Ә инде иң уҡымлы китап тип уҡыусылар ниндәй әҫәрҙе атар, уныһы – замандаштар хөкөмөндә. Ошо йыл менән генә тамамланмай бит әле әҙәбиәт, нәфис һүҙ менән осрашыуҙар.





Вернуться назад