Ҡәләмдәре үткер, һүҙҙәре тос30.12.2015
Ҡәләмдәре үткер, һүҙҙәре тос Түбәндәге ижади хеҙмәткәрҙәребеҙ һәм авторҙарыбыҙ “Башҡортостан” гәзитенең 2015 йылғы лауреаттары тип билдәләнде:
АБДУЛЛИНА Лариса Хашим ҡыҙы,
Ҡәләмдәре үткер, һүҙҙәре тосӘБҮЗӘРОВ Салауат Нәзир улы, “Баш­ҡортостан” гәзитенең бүлек мөдирҙәре – Әҙәбиәт йылында мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашып, йөкмәткеле итеп һәм даими яҡтыртып барғандары өсөн;
ЯПАРОВ Инбер Мөхәмәт улы, география фәндәре кандидаты, БДУ доценты – “Фенолог яҙмалары” рубрикаһын даими алып барғаны өсөн;
АБДРАХМАНОВА Лена Абдулбарый ҡы­ҙы, Мәләүез ра­йоны “Көнгәк” гәзитенең социаль мәсьәләләр бүлеге мөдире – замандаштарыбыҙға, йәшәйеш мәсьәләләренә арналған уҡымлы мәҡәләләре өсөн;
БӘШӘРОВА Зөһрә Әхмәтшәриф ҡыҙы, Әбйәлил районының Теләш ауылынан ветеран уҡытыусы – әхлаҡ һәм тәрбиә темаһына арналған фәһемле яҙмалары өсөн.


Вернуться назад