Тәҙрә янында30.12.2015
Тәҙрә янында Иҫке йылдың һуңғы көнө. Радионан күңелле йыр ағыла. Мәрйәм көйләй-көйләй байрам табыны әҙерләй. Яңы йыл өҫтәленә гел ҡуян бәлеше бешерә ул. Ҡунаҡтары: “Һай, үҙебеҙҙең Мәрйәмгә етәме ни, бигерәк оҫта, үҙен бөгөндән Мәскәү ресторанына алып китергә кәрәк”, – тип маҡтай-маҡтай ашай ул әҙерләгән ризыҡты. Ҡатын бәлешен мейескә тыҡты ла:
– Сарсап киттем әле, – тип ирен өҫтәл янына саҡырҙы.
Сынаяғына шөбөрләтеп сәй ҡоя башлағайны ғына, күҙенә тәҙрә аша бер ир ишараты салынды. Уларҙың өйө ауылдың иң ҡалҡыу ерендә урынлашҡан шул. Тәҙрәнән бөтә үткән-һүткән, магазин тирәһендә ҡыйшанлап, элмәнләп йөрөгәндәр ус төбөндәгеләй күренә. Медпункт та шунда йәнәш.
– Анау төгәндең һәүереге китеп бара түгелме ул? – Ҡатын уны танып ҡалайым тип тәҙрәгә ҡапланды. – Былай муйынын торна кеүек һуҙып атлауы шуныҡы инде. Эйе, шул булмай, этем булһынмы тағы.
– Ул Себергә эшкә китте лә инде, – тине ире.
– Китһә ни, ҡайтҡандыр. Уның кеүек ата ялҡауҙарҙы көтөп торалар ти. Ҡоро бөтә донъяға фаш итеп, китәм, тип йөрөүе инде. Әсәһе бит әле, малайы хажға барамы ни, бер айҙан алдан ҡаңҡылдап йөрөгән булды. Шул улын әллә кемдәй күрә бит әле. Китеү менән ни, ҡайтҡандыр, бер аяғын алғансы, икенсеһен эт ашаған нәмәне Себерҙә, кил, тип ҡушҡуллап көтөп торалар, ти. Кешегә ауыҙ асып һаулыҡ та ҡуша белмәгән мәмәй бит. Эшләгән кешегә бында эш бөткәнме ни! Ҡуй инде, шәп була, йәнәһе, сереп байып, аҡсаны баулап алып ҡайта. Тот, томшоғоңа! Тәтемәй торһон әле! Бына һинең түгел, минең бөркөт кеүек малайҙарыма ундай аҡса тәтегәне юҡ!
– Ашлы һыу кеүек булғансы! – Ҡатын һыуып бөткән сәйен яңыртып бер уртларға өлгөрҙөмө-юҡмы, йәнә бер бисә күҙенә ташланды.
– Быныһы кем тағы? Атаҡ-атаҡ, Фәрғиә түгелме ни! Шул бит. Ҡайҙа китеп бара икән элмәнләп? Атлап китеп барыуы бит әле! Батша бисәһе тип торорһоң! – Мәрйәм сығып китерҙәй булып тәҙрәгә ҡапланды.
– Фәлән шикелле, – тине ире.
– Шул ғына булмағайы! – Ҡатын асыуланды. – Бүрәнә аша бүре күрәһең. Уның ауылдан китеүенә биш былтыр. Ҡайҙа киткән, тиһеңме? Ҡайҙа булһын, бабайға!
Уныһы ла күҙ алдынан юғалып өлгөрмәне, ҙур тоҡсай йөкмәгән Мәстүрә күренде.
– Уй, килештерә лә ошо бисә, саҡ ҡына эсмәй торһа, кеше танымай башлай. Симешкә сиртеүе бит әле, килештереп. Ҡыуанмай торһон, хәҙер байрамдан һуң теләнселәп килер...
Инде әллә ҡасан яһалған сәйе һыуынып бөткәйне. Ул арала бүлмәгә әсе көйөк еҫе таралды.
– Бәлешем! – Мәрйәм йүгереп барып духов­каһына үрелде. Ишеген асып ебәргән ыңғайға бүлмәгә әсе көйөк еҫе таралды, бәлеш үҙе ҡап-ҡара бул­ғайны.
– Һиңмай, һине тыңлап бәле­шемде харап иттем. – Ҡатын ирен әрләй-әрләй бәлеште тышҡа сы­ғарып олаҡтырҙы. – Хәҙер аша ташыңды.
Был юлы улар Яңы йыл байрамын бәлешһеҙ ҡаршыланы.
Сәғәт телдәре 12-не һуҡты. Бокалдар сыңланы. Бер аҙҙан урамда шау-гөр килешкән тауыштар ишетелде, кемдер гармун күреген һуҙҙы, икенселәре йыр башланы.
Мәрйәм түҙмәй тағы тәҙрәгә ҡапланды:
– Кемдәр килештереп ас ауыҙ­ҙарын күтәреп олоп йөрөгән була икән? Анау Насиптар шикелле. Ҡуй инде, шәп булалар, йәнәһе. Бер улар ғына байрам иткән. Туҡран тәүбәләре! Шайлы кешеләр ней. Өйҙә генә ултырһалар ни була! Кеше күреп ҡалһын тигән һынылыр инде…
Таң атты. Мәрйәм йәнә тәҙрә төбөндә ине.





Вернуться назад