Һаумы, әҙәбиәт быуаты!30.12.2015
Һәр йылды ла китап һымаҡ асам,
Китап һымаҡ ябам йыуатып:
“Һау бул, ҡыҫҡа Әҙәбиәт йылы,
Һаумы, әҙәбиәт быуаты!”
Йылдар хәҙер яңы исем менән,
Яңы атамалы тыуалар.
Иҫкеләре иҫкереп тә бөтмәй,
Уны яңылары ҡыуалар.
Әҙәбиәт йылы мәңге бөтмәҫ,
Торор бары бер аҙ тын алып.
Сөнки унһыҙ бер йыл йәшәй алмай,
Заман һандалында һыналып.
Мәңгелек ул Әҙәбиәт йылы,
Йылы бөтһә, быуат башлана.
Тик бер йыллыҡ түгел беҙҙең хыял,
Ул ҙурайып алға ташлана.
Сөнки әҙәбиәт һауа һымаҡ,
Икмәк һымаҡ кәрәк һәр кемгә.
Ул бит рух уятыр ҡыңғырауҙай,
Уның сыңы кәрәк һәр көнгә.
Тағы йылды китап һымаҡ асам,
Китап һымаҡ ябам йыуатып.
Әҙәбиәт йылы мәңге бөтмәҫ,
Дауам итә сәмле быуаты!