Һүнмәһен өмөт уты30.12.2015
Ҡыҙыл маймыл,
Утлы маймыл
Тыуып килгән йылыбыҙ.
Маймылдан төҫ алып ҡуйма
Быйыл үтер юлыбыҙ.

Күпме юғалтыу кисерҙек
Барғанда ҡыҙыл юлдан.
Бабичыбыҙ һәләк булды
Ҡыҙыл ҡылыслы ҡулдан.

Туғандай яҡын күршене
Күрәбеҙ бөгөн утта.
Йөҙәр йылдар бергә йәшәү
Булғанмы әллә бушҡа?

Замандаштың күҙҙәрендә
Өмөт уты һүнмәһен.
Ошо йылдан башлап кеше
Һуғыш уты күрмәһен.

Уттай ҡыҙыл сәскә генә
Күршегә булһын бүләк.
Тыуып килгән, Маймыл йылы,
Минән һиңә шул теләк.




Вернуться назад