Ижад йәме – ихласлыҡ29.12.2015
Ижад йәме – ихласлыҡ 5 йәшлек Родион Фәйзуллинды дауалау өсөн бер миллион һумға яҡын аҡса кәрәклеге хаҡында ишеткәс, “Gizmo” исемле рок-шоу-банда хәйриә концерты үткәреп, сабыйға ярҙам итергә ашыға. Ижади төркөмдөң изге ниәте тормошҡа аша – сабыйҙың сәләмәтлеге өсөн бер аҙ матди өлөш туплана.
Ихлас маҡсат менән башҡарған эштең бәрәкәте лә ҙур ул. “Gizmo” үҙенең хәйриә концертын ойоштороу теләген белдергәс, баш ҡаланың “Өфө уттары” күңел асыу комплексы етәкселеге лә изгелек күрһәтә: сығыш яһау өсөн майҙанды бушлай бирә, үҙенең техник хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итә. Әлеге рок-шоу-банданың һәм тағы ике ижади төркөмдөң сығыштарынан торған концертҡа халыҡ күпләп килә.
Күптән түгел эшмәкәрлек баш­лаған “Gizmo”ның етәксеһе Илгиз Муллағәләмов әйте­үенсә, улар һәр номерын сағыу, үҙенсәлекле итеп, мәғәнә һалып башҡарырға тырыша. Йәш төркөмдөң ойошторолоу тарихы иһә былай: тәүҙә Илгиз йыр-көйҙәр ижад иткән, һуңынан ғына “Gizmo”ның башҡа ағзаларын туплаған. Ваҡыты-ваҡыты менән тамаша­ларҙа ҡатнашып, сығыш яһап торорбоҙ, тип башланған төркөмдөң эшмәкәрлеге артабан дәррәү дауам итә, һәм бөгөнгәсә рок сәнғәтен һөйөүселәрҙе яңынан-яңы идеялары менән ҡыуандыра. Әйтергә кәрәк, “Gizmo”ның репертуарында башҡортса ла, урыҫса ла йырҙар бар.
– Рок стилендә ижад иткәндәрҙең, сығыш яһағандарҙың төрлөләре була. Беҙҙең йырҙар иһә асыҡ, аныҡ мәғәнәле, күтәренке, позитив рухлы, алға, татыулыҡҡа, тыныслыҡҡа әйҙәгән темаларға яҙыла. Күптәре тормошто бушҡа, ҡай­ғырып түгел, ә ҡыуанып, һәр минуттың ҡә­ҙерен белеп, һоҡланып йәшәргә саҡыра, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Илгиз Муллағәләмов. Был алдынғы ҡарашлы, үҙ шө­ғөлөнә мөкиббән тиҫтеремдән милли сән­ғәт­тең, рок йүнәлешенең бөгөнгө торошо, арта­бан йәшәр өсөн нимәгәлер мохтажмы икән­леге хаҡында һорашмай булдыра алманым.
– Республикабыҙҙа ижадҡа ынтылған, уның менән ҡыҙыҡһынған һәр кем үҙенә кәрәк уҡытыусыны ла, тейешле шарттарҙы ла таба ала. Мөмкинлектәр бөтөнләй сикләнмәгән: Интернетты, социаль селтәрҙәрҙе һәм башҡа заман технологияларын ҡулланырға була. Дуҫтарыбыҙ көндән-көн арта, аралашып, бер-беребеҙҙән ыңғай сифаттар алып, татыу йәшәргә, эшләргә генә кәрәк, – тип яуапланы ул.
Рок өлкәһендә төркөм булып тәүге аҙымдарын яһаған “Gizmo”ларға – уңыш үә тоғро тамашасылар!



Вернуться назад