Ә йөрәктә ап-аҡ өмөт йәшәй25.12.2015
Ә йөрәктә ап-аҡ өмөт йәшәй АЛМА ТӘМЕ

Борон-борон заман булдымы
был,
Әллә таңда күргән төш ине, –
Хәтер һаҡлай йылы тынын өрөп,
Бер бәләкәй ғашиҡ кешене.

Ҙур мөхәббәт нисек һыйҙы икән
Леп-леп типкән кескәй йөрәккә?!
Йөрәкме ни – ул һандуғас ине,
Бөркөт булыр ине – кәрәкһә.

Ә кисе һуң! Йыһан баҡсаһына
Һикереп төшөп, йондоҙ
тирерлек.
(Бала саҡтан ҡанға һеңеп ҡалған:
Баҡсаларға төшөү – бер ирлек).

Төшмәнекме кеше баҡсаһына,
Өҙмәнекме яттар алмаһын?!
Мөхәббәттән тыуған сауапмы
был,
Йә гонаһмы – кем һуң аңлаһын...
Мин иҫләйем.
Һин дә иҫләйһеңдер, –
Йөрәгеңә һағыш тулғандыр.
Баҡсағыҙҙа өҙгән алма тәме
Иренеңдең таты булғандыр!

САҢ

Менмәһәм дә һыйпағаным булды
Алтын ялын Шөһрәт атының.

М. Кәрим.

Булманы шөһрәт атының
Алтын ялын үреп.
Бер боролошта ҡойроғоноң
Осон ҡалдым күреп.

Күтәрелеп ҡалды унан
Саң-туҙан ғына.
Туҙан араһынан барып,
Ғүмер уҙа бына.

Ниндәй аттар сапҡанын да
Булмай хәҙер аңлап.
Донъябыҙҙы бөтөрҙөләр
Дан аттары саңлап.

АҠ ҠАЙЫНДАР АРАҺЫНДА...

Тәҙрәнән тышҡа ҡарайым,
Күҙәтәм Ҡыш һарайын.
Аҡ мендәргә баҫҡан кеүек
Аҡ күлдәкле һәр ҡайын.

Килеп сығыр батша улы,
Йөрөп сығыр ул башта.
Һәр ҡайынға туҡталғанын
Хуплап баш ҡағыр батша.

Йәлләп ҡуям батша улын,
Булмаҫ, тим, уның туйы:
Аҡ ҡайындар араһында
Һайланыр ғүмер буйы...

ИСЕМ ҺӘМ ЕСЕМ

Исемдәргә бер ҙә иҫем китмәй,
Ваҡланды хәҙер исемдәр.
Дәрәжәле, олпат исемдәргә
Тура килеп бөтмәй есемдәр.

Бөркөт менән ҡарға –
бер бизмәндә,
Килбәтенә ҡарап тормайҙар.
Буталдылар аҡҡош һәм ҡарағош,
Һандуғастар менән турғайҙар...

Ҡанаты бар, суҡышы бар икән –
Нимә кәрәк инде тағы ла?!
Торғаны бер аҫыл ҡош заты тип,
Күкрәгенә миҙал тағыла.
Ҡанат, суҡыш тауыҡта ла
бар ул,
Ижад күкәй һалыу түгел дә.
Әсир итмәй йәнде миҙал сыңы,
Һандуғастар моңо күңелдә.


ТАП
(Дауахана дәфтәренән)

Һыҙылып аҡ таң ата,
Йоҡлай әле палата.
Таңдың нуры йәнгә тамып,
Күңелемде илата.

Алда күпме юл ята?
Эшләнгән күпме хата.
Һүгенеп әйткән һәр бер һүҙем
Иҫемә төшә хатта.

“Оҙаҡ тора тап аҡта” –
Күп әйттеләр был хаҡта.
Ололарҙың алтын һүҙен
Тыңламаным ул саҡта.

Ятҡан түшәгем ап-аҡ,
Гүйә, ҡәҙерле ҡунаҡ.
Хис итеп ҡуям үҙемде
Аҡҡа төшкән тап һымаҡ.

Һыҙылып аҡ таң ата...


ҠАРЛЫ ЯМҒЫР

Ҡар ҡатыш ямғыр яуамы,
Ямғыр ҡатыш ҡар микән?
Беребеҙ – ҡар, беребеҙ – ямғыр,
Ҡотолоу юлы бар микән?

Һалҡыная бара ара –
Өшәнеп ғүмер уҙа.
Саҡ ҡына елдәр иҫһә лә,
Әйләнербеҙме боҙға?!

* * *
Шиғри күгебеҙҙә ҡоштар кәмей,
Ҡалды улар нисә бөртөк кенә:
Һандуғастар тубын күргәнем юҡ,
Һәм бөртөкләп оса бөркөт кенә.

Шағир яҙмыштары уртаҡ буғай,
Яҙмыштары менән шул
ҡоштарҙың.
Йылдар үткән һайын, һирәгерәк
Йылылығын тоям ҡуш устарҙың.

Һәм дуҫтарҙың йылмайыуы
һүрән,
Болот төҫөн күрәм күҙҙәрендә.
Әле бары йәй уртаһы ғына,
Ниҙәр булыр икән көҙҙәремдә?!

Ә йөрәктә ап-аҡ өмөт йәшәй,
Өмөт йәшәй йәнгә йылы бөркөп:
Мин киткәндә былбыл моңон
түкһен,
Ҡанаттарын ҡаҡһын ине бөркөт.




Вернуться назад