“Күпме тип әйттеләр ул премияны? Ун меңме? Былай булғас, мин дә яҙыша башлаясаҡмын!” – тигән тауыштар ишетелде Дәүләкәндә Рәсимә Ураҡсина исемендәге премияға лайыҡ булған ике ҡыҙҙың исемен иғлан иткәс. Эйе, тап ана шулай тантаналы ваҡиға менән тамамланды районда Әҙәбиәт йылын йомғаҡлау. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ә. Хәкимовтың йорт-музейы ойошторолоуға 10 йыл тулыу билдәләнде һәм шағирә, драматург Р. Ураҡсинаның “Тыуған ерем – торған ерем” китабының исем туйы үтте. Сара, алдан һөйләшелгәнсә, Ә. Хәкимов исемендәге йорт-музейҙа башланды. Төбәк ижадсылары Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев, халыҡ яҙыусыһының ҡыҙы Римма Хәкимова, мәрхүмә Рәсимә Ураҡсинаның ғаиләһе менән осрашыуға килгәйне. Ошонда уҡ бер бүлмәлә Рәсимә Ураҡсинаның шәхси кейемдәре, әйберҙәре урын алды. Шағирәгә 65 йәшлек юбилейына тип тектергән күлдәген кейергә насип булманы. Милли нағышлы был костюм музейҙың ҡәҙерле ҡомартҡыларының береһе буласаҡ. Ошонда уҡ фотоаппараты, яҙмалары, фотолары, сәғәте, картиналары урын алған. Яҙыусының ире Урал Ураҡсин яҡын киләсәктә бүлмәне тағы ла яңы экспонаттар менән байытырға вәғәҙә итте.
Район мәҙәниәт йортондағы тантаналы кисәлә сығыш яһағанда Наил Әсҡәт улы төбәктә әҙәбиәт үҫешенә, рухи мираҫты һаҡлауға ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне. Әхиәр Хәкимовтың ҡыҙы Римма ханым музейҙы яҡшы һаҡлаған мөдире Гөлүзә Арыҫлановаға, урындағы етәкселеккә рәхмәтен еткерҙе һәм: “Иҫән саҡта яҡындарығыҙ менән йышыраҡ аралашығыҙ. Атайым менән һирәгерәк күрешкәнемә үкенәм, сөнки унан яҙмышы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары хаҡында бай мәғлүмәт алған булыр инем. Эйе, ул яу хаҡында бик һөйләргә лә яратманы. Әммә яҡын кешемдең, моғайын, әйтәһе һүҙҙәре, бирәһе кәңәштәре лә ҡалғандыр...” – тине, һүҙен тамамлап.
Рәсимә Ураҡсинаның бик күп йыйынтыҡтары З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең балалар әҙәбиәте редакцияһында нәшер ителде. Бүлек мөдире, шағирә Әлфиә Әсәҙуллина әҙибә хаҡындағы яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашып: “Үҙ аяғым менән һеҙгә һуңғы китабымды алып килдем, тип әйтте бер күрешкәндә Рәсимә апай. Ошо һүҙҙәре мине бик тетрәткәйне, күрәһең, барыбер бәндәләр үҙенең күрәсәген тойомлай. Уның киткәнен ишеткәс, ошо шиғырҙы яҙҙым”, – тине лә әҙибәгә бағышлаған әҫәрен уҡып ишеттерҙе.
Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Олеся Әхмәтрәхимова музей директоры Гөлдәр Моратованың юбилей уңайынан ҡотлау сәләмдәрен тапшырҙы. Рәсимә Ураҡсинаның класташы Таңһылыу Ғарифуллина иһә музейға әҙибәнең костюмын бүләк итте. Ошонда уҡ сәхнәгә мәктәп уҡыусыһы Элина Миңләхмәтова сығып, шағирәнең шиғырҙарын уҡыны. Урындағы “Дим” әҙәби берекмәһе ағзалары Әҙәбиәт йылы уңайынан тамашасыларға шиғри күстәнәс өләште.
Рәсимә Ураҡсина исемендәге фонд барлыҡҡа килеүе хаҡында Әҙәбиәт йылын йомғаҡлау кисәһендәге сығышында республика Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов билдәләп киткәйне. Әле был ойошма балалар өсөн байтаҡ сараларҙа бағыусы булараҡ сығыш яһаны. Рәсимә апайҙың “Тыуған ерем – торған ерем” тигән китабының 20 данаһы ла дәүләкәндәргә барып етте. Әйткәндәй, фонд ярҙамында яңы сыҡҡан “Балҡантау рухы” исемле китабымды ла райондаштарыма бүләк итергә насип булды.
Ә инде Рәсимә Ураҡсина исемендәге премияға Фәриҙун ауылынан Гөлүзә Әхмәҙиева менән Ҡоръятмаҫтан Тамара Скроткина лайыҡ булды! Ҡотлайбыҙ шағирә менән аралашып, унан ижад дәрестәре алған ҡыҙҙарҙы ғүмер юлдарындағы, бәлки, иң тәүге һәм исемле бүләк менән!
Йәгеҙ, әҙәбиәткә ғашиҡ ҡына түгел, ә үҙ алдына яҙышҡан малайҙар һәм ҡыҙҙар! Киләһе йыл Р. Ураҡсина исемендәге премияға, бәлки, һеҙ дәғүәсе булырһығыҙ. Уңыш тәүәккәлдәргә һәм тырыштарға йылмая!