Тарих төпкөлөнә һеңгән йыр23.12.2015
Йырға һалып хат ебәрәм, Фатима,
Йыр һөйөүсе дуҫтарымдың артынан.
Бик алыҫ-алыҫ ерҙәрҙән,
Ут эсендәге илдәрҙән –
Өҙөлөп сәләм һиңә ҡартыңдан.
Мин иҫән,
мин үлмәм,
миндә ике йән:
Береһе – йөрәгем,
береһе – һөйгәнем,
береһе – һин, Фатимам.


Был юлдарҙы уҡығанда арағыҙҙан ошо йырҙы иҫләүселәр булдымы? Ай-һай, бик һирәктер…
Йәшәү дәүерендә, тормош юлын үткәндә кеше бик күп төшөнсәләрҙе аңлай. Ғүмер юлында ҡайһы бер ваҡиғалар иғтибар үҙәгенән ситтә тороп ҡала, хатта ғәзиз кешеләрең дә. Әммә бер көн туҡтап, тирә-яғыңды байҡап ҡараһаң, яныңда ғына йөрөгән кеше юҡ… Шул саҡ ҡапыл бер уй йөрәгеңә инеп оялай. Бер уй сатҡыһы һинең йоҡоңдо ала. Баҡтиһәң, ғүмер шулай яныңдан ғына үтеп китеп бара. Бына шулай, кеше генә түгел, кеше менән бергә йырҙар ҙа тарих төпкөлдәренә инеп, һеңә бара. Үткән дәүер кешеләре менән бергә йырҙар ҙа китә икән шул…
Ә был йырҙың һүҙҙәрен Мирсәй Әмир яҙған, көйө Ғәйфулла Сарбаев­ты­ҡы. Ул йырҙы тәүгеләрҙән булып баш­ҡарыусы – Башҡортос­тан­дың ха­лыҡ артисы Хәмзә Ҡурсаев. Ошо йыр­ҙың икенсе варианты ла бар. Көйө Мөсәлим Вәлиевтеке, башҡа­рыусыһы – Мәғәфүр Хисмәтуллин. Әммә халыҡ беренсе вариантын һорай. Халыҡ те­лендә ул “Тормош йыры”, “Фатима”, “Йыр­ға һалып хат ебәрәм”, “Басир йыры” тигән төрлө исемдәр менән йөрөй.
1996 йылда һуғышты үткән әҙип, журналист, уҡытыусы Әмир Моратов ошо йыр тураһында яҙып сыҡҡан. “Нисә тиҫтә йылдар инде ошо иңрәткес моң, алыҫтарҙа тороп ҡалған шаңдау булып, күңелебеҙҙе зарыҡтыра. Ул шулай уҡ онотолормо? Өлкән быуындың ғына һағышы булып ҡалырмы?” – тип яҙа ул. Республикабыҙҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Абрар Ғабдрахманов та “Йырға һалып хат ебәрәм” тигән мәҡәләһендә “Тормош йыры”ның ысын сәнғәт әҫәре булыуын, унан аһәңле моң урғылып тороуын белдерә. Баймаҡ районының Юлыҡ ауылынан Фидай Әбүбәкировтың бала сағы һуғыш ауырлыҡтарына тура килгән. Танылған уҡытыусы былай ти: “Тормош йыры” йә “Басир йыры” беҙҙең ауылға спектакль булып килде. Малай ғына Хәмзә Ҡурсаев Басир ролендә уйнаны. Шунда йырланы ул. Ас-яланғас, ҡайғыға сумған ҡатын-ҡыҙ уны үҙ итте, ошо йырға бөтә аһ-зарын һалды. Беҙ, балалар ҙа, өйрәндек уны. Шулай итеп, был йыр халыҡтыҡына әүерелде.
Ҡайтмай ҡалһам, тупраҡ булһам, бәхил бул!
Илаҡ булма, Фатимам, батыр бул!
Тыуған илдән көс алырһың,
Миңә тиң дуҫтар табырһың.
Мин йыр булып ҡайтырмын!
Йырҙы Хәмзә Ҡурсаев бәләкәй сағынан алып, ярты быуатлыҡ ижади дәүерендә ихлас йырланы. Үҙе лә: “Нисек йырламайһың, минең дә бынамын тигән өс ағайым яу ҡырында һәләк булды. Был минең генә йырым түгел, халыҡтыҡы”, – тине. Хәмзә ағай, республикабыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре менән осрашып, видеотаҫмалар ҡалдырҙы. Әммә был йыр Еңеү көндәрендә генә йырланып, тарихтан бөтөнләй төшөп ҡалды шул. Сөнки һәр замандың үҙ заңы. Нисек тә был йырҙы йәшәтергә, ғүмерен оҙайтырға кәрәк! Әйтәйек, Башҡортостаныбыҙҙың бер районында ошо йырға конкурс үткәрергә кәрәк. Олоһо, йәше, кесеһе ҡатнашһын. Конкурста бер нисә генә кеше йырлаһа ла, йыр артабан да йәшәйәсәк, киләһе быуынға барып етәсәк.

Нурзиә ӘБДРӘШИТОВА,
Башҡортостандың халыҡ артисы.






Вернуться назад