Мәскәү һынлы Мәскәүҙә башҡорт шағирҙарының китабы баҫылған, исеме лә ниндәй бит әле – “Башҡортостан хаҡында дастан”! Тупланған шиғырҙары менән иһә, милләттең ғорур намыҫын, шатлыҡ-ҡайғыһын, һынмаҫ рухын, киләсәккә яҡты ышанысын үҙ эсенә алып, есеменә лә тап килә.Китаптағы Рауил Бикбаев, Тимер Йосопов, Ҡәҙим Аралбай, Факиһа Туғыҙбаева, Ирек Кинйәбулатов, Хәсән Назар, Тамара Ғәниева, Рәмил Йәнбәк, Салауат Әбүзәров, Азамат Юлдашбаев, Зөлфиә Ханнанова, Лариса Абдуллина, Тамара Искәндәриә, Зөфәр Вәлит, Хисмәтулла Юлдашевтың шиғырҙары урыҫ теленә ауҙарылған. Был эштә тәржемәселәрҙең дә хеҙмәте иғтибарға лайыҡ. Эйе, нәҡ улар беҙҙең шиғриәтте тағы бер баҫҡысҡа мендерҙе, артабан Сергей Соколкиндың “Рәсәйҙең аҡ торналары” нәшриәт программаһы ҡанатландырҙы.
Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министры Владимир Мединский ҙа: “Был программа – халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыуҙа булышлыҡ итерҙәй ныҡлы нигеҙ, – тине. – Был маҡсатҡа өлгәшеүҙә “Күп телле Рәсәй поэзияһы” тәржемәләр китабы серияһы ла булышлыҡ итә”. Ошо юҫыҡта йәнә авар, ҡарасәй, балҡар, лезгин, ҡумыҡ, ҡалмыҡ, ҡабарҙа, татар, яҡут, төркмән һәм башҡа халыҡтарҙың шиғриәте ташҡа уйылды. “Дастан”дан тыш, “Дағстан күгендә доғалар”, “Татар поезы”, “Күк һәм кеше”, “Тауҙар йырлағанда” тигән китаптар аша төрлө халыҡ вәкилдәре бер-береһе менән яҡындан таныша ала.
Әҙәбиәт йылы тамамланыу алдынан шағирҙарҙың “Башҡортостан хаҡында дастан”ы – халҡыбыҙға ҙур бүләк.