Шағирҙар сығыр әле22.12.2015
Төрки халыҡтар поэзияһы бик бай мираҫ ҡалдырған шағир, яҙыусылары менән данлы. Башҡорттарҙың Аҡмуллаһы, ҡаҙаҡтарҙың Абайы, үзбәктәрҙең Хорезмиһы... Әллә күпме әҙипте һанарға, барларға була. Барлау, тигәндән, һүҙ бейеклеген күтәреүсе ошондай сараларҙың береһе хаҡында һөйләмәксемен – күптән түгел Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында “Төрки халыҡтар поэзияһы” тигән кисә үтте. Ҡунаҡҡа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты вәкилдәре лә барҙы һәм сараны ойошторҙо.

Байрамды асып, факультет деканы, филология фәндәре докторы, профессор Луиза Сәмситова ял­ҡынлы телмәре менән залдағы­ларҙы йәнләндерҙе. Артабан кисә йырлы-моңло сығыштар менән үрелеп барҙы. II курс студенты Ислам Төхвәтуллин Рәми Ғариповтың “Кеше” шиғырын рухлы итеп һөй­ләне. I курс егеттәре Динар Ғайсин һәм Инсур Кинйәбаевтың дәртле “Ҡарағат” йыры ла бар тама­шасының күңеленә нур сәсте.
Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, М. Аҡ­мулла исемендәге премия лауреаты Наил Ғәйетбаев сығышында төрки халыҡ­тары поэзияһының юғарылығын билдәләне. Философия фәндәре докторы, профессор Әхмәт Дәүләтҡолов был фекерҙе йөпләп: “Төркиҙәрҙең шиғриәте — һәр осорҙа ла донъя­ның иң көслө һәм ялҡынлы әләме”, — тине.
Башҡортостандың халыҡ шағи­рәһе Гөлфиә Юнысова уҡыу­сы­ларға шиғырҙарын рухи күстәнәс итеп алып килгән. Яҙыусы Сәрүәр Сурина әкиәтен уҡып ишеттерҙе. Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, ша­ғирә Лариса Абдуллинаның сы­ғы­шы иң көслөһө ине. Уның тел­мә­рендәге дәрт, илһам һәр уҡыу­сыға күптән көткән рухи күстәнәс булғандыр. Ул уҡыусыларға төрки халыҡтар шиғриәте буйынса һорауҙар яуҙырҙы, еңеүселәрҙе бүләкләне.
Төрки халыҡтар шиғриәтенә арнал­ған кисә уҡыусыларҙың кү­ңе­ленә барып етте. Уларҙың ара­һынан да берәй заман билдәле ша­ғирҙар сығыр, ошо ижад ҡо­марын, халҡы әләмен күтәрер әле.




Вернуться назад