Уңыштары мәртәбәле, ниәте изге02.03.2012
Уңыштары мәртәбәле, ниәте изгеАртистар араһында төрлөләре бар: берәүҙәр сәхнәлә ҡапыл балҡып һүнеүсән, икенселәрҙе, оҙаҡ йылдар эшләһә лә, тамашасы белмәй ҙә, танымай ҙа. Ә бар шундай таланттар — аҙ ғына ижад итеүенә ҡарамаҫтан, халыҡ уларҙы алҡышлай, ҡабул итә, күңел түрендә йөрөтә. Башҡортостандың халыҡ артисы, Сибай дәүләт филармонияһы директоры Вәкил Йосоповты нәҡ ошо һуңғы төргә индерергә була.
Сибай дәүләт башҡорт драма театрында оҙаҡ йылдар төрлө образдар тыуҙырып, артабан үҙе спектаклдәр ҡуйып, оҫта режиссер булараҡ танылды ул. Вәкил Барый улы Татарстандың Әлмәт, М. Фәйзи исемендәге, Ырымбур дәүләт театрҙарында әллә күпме спектакль ҡуйыуға өлгәшә. Ә “Сулпан” балалар театры директоры һәм художество етәксеһе итеп тәғәйенләнгәс, балалар өсөн дә әҫәрҙәр сәхнәләштерә. Эскерһеҙ бала саҡ донъяһы яһалмалыҡты ҡабул итмәй, шуға күрә кескәйҙәр күңеленә барып етерлек, улар ҡабул итерлек спектаклдәрҙе һайлауы еңел булмаһа ла, тап Вәкил Йосопов етәкселек иткән йылдарҙа “Сулпан” балалар театры яңы күтәрелеш осорон кисерә. Ә 2005 йылда тырыш етәксе Сибай дәүләт филармонияһының директоры итеп үрләтелә.
Вәкил Йосопов 1952 йылда Баймаҡ районының Әмин ауылында ишле ғаиләлә донъяға килә. Алты бала араһынан иң шаяны, тиктормаҫ булыуы өҫтөнә кескәй сағынан уҡ күңеле моңға тартыла. Еңгәйҙәре әйтеүенсә, бер ваҡыт шулай бар донъяһын онотоп йырлап торғанда, ултырғыстан баштүбән иҙәнгә ҡолап төшкән. “Бер төрлөрәк булып ҡалмаһа ярар ине”, тип тегеләренең ҡото оса. Бер төрлө булып ҡалмай-ҡалыуға, әммә сәнғәт тигән “ауырыу” йоҡтора.
Башланғыс белемде тыуған ауылында алып, артабан уҡырға күрше Темәс урта мәктәбенә юллана. Талантлы, оҫта ойоштороусы, һүҙгә маһир егетте, туғыҙынсы класты бөткәс, уҡыусы булыуына ҡарамаҫтан, Әмин клубына мөдир итеп ҡуялар. Бер юлы уҡып та, эшләп тә йөрөгән Вәкил Йосопов өсөн сәнғәт тормошо ана шулай башланып китә. Әммә, ни өсөндөр, ул бер ваҡытта ла артист булырға хыялланмай.
Тик яҙмышты белеп булмай шул: ул йылды күренекле режиссер Бакиров Өфө сәнғәт институтына һәләтле балалар йыйып йөрөгәндә, Вәкил Йосоповты осрата. Уны төрлөсә һынап, тикшергәндән һуң, мотлаҡ Өфөгә килергә, сәнғәт юлынан китергә кәңәш бирә. Шулай итеп, Вәкил Йосопов сәнғәт институтының театр бүлегендә уҡый башлай. Һабаҡташтарынан да уңа: Зифа Баязитова, Рим Сәйфуллин, Хисмәтулла Дәүләтов менән артабан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында хеҙмәт юлын башлай.
Вәкил Йосоповтың тәүге роле төркмән яҙыусыһы Мөхтәровтың “Шайтан тоҡомо” драмаһындағы Садиҡ була. Тамашасы уны йылы ҡабул итә. Театрҙа өс тиҫтә йылға яҡын эшләү дәүерендә Башҡортостандың халыҡ артисы һикһәндән ашыу сағыу образ тыуҙыра. Р. Янбулатованың “Байрамбикә” драмаһында — инглиз Дэвид, Х. Ибраһимовтың “Башмағым” комедияһында — Кәрим бай, Т. Миңнуллиндың “Диләфрүзгә дүрт кейәү” комедияһында — Ғәлим һәм башҡа әҫәрҙәрҙә бик күп роль башҡара. Актер Вәкил Йосопов һынландырған образдар тетрәндерә лә, көлдөрә лә, хәсрәткә лә һала.
Уның һәләте, Сибай дәүләт филармонияһына етәксе булып килгәс, тағы ла нығыраҡ асылды. Коллектив яңыса һулыш алды, яңынан-яңы театрлаштырылған тамашалар барлыҡҡа килде. Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған “Аҡмулланың аҡ көндәрен юллап” тамашаһы, Шәйехзада Бабич ижады буйынса “Шәйехзада Бабич — азатлыҡ йырсыһы” мюзиклы ҡуйылды. Шуныһы ҡыуаныслы: был эштәр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының грантына лайыҡ булды. Әле Сибай филармонияһы 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына ҡарата ҙур проект әҙерләй.
Вәкил Йосоповты белгәндәр уның кешелекле һәм кеселекле булыуын, һәр саҡ үҙенең ҡулы аҫтындағыларҙы ҡурсалауын, артистарҙың хәленә инеп, ярҙам итеүен телгә ала. Сибай ҡалаһында үткән күп тантана, байрам, “Ирәндек моңдары” конкурстары, ҡала көнө, һабантуй кеүек сараларҙың барыһы ла тынғыһыҙ ойоштороусы, һәләтле режиссер Вәкил Йосоповтың ҡатнашлығында үтә. Былтыр “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестивале гала-концертының Сибайҙа ҙур аншлаг менән уҙыуында уның роле ҙур.
Сәнғәтте генә түгел, спортты яратҡан, сәләмәт тормош яҡлы Йосоповтар ғаиләһе буш ваҡытта саңғыла, конькиҙа йөрөй, йәйен йүгерәләр. Ир кеше үҙ ғүмерендә ағас ултыртырға, ул үҫтерергә һәм йорт төҙөргә тейеш, ти халыҡ мәҡәле. Был яҡтан да бәхетле минең геройым. Яҙҙан алып көҙгә тиклем баҡсала мәж килеүҙән тыш, яңы йортон төҙөргә лә ваҡыт таба.
Вәкил Барый улы — Башҡортостанда Владимир Путиндың кандидатураһын ижтимағи яҡлау буйынса Халыҡ штабы вәкиле.
— Халыҡ һайлауға аңлы рәүештә, кемде ил етәксеһе итеп күрергә теләй, шуны һайлайым тип барырға тейеш, — ти ул. —Ялтырауыҡлы һүҙҙәргә, алтын вәғәҙәләргә ышанмаһағыҙ ине. Ил башлығы булырға халыҡ баһаһын алыуға өлгәшкән кандидат ҡына лайыҡлы.
Кәримә УСМАНОВА
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад