Баймаҡтан баш ҡалаға, интернатҡа (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-cе башҡорт республика гимназия-интернатына) белем алырға килгән Фуат гимнастика менән әүҙем шөғөлләнә. Ауыл малайы бит — күнекмәләрҙе тырышып башҡара. Тик бер көн әллә ни була ла ҡуя уҡыусы менән: күңеленә урын тапмай. Сәбәбе – түңәрәктән ҡайтып килешләй моң ишетеп ҡала ул, башҡорт сәнғәтендә ҡурай тауышы юғалыр сиккә еткән мәлдә уны күтәреп ҡалған шәхестәрҙең береһе Әҙһәм Исҡужин интернатта балаларға милли музыка ҡоралыбыҙҙа уйнау серҙәренә төшөндөргәндә “Ғилмияза”ны һуҙып ебәрә – шул илаһи көйгә ғашиҡ була ла инде үҫмер.
Атаһының моңло тауышын да, тыуған төйәгенең ауазын да ишетә үҫмер был әҫәрҙә. Нисек кенә булмаһын, Фуат Юнысбаевтың артабанғы тормошо ҡурайҙан айырылғыһыҙға әүерелә. Егет башы-аяғы менән техника донъяһына сумһа ла…
Эйе, буласаҡ мәшһүр ҡурайсылар, сәнғәт әһелдәре Юлай Ғәйнетдинов, Азат Айытҡоловтар менән бер ваҡытта, бер остазда шөғөлләнгән Фуат үҙен киләсәктә сәнәғәт өлкәһендә күрә – авиация институтына (хәҙерге Өфө дәүләт авиация техник университеты) йүнәлә. Кем белә, бәлки, ҡурай буйынса китһә, ул республикала ғына түгел, сит тарафтарҙа йәшәгән тамашасыға ла билдәле музыкант булыр ине. Үҙешмәкәрлектән профессиональ кимәлгә сығыу өсөн уға ни бары тик һөнәри белем генә етмәгән бит.
Уның ҡарауы, утыҙ йыл эсендә нисәмә төр деталь етештергән инженер ул! Илебеҙҙең оборона сәнәғәте үҫешенә күпме көс һалған был шәхес! Тормошта һәр кем үҙ урынында, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр, күрәһең. Хәйер, ҡурайҙы ла ситләтмәгән бит Фуат ағай. Мәжлестә күңел асҡанда Баймағын, ата-әсәһен юҡһынғанда ҡулына алған ул был илаһи милли ҡоралды. Яҡындарын ғына түгел, бар Стәрлетамаҡ халҡын ғашиҡ иткән шул мәлдәрҙә. Был йәһәттән уның ҡала мәктәптәрендә балаларға ҡурай буйынса үҙе белгәндәрҙе өйрәтеүен, бихисап конкурста еңеү яулағанын билдәләү күпкә ишара һымаҡ.
— Дөрөҫөн әйткәндә, халҡының 70 проценты милли ҡоралында уйнай белгән илдәр бар. Беҙ кәмме ни? Ҡурайымды ҡулыма алғанда, һәр саҡ ошо уйҙар әйләнә башымда, — тип бәйән итә музыкаға булған һөйөүенең асылы хаҡында Фуат Хәләф улы. – Ә бит беҙҙең ҡурай сихри көскә эйә. Ниндәй тетрәндергес, ниндәй илаһи ул! Уйнаусыларға ла, тыңлаусыларға ла булған файҙаһы хаҡында әйтеп тә тормайым.
Ысынлап та, халҡыбыҙҙың тарихы ла, рухи көсө лә – ҡурай. Шуны аңлай белергә кәрәктер.
Тарих тигәндән, Фуат ағай һәр көйгә иғтибар бирергә тырыша, уның ҡайҙа һәм нисек ижад ителгәнен өйрәнә, шунан ғына көйләргә баҙнат итә. Репертуарында күпләп халыҡ көйҙәре (шул иҫәптән бер нисә вариантта) булыуы ҡурайсыға ҡарата ихтирамды көсәйтә генә.
…Туймазы ҡалаһы. Халыҡ араһындағы таланттарҙы барлау, киң тамашасы алдына сығарыу маҡсаты менән ойошторолған “Тылсымлы ҡурай моңо” I асыҡ район конкурсы бара. Сәхнәлә “Ғилмияза” яңғырай. Инде мәшһүр ҡурайсы Әҙһәм Исҡужиндың уҡыусыһы Фуат Юнысбаев һуҙа был көйҙө. Һауа һуларға ла баҙнат итмәгәндәй, зал тып-тын, күптәрҙең күҙендә йәш бөрсөктәре һәм… Гран-при! Тимәк, сәнәғәт тә, сәнғәт тә уңды Фуат ағайҙан. Ҡурайсының илаһи моңо киңерәк таралыуын ғына теләргә ҡалалыр.