Һандуғастар һайрай. Ҡайҙа һайрай?..22.12.2015
Һандуғастар һайрай. Ҡайҙа һайрай?.. Рәзидә Әхмәтова йыр сәнғәтенә йондоҙ кеүек атылып инде. Балтас тамашасыһы уның моңло тауышын беренсе тапҡыр 1999 йылда “Йәш тауыштар” төбәк-ара конкурсында ишеткәйне. Үҙенә килешеп торған сәхнә кейеме, киң диапазоны һәм башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыуы менән күңел дәфтәренә һеңде ул.
Баһалама ағзалары бер тауыштан “Башҡорт халыҡ йыр­ҙарын иң оҫта башҡарыусы“ номинация­һын­да еңеүсе тип таныны Рәзидәне. Асҡын райо­нының Баҙансат ауылы халҡы, ғөмүмән, башҡорт милли мәҙә­ниәтен үҫтереү буйынса ныҡ­лы эш башҡара. Был турала филология фәндәре докторы Әлфис Ғаязов “Ҡа­ҙан­сылар иле” китабында ла тасуирлап яҙҙы.
Күҙәткәнем, һығымталар яһаға­ным бар. Исемдәре сәнғәт тарихында ҡалырҙай талант эйәләре­нең күбеһе – ауылдан. Тәбиғәт ҡа­батланмаҫ тылсымға күмгән ма­турлыҡҡа һоҡланып, яй ғына үҙ ижадтарына юл яралар. Тый­наҡ­лыҡ һәм баҫалҡылыҡ хас уларға.
Һөнәре буйынса педагог Рәзидә. Өфө дәүләт сәнғәт училищеһында вокал сәнғәте бүлеген тамамлаған. Остаздары тураһында ҙур тул­ҡынланыу, ғорурлыҡ менән һөйләй ул. Ижад юлдарына вокал сәнғәте буйынса оло фатиха биргән педагог, Баш­ҡортостандың атҡаҙан­ған артисы Сима Иосифовна Мишуриста белем алған. Уны бик яҡ­шы тәьҫо­раттар, күңел йылы­лығы менән иҫләй һылыу. Рәзидәнең уҡы­тыусыһы заманында мәшһүр педагог Миләүшә Мортазинала вокал серҙәренә өйрәнгән. Ми­ләүшә Ғәли ҡыҙы ябай ке­ше түгел бит инде. Уның етәк­селегендә ҡанат йәйеп, моң офоғона осоусылар башҡорт сәхнәһен данланы: Илфаҡ Смаков, Радик Гәрәев, Иҙрис Ғәзиев, Нажиә Аллаярова, Вахит Хызыров, донъя күләмендә бил­дәле Илдар һәм Асҡар Абдра­за­ҡовтар...
Сирек бы­уат­лыҡ сәхнә ғүме­рен­дә Рәзидә Әхмәтова гел уларға оҡ­шарға тырышып йырланы, ижад емештәрен ентекләп өйрәнде. Сәнғәт мәк­тә­бендәге вокал дә­рес­тәрендә кес­кәй­ҙәрҙе остаз­дарының күп йыллыҡ хеҙ­мәт­тәре менән та­ныш­тырҙы.
Ә мин уйға ҡа­лам... Традициялар дауам итә, тиҙәр. Морта­зи­на­ның уҡыу­сы­һы­ның уҡыу­сыһы бер ҙә кәм эшләргә тейеш түгел.
Донъяла йыр-моңдан башҡа мөхәббәт тигән иҫ киткес хистәр тулҡыны бар. Асҡын районының Ҡышлауйылға ауылы егете Фәнзәт менән урта мәктәптә башланған саф хистәр маңлайға яҙылған булып сыҡты. “Һуҡырҙарса ярат­тым...” – ти Рәзидә һуңынан, тиҫ­тәләрсә йыл уҙып, ире менән бергә тормош михнәттәрен кисереп, шат­лыҡтарын татып ҡарағандан һуң.
Тормош уны үҙе кеүек үк уңған, тәүәккәл һәм талантлы, булдыҡлы кеше менән осраштырған.
– Мөхәббәт ошолор инде. Атаһы гармунсы, әсәһе бейеүсе был егет бер күреүҙән ғашиҡ итте. Өҫтәүенә Фәнзәттең ата-әсәһе лә, туғандары ла йыр һөйөүсе кешеләр ине. Йырсылар ғаиләһе миңә бик оҡшаны. Өс йыл көтөп алдым буласаҡ йәремде армия сафтарынан, – тип рәхәтләнеп көлә Рәзидә. — Спортсы, марафонсы тиҙҙән мин уҡыт­ҡан мәктәпкә эшкә ҡайтты. Гөрлә­теп тормош көтә башланыҡ. Бул­дыҡлы, ышаныслы, ғәҙел, тырыш ул Фәнзәт. Саңғы уҙыштарында, республика һәм Рәсәй күләмендә үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашып, еңеү яуланы. Бик күп миҙалдар өйҙә стенаны биҙәп тора. Уның уҡыусылары ла бер нисә йыл рәттән призлы урындар алып килде. Мөхәббәт емештәре булып улыбыҙ Алмас һәм ҡыҙыбыҙ Миң­һылыу донъяға килде. Са­бый­ҙарҙың тыуыуы ғаиләне бермә-бер нығыта.
Рәзидә бер-бер артлы дүрт бала табып үҫтерә. Сәнғәт мәктәбендә – вокал уҡытыусыһы, өйҙә – уңған килен, мәҙәниәт һарайында данлыҡлы йырсыға әүерелә.
Мин Рәзидәнең һуңғы йылдар­ҙағы ижадын күҙәтеп барам. Ул ихлас һәм эскерһеҙ. Йырсы кешегә, минеңсә, баһа бөгөн кәрәк. Яйын тура килтереп әйтелгән хуплау һүҙҙәре әҙәм балаһына ҡанат ҡуя.
Башҡорт халҡының мәңге һүн­мәҫ-һүрелмәҫ йырҙары Рәзидә башҡарыуында үтә лә моңло, аһәңле яңғырай. Өләсәһенән отоп алған “Һағыныу” йыры ғына нисә йыл инде уның репертуарынан төшмәй. “Уйыл” иһә, йыр һөйөүсе­ләр әйт­меш­ләй, “коронный” сығы­шы. “Сыбай ҡаш­ҡа”, “Элмәлек” ке­үек башҡорттоң үтә лә моңло йырҙары репертуарында 25 йылдан ашыу башҡа­рыла. Был йырҙар — ата-бабанан йәдкәр булып бирелә торған мәңгелек хазина. Уларҙы йәш быуынға тапшырыу, тама­шасыға еткереү, һис шикһеҙ, һоҡланыу хисе уята. Тәбиғәт бир­гән һәләтен арттырыу, камиллаштырыу ниә­тендә Рәзидә Өфө дәү­ләт сәнғәт академияһында ситтән тороп уҡып, ҡумыҙҙа, думбырала уйнау нескәлектәрен дә өйрәнгән.
Бер абруйлы татар әҙибе йәш башҡарыусыларға кинәйәләп: “Тәбиғәттә ата һандуғастар ғына һайрай”, – тип яҙғайны. Шөкөр, һуң­ғы йылдарҙа сәхнәгә, йыр сәнғәтенә ынтылыш ныҡ алға бара. Ҡатын-ҡыҙ үҙе лә илһамдың сығанағы булырлыҡ хөрмәткә лайыҡ. Уларҙың күбеһе эстрада ҡаҙанында ҡайнай. Рәзидә инде — 25 йыллыҡ сәхнә ғүмере менән Балтас һәм Асҡын райондары тарихында илаһи бер күренеш. Үҙен райондағы бер концерттан да ҡалдырмайҙар. Һамар өлкәһендә, Пермь крайында үткәрелгән һабантуйҙарҙа яҡ­таштарыбыҙ күңелен яуланы. Ул милли йырҙа­рыбыҙҙы, башҡорт композитор­ҙарының яңы әҫәрҙәрен халҡына ҙур оҫталыҡ менән еткерә. Һарытау өлкәһендәге һабантуйҙа туғандаш ике республиканың башлыҡтары уны ихлас ҡотланы.
Балалары ла моң-даръя донъя­һында үҫә уның. Фирүзәт көслө баянсы булып танылған, Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты. Алмас менән Миңһылыу 2002 йылда “Ирәндек моңо” конкурсында Гран-при яулаһа, 2005 йылда төбәк-ара “Оҙон көй” бәйгеһендә ғаилә менән сығыш яһап, махсус призға лайыҡ булдылар. 12 йылдан һуң был ваҡиғаның юбилейына арнап, ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов “Хазина” программаһында бик матур тапшырыу әҙерләне. Моңло ғаилә­нең ижади тормошо тураһында тапшырыу, халыҡ һорауын иҫәпкә алып, күп тапҡыр БЮТ каналынан күрһәтелде.
Рәзидәнең ижади уңыштары Балтас районының сәнғәт мәктә­бенә эшкә килгәс тә яңы ҡолас алды. 2004 йылда “Дуҫлыҡ моңо” халыҡ-ара конкурсында лауреат исеменә, 2009 йылдың ноябрендә Туймазы ҡалаһында үткәрелгән “Оҙон көй” бәйгеһендә гран-приға лайыҡ булды. Был – уның йырлы тормошоноң иң бәхетле мәле. Баш­ҡорт халыҡ йыры “Буран­бай”ҙы Рәзидә ҙур пафос, кинәйә һәм ҡабатланмаҫ моң менән башҡар­ҙы. Баһалама ағзалары, шул иҫәптән Фәрзәнә Сәғитова менән Флүрә Килдейәрова уға иң юға­ры баһа бирҙе. Был уның йондоҙло сәғәте ине.
Уҡыусылары ла әленән-әле уныштарға өлгәшә. 2014 йылда Ленара Солтанова менән Зөһрә Ғарифуллина “Оҙон көй”ҙөң дипломанттары булды. Күп кенә уҡыу­сылары – халыҡ-ара конкурс­тар­ҙың лауреаты. Рәзидә Башҡортос­тан радиоһы ойошторған “Юлдаш йы­ры” конкурсын да көтөп ала. Ха­лыҡҡа еткерәһе әйберҙәре күп, репертуарында ҡырҡтан ашыу башҡорт халыҡ йыры бар.
“Юлдаш йыры” бик күп талант­тарҙы балҡытты. Халыҡ араһында ундайҙар бик күп. Ишетергә, таныр­ға ғына кәрәк. “Юлдаш йыры”ның төп маҡсаты ошо. 2014 йылда Рәзидә уның “Тамашасы һөйөүе” номинация­һында еңһә, 2015 йылда иһә лауреат булды.
Ижад кешеһе булараҡ, геройым эҙләнеү юлында. Яңы йырҙар яҙа, клиптар төшөрә, тамашасыға тәҡ­дим итә.
Ғөмүмән, ижадтың асылы-маҡ­са­ты нимә­лә тиһәң, был һорауға йыр һөйөүселәр “Тыуған ил, Тыуған ер, Туған тел, Тыуған йорт темала­ры” тип яуап бирер. Ә беҙ, Рәзи­дә­нең яҡташтары, ояһында һанду­ғас күркәмерәк һайрай, тип ҡыуа­набыҙ.




Вернуться назад