АЙЛЫ ТӨНДӘ...Мин – йоҡоһоҙ өкө. Бөгәсә төн
Әйләндем дә юрый һармаҡҡа,
Көмөш нурын айҙың, уйнап ҡына,
Эләктереп алдым бармаҡҡа.
Әй, ҡарыша, теләй ысҡынырға,
Әй, тартыла алыҫ офоҡҡа,
Бәлки, унда төндөң фәрештәһе
Сираталыр нурҙы орсоҡҡа.
Их, ысҡынды! Көмөш нурың менән
Уйнағанға, айым, ғәфү ит.
Йоҡом ҡасҡан, уйым түгел уйын:
Йыһаныма кәрәк ғәфиәт.*
Дерелдәне таңдың керпектәре,
Әтәс әле һөрән һалмаған.
Ҡояштың да йәне тыныс түгел,
Төндә ул да йоҡлай алмаған...
*Ғәфиәт – тыныслыҡ (ғәр.)
СЫҘАМ ЗАТТимер һынығы – һуҡыр тин,
Тутыҡҡан, эштән сыҡҡан.
Арый икән тимер ҙә,
Ә бит утта сыныҡҡан?!
Дүрт аяҡлы ат һөрөнә:
Арыған мәхлүк – йәлләү.
Мин һөрөнһәм, бер көлкө,
Аттан көслөмөн әлләү?
Һынһам әгәр ҙә, һөрөнһәм,
Ташлар тормош сүплеккә.
Арыған, тимәҫтәр, бары
Көйөрҙәр сүп күплеккә.
Тимергә, атҡа сағышам?
Оят – йөҙөм ҡып-ҡыҙыл,
Кешемен! Кешенең дә иң
Сыҙамы – ҡатын-ҡыҙмын.
ҺАҒЫШҺары күҙле, һары ҡаурый
Ҡошсоҡ тәҙрә төбөмдә.
Һайраманы. Ем һораны.
Һыйланым. Килә көн дә.
Ем сүпләй ҙә ул усымдан
Осоп инә түремә.
Һағышым әллә күҙемә
Ҡошсоҡ булып күренә?
Һары күҙле, һары ҡаурый –
Һағышымды ул тоя.
Серҙәш миңә, өйҙәш ҡошсоҡ
Күңелдә ҡорған оя.
ДАУЫЛҮтте-китте хис дауылы!
Ҡыуып етә алманым.
Ғәрлегемә сыҙамайса,
Сәсем йолҡоп иланым.
Үтеп китте, саң борхотоп,
Саңда – эҙе, саң – һүҙе.
Ни өсөн ғәрләнәм әле –
Саң ҡосағында үҙе.
ҺАҠМАРЙырҙан белдем тәүҙә
Һине, Һаҡмар.
Күңел, йырҙай күреп,
Инде һаҡлар.
Арҡайымға юлым
Төштө бер мәл.
Күрҙем һине, Һаҡмар,
Төшмө был хәл?!
Һайыҡҡанһың ҡалай...
Ҡылған эскән
Һыуҙарыңды сарсап –
Ҡалған иҫән.
Кисеп кенә сыҡтым,
Кисер, Һаҡмар...
Сал далаңдың йәмен,
Йәнен ҡотҡар!
Бәхете һин, Һаҡмар,
Һәм сихәте
Тереклектең, гүйә –
Әсә һөтө.
БӘХЕТ Бәхет ул, ипле ҡунаҡтай,
Килә лә тик бер мәлгә,
Китә лә башлай, әйтәһең,
Рәхмәт хәлде белгәнгә.
Зарыҡҡанымды һиҙгәндер,
Миңә лә инеп сыҡты:
Таң нурына сумған Бәхет
Кисеп килгән ысыҡты.
ТЕРЕ ҠУҘКире ҡағылған мөхәббәт
Һүрелмәй ҙә. Һүнмәй ҙә.
Яуапһыҙ хистәргә йөрәк
Үрелмәй ҙә. Күнмәй ҙә.
Кире ҡағылған мөхәббәт
Ҡайҙан ала ул утты,
Ҡуҙы тере – тоҡанырҙай,
Ҡайҙан ала утынды?
Кире ҡағылған мөхәббәт
Ҡайнап торған кәсәмдер,
Ҡуҙы – өҙөлмәҫ өмөттөр,
Утыны уның – сәмдер.
НӨКТӘ...Кискән инек таңғы ысыҡ,
Саф күңелдән таңланған саҡ...
Һин ашыҡтың, сит яҡтарҙа
Хыял күгем, тип, яҡтырҙы.
Гөл түтәлен тапап үттең,
Сүллек эҙләп ташлап киттең.
Унда, беләм, сәнскәк таптың...
Аҡ күңелдә ҡара тап һин.
Тап бер – нөктә үткәндәрҙә,
Эҙең дә юҡ түтәлдәрҙә,
Үҫтерҙе лә сәскәләрҙе,
Сын баҡсасым сәсемә үрҙе!
СУЛИКОҠайҙа һин, Сулико?
Йыр һаман юҡһына,
Онотмай ул һине,
Аһ, үҙең юҡ ҡына...
Исемең аңғарта –
Һин ҡыҙы Күһтауҙың.
Мин – Урал балаһы,
Йыр тыңлап үкһенем.
Ҡайҙа һин, Сулико?!
Онотолмаҫ моңло йыр,
Милләтең – мөхәббәт,
Һөйгәндәр тик тойор.
Сулико! Сулико...
***
Арыған донъя.
Үҙ хәле – хәл.
Ә бер көндө
Һорап ҡуйҙы:
– Һылыу, ни хәл?
Күҙенә элгән,
Мине белгән?!