Рухи йылы бөркөп, изге нурҙар сәсеп!19.12.2015
Рухи йылы бөркөп, изге нурҙар сәсеп! Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы аҙағына ла яҡынлашты. Нимәһе менән иҫтә ҡалды һуң был йыл? Ниндәй уңыштар килтерҙе? Республикабыҙҙа ойошторолған “Әҙәби марафон” акцияһы үҙ маҡсатына ирештеме? Хәйер, һөйөнөрлөк күренештәр байтаҡ булды. М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында уҙғарылған Әҙәбиәт йылын ябыу тантанаһында ошо хаҡта һөйөнөп телгә алдылар.
– Республикабыҙҙа ҡәләм оҫта­ларын ҡурсалауға, дәртләндереүгә элек-электән ныҡлы иғтибар бүленә, — тине Башҡортостан Хөкү­мәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов. – Улар өсөн Салауат Юлаев, Һәҙиә Дәүләтшина, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премиялары булдырылған. Китап нәшер итеү мәсьәләһе лә – төбәк етәкселегенең иғтибар үҙәгендә.
Рухи йылы бөркөп, изге нурҙар сәсеп!“Күберәк сағыу биттәр” девизы менән республикабыҙҙа ойошто­ролған ижади марафон үҙ маҡсатына иреште тиергә була. Яҙыусылар Башҡортостандың һәр районында булып, йәмғеһе өс меңгә яҡын ҡулъяҙма тикшергән, бихисап башлап ҡәләмгә тотонғандарға йүнәлеш биргән. Бынан тыш, “Әҙәби троллейбус”, “Рәсәйҙең әҙәби картаһы”, “Библиотөн”, “Дауа­ханаға — китап” акциялары, “Йәштәр тауышы” фес­тивале, “Әйтер һүҙем бар...” проекты мәҙәни тормошобоҙға йәм өҫтәне.
Әҙәбиәт йылы әҙиптәр өсөн йәнә бер һөйөнөслө ваҡиға менән иҫтә ҡалды. Баймаҡ районында, йәмле Талҡаҫ күле буйында ижад йорто асылыуы – ҙур ҡаҙаныш.
Рухи йылы бөркөп, изге нурҙар сәсеп!Байрам тантанаһында Рөстәм Мәрҙәнов бер төркөм әҙиптәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Шағир Рауил Шаммас Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Ә инде Спартак Ильясов, Гүзәл Ғәлиева, Мөнир Ҡунафин, Хисмәт Юлдашев, Игорь Горюхин “Башҡортостан Респуб­ликаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ошо исемлектә яҙыусы, публицист, киң билдәле “Аслыҡ” романы авторы, хеҙмәттәшебеҙ Рәлис Ураҙғолов та бар. Үткер ҡәләм оҫтаһын лайыҡлы наградаһы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
1996 йылда Башҡортостанда Сергей Аксаков исемендәге премия бул­дырылған. Ул ватансылыҡ рухын­дағы әҫәрҙәре өсөн Рәсәйҙең билдәле әҙиптәренә тапшырыла. Быйыл мәр­тәбәле бүләккә танылған публицист, “Завтра” гәзитенең баш мөхәр­рире Александр Проханов лайыҡ булды.
Тантанала Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ла ҡатнашты.
— Был йыл бик һөҙөмтәле булды, — тине Лилиә Салауат ҡыҙы. – Заманында СССР-ҙа иң күп китап уҡыған халыҡ йәшәй ине. Ағымдағы йылда илебеҙҙә әҙәбиәткә иғтибар көсәйҙе. Һөҙөмтәлә Рәсәй элекке яҡшы күрһәткесте ҡайтарҙы.
Сенатор белдереүенсә, Башҡорт­останда мәҙәниәттең үҫешенә айырыуса иғтибар бүленә. Республи­кабыҙҙың быйыл ун иң күп уҡыған төбәк исемлегенә инеүе күп нәмә хаҡында һөйләй. Уңайҙан файҙа­ланып, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға Федерация Советының Почет грамотаһы тапшырылды.




Вернуться назад