ДИУАНАМин – ҡатын-ҡыҙ. Иң ҙур бәхет ошо
Һомай ҡошо булған донъяла.
“Әсәй!” – тигән тауыш мәғәнәһен
Һәр иртәлә тойоп уянам.
Ҡосағыма алам бәпесемде,
Йөрәк һулышымды ул тоя.
Әүрәткән дә, яратҡан да йәрҙең
Йән йылыһын йомшаҡ ҡул тоя.
Йәшәүемдең ике тотҡаһы һеҙ:
Һөйгән йәрем, уртаҡ балабыҙ.
Тормош ғәме менән өсәүләшеп
Донъялыҡта урын алабыҙ.
Йондоҙло күк фатихаһын биргән
Мөхәббәткә һалып тамғалар,
Беҙҙең хистәр һөйөү диңгеҙенә
Яҙғы тулҡын булып ҡағалар.
Шул тулҡындың бер тамсыһы булып,
Ҡыҙыбыҙ бит йөҙә уртала.
Уның яҡты яҙмыштары өсөн
Ҡурсала һин беҙҙе, ҡурсала?!
Һин тормошто биҙәр төҫлөһөң дә
Ҡырын ятып ҡына диванда...
Мин – хыялый, һаман өмөт итәм,
Диуанамын инде, диуана!
АСЛЫҠМин гонаһлы. Валсығына тиклем
Икмәк ҡәҙерләгән булманы.
Һыныҡ-мыныҡтарҙы ашатырға
Эргәмдә лә юҡ бит ҡул малы.
Ҡатырам да сүп-сар өйөмөнә
Ырғытамын, аслыҡ күрмәгәс.
Шул икмәкте табып кимереүсе
Асарбаҡтар мине тиргәмәҫ.
Ас ҡәҙерен туҡтар белмәгәне
Ысынбарлыҡтарҙа сағыла.
Ҡояш – уртаҡ, ләкин фәҡирҙәргә
Ас бет мөһөрҙәре тағыла.
Илдә сәпсек үлмәй, тиеүҙәре
Аңға һеңдерелгән тыумыштан.
Домофонлы йортҡа инә алмай
Туңып үлә тышта бомждар.
ҠЫШКүңелемдә аҡ өмөттәр бәпләп,
Һәлмәк кенә ҡарҙар яуа Ергә.
Быйма кейеп алған ҡыҙым атлай,
Ҡарһылыуҙай, минең менән бергә.
Иң ғәзизе эргәһендә булғас,
Ышаныслы ваҡ-ваҡ аҙымдары.
Әсәй барҙа бала етем түгел,
Дауам итә тормош ағымдары,
Йәшел көрәк менән ҡарҙы көрәй.
Ер йөҙөндә ҡалыр дауамым шул.
Ҡыҙым менән мин дә сабый булам,
Уның менән мин дә баламын шул.
Донъя яулай ҡыҙым йән-фарманға,
Еүешләнеп бөттө бар кейеме.
Бәхет өсөн күп кәрәкмәй икән,
Хасил булды тауҙай ҡар өйөмө.
Сана һөйрәп тауға менеп бара,
Яҙмыш бүләге һин, эй, ҡурсағым!
Һинең бәхет өсөн доға ҡылып,
Һүрелтмәйсә торам өй усағын.
БӘХЕТ ТӨҪӨБәхет төҫөн аңлар йәшкә еттем,
Шул иҫәптән тормош сәмен дә,
Ике быуат арауыҡты ғына
Йәшәү кәрәк икән кәмендә.
Ябай хәҡиҡәтте белер өсөн
Юғалтыуҙар кәрәк булғанмы?
Ата-әсә, бала хаҡы күпме,
Туған белмәй үҫә туғанды!
Беҙ йәшәгән донъя ошо бит ул,
Вәхшилектән ҡай саҡ ҡот оса.
Ер шары ла таҙаланыр ине,
Әшәкелектәрҙән ҡотолһа.
Ҡайҙа ла бер ҡояш, нуры төрлө,
Кеше аңдарына үтмәгәс.
Беҙ йәшәйбеҙ, тормош дауам итә,
Ахыр замандары етмәгәс.
Бәхет төҫөн аңлар йәшкә еттем,
Татыным мин тормош тәмен дә,
Ике быуат арауығын ғына
Йәшәү кәрәк икән кәмендә.
ЙӘШЕРӘ АЛМАНЫМАлмағастар сәскә ҡоя майҙа
Түҙалмайса рашҡы ямғырға...
Миңә генә яҙҙы микән әллә
Яҙҙар килгән һайын янырға?
Иренемдә татлы һуты ҡалған
Бүлеп ҡапҡан йәшел алманың.
Яратҡанды, һине яратҡанды
Ғүмер буйы йәшер(ә)алманым.
Серлелегем ҡалманы ла инде...
Мин әле лә яңғыҙ даръяла.
Өҙөлөп тә һөйөр кешең булһын
Мөхәббәттән торған донъяла.
Алдан белһәк әсе яҙмыштарҙы,
Бүлеп ҡапмаҫ инек алманы.
Үҙгәртеп тә булмаҫ донъяларҙа
Йәшәр саралар ҙа ҡалманы.
ДУҪЛЫҠТын ҡыҫыла, һауа етмәй,
Тәмәке тартмаһам да,
Йәшәй-йәшәй аҡыл керә,
Дуҫтарым артмаһа ла.
Булған ҡәҙәре лә етер
Был болғауыр донъяла.
Класташтар, курсташтар
Онотһалар – оялам.
Донъя баҫҡандыр уларҙы
Урындан ҡуҙғалмаҫлыҡ.
Йәшәһен йөрәктә дуҫлыҡ
Ҡартайып туҙа(а)лмаҫлыҡ.
Дуҫлыҡ үлсәмдәрен булмай
Үлсәп, бизмәнгә һалып,
Яҡын дуҫтар араһынан
Дошманды ҡара танып.
Көнсөллөк ғәләмәтеме?
Дуҫтар артҡараҡ боҫа.
Минең уңышҡа шатланып
Дошман ҡулымды ҡыҫа.
Күңел күҙе күргәндә лә,
Күҙ өҫтөнә ҡаш етмәй.
Кемдең кем икәнлеген дә
Айырырға баш етмәй.
МИҺЫРБАНЛЫҠБалаҫты ла ҡаҡмағанмын –
Ҡарҙары бөтөп бара.
Ҡыштар үтте, үтмәне тик
Йөрәктә ҡалған яра.
Шул яраны төҙәлтер бит
Яҙҙағы миһырбанлыҡ.
Мине ҡотҡарһа ҡотҡарыр
Эргәмдә һинең барлыҡ.
Күңел тарлығың күпмегә?
Белһәм, иретер инем,
Ғүмерҙе ҡайтарып булһа,
Һине ир итер инем.