Бөрөләр тулышҡан мәлдә...18.12.2015
Бөрөләр тулышҡан  мәлдә... Республикабыҙҙа киң ҡо­лас йәйгән “Әҙәби нағыш” марафоны аҙағына ла яҡынлашты. Баш­ҡорт­остандың һәр районын, ҡалаһын иңләп, Бөрөгә лә килеп етте ул. Шул уңай­ҙан боронғо ҡалала бу­лып, ундағы рухи тормош менән яҡындан танышыу мөмкинлеге тыуҙы. Ғәҙәттәгесә, Өфөнән бер төркөм әҙиптәр Бөрө “пристаненә” килеп туҡтаны.

БДУ-ның Бөрө филиалында үткәрелгән ҡорҙа башлап ижад итеүселәрҙең ҡулъяҙ­ма­лары тикшерелде. Уни­вер­ситетта уңышлы эшләп килгән “Бөрөләр” әҙәби түңә­рә­генең әүҙем ағзалары ижад емештәре менән та­ныш­тырҙы. Уларҙың һәр кеме ҡаланың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәй. Урында нәшер ителгән “Бөрө шишмәләре” гәзитендә әҫәр­ҙәре даими донъя күреп тора. Шулай ҙа урыҫ телендә яҙыусылар күпселекте тәшкил итә.
Йәш авторҙарға баш ҡа­ла­нан килгән яҙыусылар кә­ңәштәрен бирҙе, йылы һүҙ­ҙәрен дә йәлләмәне. Ҡә­ләм тирбәтеүселәр ара­һы­нан би­герәк тә Таңсулпан Ибра­һи­мова, Валентина Юдина, Александр Хватков яҡшы баһа алды.
Әйткәндәй, Бөрө ҡалаһы — халҡыбыҙҙың мәшһүр ҡы­ҙы Һәҙиә Дәүләтшинаның һуң­ғы төйәге. Ошо төбәккә һөргөнгә ебәрелеп, ауыр шарттарҙа көн күрһә лә, ижадын таш­ламаған ул. Әҙибә бында киң билдәле “Ырғыҙ” романын тамамлаған. Бөрө­ләр уның иҫтәлеген әле лә ҡәҙерләп һаҡлай. Университетта Һәҙиә Лотфулла ҡы­ҙының музейы эшләп килә, уҡыу йорто алдында бюсы ла ҡуйылған.
БДУ-ның Бөрө филиалы доценты, музей мөдире Гөл­нур Ҡасҡынова әҙибәгә бәйле бик күп мәғлүмәттәрҙе һөй­ләне. Баҡтиһәң, Һәҙиә Дәү­ләтшина көн итер өсөн ошо юғары уҡыу йортонда төнгө ҡарауылсы булып эшләгән.
Билдәле совет композиторы, Социалистик Хеҙмәт Ге­ройы Георгий Свиридов менән дә Бөрө халҡы хаҡлы ғорурлана. Ул Бөйөк Ватан һу­ғышы осоронда ошонда эвакуацияла булған. Сви­ри­довтың “Ваҡыт, алға!” ком­позицияһы һәммәбеҙгә лә яҡшы таныш. “Беренсе канал”дан яңылыҡтар тапшырыуы көн дә уның күтәренке рухтағы музыкаһы менән башлана. Ҡалала арҙаҡлы компо­зи­торға хөрмәт йөҙө­нән иҫтәлекле таҡтаташ ҡу­йылған. Яҙыусылар, йәштәр уға ла сәс­кәләр һалды.
Ҡала мәҙәниәт һарайын­да­ғы театрлашты­рылған тамаша иһә бай йөкмәткеле, фә­һемле булыуы менән айырылып торҙо. Сәхнәлә бер-бер артлы рус әҙәбиәте классиктары, шулай уҡ Һәҙиә Дәү­ләтшина, халыҡ сәсәне Фәр­рәх Дәүләтшин “пәйҙә булды”.
– Былтыр Мәҙәниәт йылына арналған марафон беҙҙә башланғайны, быйыл иһә “Әҙәби нағыш”ты тамам­лайбыҙ. Был осраҡлы түгел­дер, – тине район хакимиәте башлығы Николай Хорошилов. – Шундай күләмле сара эҙһеҙ үтмәҫ. Күпме йәштәрҙә ижад осҡоно ҡабынды, халыҡта китапҡа иғтибар артты.
Төрлө райондың әҙәби йылъяҙмаһын туплаған ҡа­лын китап Өфө ҡалаһына тап­шы­рылды. Ләкин, шағир Салауат Әбүзәр әйтмешләй, ул марафондың финишы юҡ. “Әҙәби нағыш” әҙәбиәт һө­йөүселәр күңелендә изгелек, миһырбанлыҡ орлоҡтары сә­сеп, йәшәргә өйрәтеүсе маяҡ булып ҡала.






Вернуться назад