Бер көндө ауыл китапханаһына уҡыған баҫмаларын тапшырырға бер апай килеп керҙе. Китапханасының: “Йә, нисек, оҡшанымы?”– тигән һорауына ул: “Оҡшаны, оҡшамаған ҡайҙа. Айырыуса бынауһын илай-илай уҡыным”, – тип яуапланы. Ҡыҙыҡһынып, иғтибар итә ҡуйҙым: һүҙ Хәйҙәр Тапаҡовтың “Офоҡтағы йондоҙ яҡтыһы” (Өфө, 2013 йыл) тип исемләнгән повестар һәм хикәйәләр йыйынтығы хаҡында бара икән.
Ғәҙәттә, әҙәбиәт белгестәре яҙыусының ижадын әҫәрҙәрендә күтәрелгән проблемаларҙың көнүҙәклегенә, художестволы образлылыҡ, тел-стиль, сюжет-композиция үҙенсәлектәре яғына ҡарап баһалай. Ә бына ябай уҡыусы, улай тәрәнгә төшөп тормайынса, туранан-тура яра ла һала: илай-илай уҡыным. Тимәк, яҙыусының әҫәре уҡыусы күңеленә хуш килеп, уны тетрәндергән, уйландырған, ышандырған. Әҙәби ижадсы өсөн ошонан да ҙурыраҡ баһа юҡтыр ул, минеңсә. Бындай халыҡсан баһа һәр кемгә лә эләгеп бармай бит.
Хәйҙәр Тапаҡов әҫәрҙәренең халыҡ тарафынан яратып ҡабул ителеүенең сере уларҙың тормошсанлығында. Ысынлап та, яҙыусының ниндәй генә әҫәрен алып ҡараһаң да, унда тасуирланған ваҡиғалар ысынбарлыҡтан алынған, һынландырылған образдар ҙа әллә ҡайҙан түгел, үҙебеҙҙең аралағы ҡәҙимге кешеләр. Шуға күрә, уҡый башлаһаң, башкөллө ваҡиғалар эсенә инеп китәһең дә онотолаһың, әҫәр геройҙары кисергәнде кисереп, улар менән шатланаһың, ҡайғыраһың, борсолаһың.
Бөгөнгө проза жанрында күп хикәйәләре, повестары менән танылыу алып, халыҡ ихтирамын ҡаҙанған һүҙ оҫтаһы Хәйҙәр. Республикабыҙ гәзит-журналдарында уның әҫәрҙәре әленән-әле донъя күреп тора, китап булып баҫыла. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: авторҙың ижад емештәре магазиндарҙа оҙаҡҡа тотҡарланмайынса, тиҙ үк һатылып бөтә. Халыҡтың Хәйҙәр Тапаҡов әҫәрҙәренә булған ҡыҙыҡһыныуы, һөйөүе, ихтыяжы кимәлен был да дәлилләй.
Илай-илай уҡырлыҡ тип нарыҡланған әҫәрҙәргә бер аҙ ҡараш ташлап алайыҡ әле. Уҡымағандар уҡыһын, уйланһын, ҡайһы бер образдарҙан — фәһем, икенселәренән ғибрәт алһын. Әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғалар баҙнатһыҙҙарға, өмөтһөҙҙәргә йәшәү дәрте, көс бирер, юлдан яҙа барыусыларға дөрөҫ йүнәлеш күрһәтер, йәштәргә тормош асылына төшөнөргә ярҙам итер, күптәргә йәшәйешебеҙҙең сетерекле мәсьәләләрен хәл итергә булышыр.
Һүҙебеҙҙе “Яҙмышым бурандары” исемле повестан башлап китәйек. Автор йәйәләр эсендә “Тиле яҙмалары” тип тә өҫтәгән. Әҫәрҙең композиция ҡоролошон яҙмыш ҡушыуы буйынса тилеләр йортона эләккән Тимербулат Хөсәйеновтың көндәлек яҙмалары тәшкил итә. Ысынбарлыҡта көндәлек яҙмалары ниндәйҙер рамкалар менән сикләнмәй. Ошо үҙенсәлек повеста ла сағылыш таба: әҫәр геройының көндәлектәргә теркәлеп барған барлыҡ уй-фекере, үҙе шаһит булған ваҡиғалар, уларға мөнәсәбәт, үҙе генә белер серҙәр тәрәнерәк тә, хислерәк тә. Художестволы әҫәр фонында көндәлек яҙмалары әлеге образды бар тулылығында асырға булышлыҡ итә.
Повестың “Тиле яҙмалары” тигән атамаһы уҡ ҡыҙыҡһыныу уята. Шунда уҡ күңелдә һорау тыуа: кем һуң тиле? Тимербулат икәне асыҡланғас, сираттағы һорауға яуап эҙләйбеҙ: ә ул тилеме һуң? Уның шундай хәлгә юлығыуына нимә йәки кем сәбәпсе? Әҫәрҙе уҡыу барышында ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты һәр кем үҙе таба ала.
Тимербулат бик күптәр кеүек совет осоронда тәрбиәләнеп, белем алған, шул осор идеологияһы аша донъяға ҡарашы формалашҡан. Әммә уның башҡаларҙан өҫтөнөрәк бер яғы бар: ул хәл-ваҡиғаларға тәнҡит күҙлегенән ҡарарға һәләтле. Шуға күрә мәктәп йылдарында уҡ аҙым һайын ғәҙеллек тип һөйләп торһалар ҙа, ысынбарлыҡта хәлдәрҙең бөтөнләй икенсе булыуына тиҙ үк төшөнә. Быға үҙе менән булып үткән байтаҡ ваҡиғалар ҙа сәбәпсе. Мәҫәлән, Маҡтау ҡағыҙының уҡыу алдынғыһы Тимербулатҡа тейешле булып та Гөлдәриәгә эләгеүе егетте хәҡиҡәт хаҡында уйланырға мәжбүр итә. “Мәктәп директоры Рауил ағай йәмғиәт белеме фәненән ғәҙеллек, тигеҙлек тураһында аҡыл һатты. Ҡайҙа ул?” — тип ғәжәпләнеүе юҡҡа түгел.
Егет шуға төшөнә: тормош “көслөнөкө – замана”, “кемдең ҡулында – шуның ауыҙында” тигән принциптарға ҡоролған. Ана шуға күрә лә маҡтау ҡағыҙы ябай эшсе балаһына түгел, ә совхоз директоры ҡыҙына эләгә. Тимербулатҡа Гөлдәриә менән дуҫлашыу ҙа тыйыла, сөнки улар бер-береһенә тиң була алмай. Үҙ тормошонда егеткә шундай әллә күпме ғәҙелһеҙлекте кисерергә тура килә.
Әсәһе ҡаты ауырыуға ҡарамаҫтан, Тимербулатты Афғанстанға хеҙмәткә тәғәйенләйҙәр, ә ауыл Советы рәйесе малайы Хәлит Өфөлә ҡала. Әллә ҡайҙарҙа уҡып белем алырлыҡ Тимербулат ат ҡараусынан уҙмаһа, шул уҡ Хәлит ауыл Советы рәйесе булып күкрәк һуға. Берәүҙәргә тормош гел генә ал да гөл, ә Тимербулатҡа проблема табылып ҡына тора. Шул рәүешле ғүмеренең аҙағына тиклем ғәҙеллек, әҙәм рәүешле тормош кинәнесе таба алмай ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән Афған яугире.
Әсәһен дауалар өсөн шул бүләктәрен һатырға мәжбүр булыуы ла һәйбәт тормоштан түгел бит. Илебеҙҙәге үҙгәртеп ҡороу тип тарихҡа кереп ҡалған, ә ысынында бар нәмәне пыран-заран килтереүгә алып барған етлегеп етмәгән саралар шауҡымы миллиондарса ябай кешене бөлгөнлөккә, хәйерселеккә дусар итә, түбәнселеккә төшөрә. Изгелек, мәрхәмәтлелек, кешеләр араһындағы бер-береңә ярҙам, үҙ-ара хөрмәт кеүек матур әхлаҡи йолалар юғала. Ошондай заманда Тимербулат хәлендә ҡалыусыларға аптырарлыҡ түгел.
Шулай ҙа кемде ғәйепләргә һуң? Был һорауға повестағы Афған яуын кисергән икенсе бер персонаждан — капитан Пыковтан да – теүәлерәк итеп яуапларлыҡ кеше булмаҫ. Бына нимә ти ул Тимербулатҡа: “Беҙ һинең менән – ана шул ғәйрәтле диктатураның интернационалсы ялғанына төрөнгән мәғәнәһеҙ сәйәсәте ҡорбандары”.
Яҙмыш ниндәй генә һынауҙарға дусар итмәһен, Тимербулаттың кешелек сифаттарын юғалтмауы уға ҡарата һоҡланыу хисе уята. Күңелендә киләсәккә яҡты хыялдар йөрөткән, янғын мәлендә үҙен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, башҡаларҙы ҡотҡарырға ашыҡҡан кешегә тиле мөһөрө тағыу мөмкинме һуң? Психик сирлеләр йортона эләгеүенә ана шул ялғанлыҡҡа, күҙ буяуға, ғәҙелһеҙлеккә ҡоролған система хакимлығы сәбәпсе.
Повеста үҙгәртеп ҡороуҙарҙан башлап 2008 йылға тиклемге осорҙа булып үткән, һәр кемебеҙгә таныш булған ваҡиғалар бер-бер артлы күҙ алдынан үтә. Колхоз-совхоздарҙың таралыуы, гөрләп торған ауылдарҙың юҡҡа сығыуы, эшһеҙлектең ғәҙәти күренешкә әйләнеүе, халыҡтың эскелек һаҙлығына бата барыуы, күңелдәрҙе биләгән битарафлыҡ – барыһын да кисерә, үҙ иңендә татый ябай кеше. Әлеге тилеләр йортондағы Зәлифә исемле ҡатындың “мәктәпле, медпунктлы, ике кантурлы ауыл” тип хәтерләп һөйләүенә бер ҙә иҫәрлек тип ҡарарға ярамай, сөнки унда әсе хәҡиҡәт ярылып ята.
“Айһылыу” повесында ла бөгөнгө йәшәйеш проблемалары күтәрелә. Илдәге иҡтисади көрсөк һөҙөмтәһендә артҡан эшһеҙлек, шул арҡала ғаилә мөнәсәбәттәренең киҫкенләшеп китеүе, эскелек, әхлаҡи тотанаҡһыҙлыҡ, аҙғынлыҡ кеүек йәмһеҙ күренештәрҙең йәмғиәттә киңерәк урын алыуы һәр кемде борсоуға һала, киләсәк быуындың яҙмышына ла кире йоғонто яһамаһа ине, тип хәүефләндерә.
Әммә яҙыусы тормоштоң тик ҡара яҡтарын ғына күрһәтеп, уҡыусыны төшөнкөлөккә бирелергә мәжбүр итә икән, тип уйларға ярамай. Киреһенсә, уның маҡсаты — кешене тормоштағы һынауҙарға бирешмәйенсә, алға яҡты өмөттәр бағлап йәшәргә, көрәшергә рухландырыу. Автор маҡсатына повестың төп геройы Айһылыу миҫалында өлгәшә. Иренең тормош ауырлыҡтарынан бөгөлөп, ыңғай үҙгәрештәрҙән төңөлөп, эскесегә әйләнә барыуына ҡарамаҫтан, юҡты бар итеп, берҙән-бер ҡыҙын тәрбиәләргә, ғаилә усағын һүндермәҫкә көс тапҡан был ҡатындың тилберлеге һоҡландыра. Көслө зат тип иҫәпләнгән ирҙәр донъя ауырлыҡтарына бирешеп, һынып ҡалғанда, Айһылыуҙың оптимистик рухы ҡаһарманлыҡҡа тиң. Ниндәй генә кәмһетелеүҙәргә дусар булмаһын, кешелек рухын юғалтмайынса, “таш менән атҡанға аш менән ат” тигән матур әхлаҡ ҡанунына тоғро ҡалған Айһылыу еңел тормош эҙләп, һеңлеһенең ғүмерен ҡыйған, үҙенең яңы ғына тыуған сабыйын яҙмыш ҡосағына ташлап ҡалдырған Маһинурҙан күп тапҡырға өҫтөн.
Әлбиттә, Маһинурҙың яҙмышы ла көнләшерлек түгел: аҙғын әсәһенән наҙ күрмәй үҫкән бала сағы уның күңеленә ауыр яра һала. Әммә, нисек кенә булмаһын, уның әлеге йәшәү рәүешен бының менән генә аҡлап булмай. Повесть аҙағында автор Маһинурҙы ауылдан китергә мәжбүр итә. Артабанғы яҙмышы нисек дауам итер – уныһы ҡараңғы. Һәр хәлдә, ҡылған гонаһтары уға тынғылыҡ бирерме икән? Ә бына Айһылыу образының киләсәген яҙыусы оптимистик рухта фаразлай. Ире Әнүәр ҙә эсеүен ташлай, ғаиләлә татыулыҡ урынлаша. Бәлки, рәхимһеҙ сирҙән дә ҡотолор. Изге күңелле кешеләргә Хоҙай йүнен бирә бит ул.
Йыйынтыҡҡа ингән хикәйәләрҙә лә ҡәҙимге тормошобоҙҙан алынған ғибрәтле хәл-ваҡиғалар һүрәтләнгән. Һәр береһендә тиерлек бәлә-ҡазаларҙың, үҙ-ара низағтарҙың, әхлаҡи түбәнселектең башы эскелеккә барып тоташа тигән бик дөрөҫ фекер үткәрелә. Нәҡ ана шул яман күренеш бынамын тигән ғаиләләрҙе емерә, бик шәп әҙәмдәрҙе гүр эйәһе итә. “Яҙылып бөтмәгән портрет” хикәйәһендәге ауырыу әсәнең үлем түшәгендә ятыуына иҫтәре лә китмәйенсә, көпә-көндөҙ эскелек ойошторған Хәйбулла менән Гөлзифаға ҡарата уҡыусы күңелендә нәфрәт уяна. “Ҡуласа”лағы ҡасандыр алдынғы механизатор булып хөрмәт ҡаҙанған, артабан артыҡ маҡтауҙарҙан башы әйләнеп, эскелеккә бирелгән, шул арҡала ғаиләһен ынйытҡан, һуңынан икенсе ҡатынға өйгә кереп, аҙаҡ зәғифләнгәс, кәрәге ҡалмайынса, ҡарттар йортона килеп эләккән Мансур берсә йәлләткес, берсә ытырғаныс булып күҙ алдына баҫа.
“Һәүеректәр” хикәйәһендә бынамын тигән егеттәрҙең өйләнмәйенсә йөрөп, шешә ҡолона әйләнеп, эштән дә, йәшәүҙән дә төңөлөүе, бахыр, меҫкен төҫө алыуы, хәйерсе хәленә ҡалыуы уларға ҡарата йәлләүҙән бигерәк асыу тыуҙыра.
Хикәйәләрҙә ҡылған эштәре, изге ниәттәре менән иҫтә ҡалырлыҡ һоҡланғыс образдар ҙа етерлек. Етем ҡалған балаларҙы уллыҡҡа алырға йөрөгән өлкән йәштәге Кәлимулла ҡарт (“Шәжәрә”), иренең ни тиклем рәнйетеүенә ҡарамаҫтан, ҡыҙын атаһы менән мөнәсәбәтен көйләргә өндәгән Маһира әбей (“Ҡуласа”), бер-береһенә дуҫтарса матур ҡарашта булған мөхәббәт өсмөйөшө – Рәйлә, Әсғәт, Сәйҙә (“Офоҡтағы йондоҙ яҡтыһы”) – ана шундайҙар. Шөкөр, тирә-яғыбыҙҙа кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙырлыҡ изгелекле кешеләр бар әле тигән ҡыуаныс кисерелә, уларҙы уҡығас.
Хәйҙәр Тапаҡовтың повестары, хикәйәләре мауыҡтырғыс сюжетҡа ҡоролған булыуы, ябай, аңлайышлы тел менән яҙылыуы уҡыусыны йәлеп итә. Һәр әҫәре тормошсан, ышандырырлыҡ. Шуға күрә һүҙ башында телгә алынған китап уҡыусының “илай-илай уҡыным” тигән һүҙҙәрендә һис тә арттырыу юҡ.