Әҙәбиәт йылы уңайынан тип әйтеп тә булмайҙыр, әммә, Аллаға шөкөр, башҡорт телендә китаптар сығып тора. С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Ирек Кинйәбулатовтың ижадына, тормош юлына арналған библиографик белешмәне Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана әҙерләп, нәшер иткән. Унда әҙиптең яҙыусылыҡ эшмәкәрлегенә ҡағылышлы матбуғатта, әҙәби йыйынтыҡтарҙа, китаптарҙа өс телдә (башҡорт, татар, урыҫ) баҫылған бай материал тупланған. “Ирек Кинйәбулатовтың әҫәрҙәре”, “Ирек Кинйәбулатовтың тормошо һәм ижады тураһында әҙәбиәт” ә бүлектәренең исемдәре үк үҙе хаҡында һөйләп тора. Баш һүҙ рәүешендә Ҡ. Аралбаевтың, Ә. Хәбировтың, Р. Әхмәҙиевтең, Т. Килмөхәмәтовтың мәҡәләләре бирелгән. Йыйынтыҡ шағирға арналған шиғырҙар, фотоматериалдар менән байытылған. Белешмә әҙиптең эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынған һәр кемгә ижади сәфәр күрһәткесе була ала.
Башҡорт прозаһына үҙенсәлекле әҫәре – “Яңы башҡорт” романы — менән килеп ингән Флүр Ғәлимов был юлы ла беҙҙе яңы образдары менән таң ҡалдырмаҡсы, ахырыһы. Уның “Аҙғын тәүбәһе” трилогияһы З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә ошо көндәрҙә донъя күрҙе. Трилогияның төп геройы, Салауат Юлаев тоҡомо, рәссам Салауат Байғазин тормош мәғәнәһенә әүерелгән кешеләрен бер юлы юғалта. Шул уҡ ваҡытта совет иле менән бергә идеалдары, инаныс-өмөттәре, барлыҡ донъяһы емерелә. Ошо ҡаршылыҡтарҙы нисек еңеп сығырға? Автор бәндәнең барлыҡ кисерештәрен өс өлөштән торған китапҡа һыйҙырырға тырышҡан. Уҡып ҡарайыҡ. Әйткәндәй, әҫәр “Ағиҙел” журналында ла баҫылды.
Балалар яҙыусыһы Сәрүәр Ғәләүетдиновтың “Семәрле беләҙек” (“Ажурный браслет”) китабы ике телдә донъя күргән. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, йәнлек-ҡоштар, үҫемлектәр донъяһы, башҡорт халҡының милли аш-һыуы, һауыт-һабаһы тураһында автор шиғри йомаҡтар тәҡдим итә. Был йыйынтыҡ уҡыусылар, ата-әсәләр өсөн бик ҡыҙыҡлы булыр, моғайын. Уҡытыусылар ҙа уны эш барышында файҙалана ала.