Һеҙҙең Балҡантауҙа булғанығыҙ бармы? Юҡмы ни? Донъялағы иң матур ерҙе күрмәй нисек түҙәһегеҙ икән? Ҡыйындыр, әлбиттә. Ә бит Балҡантауҙы күреү генә түгел, шунда тыуып, шунда үҫкән кешеләр бар. Уларға рәхәт, исмаһам, тыуҙыңмы, рәхим ит: Балҡантау...Шағирә Лариса Абдуллинаның “Балҡантау рухы” тигән китабын уҡып сыҡҡас, Мостай Кәримдең “Өс таған” әҫәрендәге ошо юлдарҙы саҡ ҡына үҙгәртеп, Балҡантауға төбәгәндә лә хилаф булмаҫ.
Китаптың тәүге битен асыу менән, өс үҫмергә Балҡантауҙың серле мәмерйәһе асылғандай, тылсым донъяһына барып юлығаһың. Унда Салауат, Айбулат, Хансура исемле малайҙарға эйәреп, тау батшалығында мажаралы сәйәхәткә тарыйһың. Күҙ асып йомған арала ҡаршыңа Самабай исемле бер ҡарыш ҙурлығындағы малай килеп баҫа. Үҙе бер ҡарыш булһа ла, аҡылы мең ҡарыш уның, тау эсе донъяһында – малайҙарға ышаныслы юлдаш.
Бына – “Башҡорт хәрефтәре баҡсаһы”. Малайҙарҙың баш осонда нурҙар уйнай башлай.
– Һеҙ туған телегеҙҙең йөрәгенә килеп индегеҙ! Туған телегеҙ шуға ла рәхмәтен әйтеп, яҡты нурҙарына ҡойондора. Киләсәктә ул һеҙгә ошондай мөмкинлектәр асыр, бөгөн быны хатта күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ! – ти Самабай.
– Мин күҙ алдына килтерәм ул, – тип һүҙгә ҡушыла Айбулат. – Әсәй әйтә: туған телен белмәгән кешеләрҙең Йыһан менән бәйләнеше өҙөлә, һәм улар төрлө яман сирҙәргә дусар була!
Шул саҡ Хансура сәбәләнә башлай. Баҡһаң, уның башына нурҙар килеп етә алмай, имеш. Малайҙар дуҫтарын ҡотҡарырға ташланды, әммә ул күҙгә күренмәгән быяла ҡоршау менән уратылған икән. Ни өсөн? Быныһын китапты уҡып сыҡҡас белерһегеҙ...
Ғөмүмән, Балҡантау эсендә һеҙ донъялағы иң шәп компьютер менән танышырһығыҙ, Асылыкүлдең төбөнә төшөрһөгөҙ, “Ваҡытофон”дың нимә икәненә төшөнөрһөгөҙ, Урал батыр менән осрашырһығыҙ...
“Балҡантау рухы” китабын ҡулдарынан тылсым тамған рәссам Хаят Йәрмөхәмәтова сағыу рәсемдәр менән биҙәгән. Матур һүрәттәр һеҙҙе әҫәрҙең һуңғы битенә тиклем оҙатып барыр.
Шулай итеп, мажаралы сәйәхәткә – Балҡантауға – киттек, дуҫтар!