Салауаттарға – салауат15.12.2015
Салауаттарға – салауат Илебеҙҙең төрлө тарафтарында барса халыҡ йыл һөҙөмтәләрен барлаған көндәрҙә Салауатта уҙған “Әҙәби нағыш” марафоны рухи тормошобоҙға үҙенең сағыу ялҡынын өҫтәне. Мәҙәниәт министрлығы, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Яҙыусылар союзы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Милли әҙәбиәт музейы, “Башҡортостан” гәзите редакцияһы тарафынан район һәм ҡала хакимиәттәре менән берлектә ойошторолған был сара республикабыҙҙы урап сығып, изге йомала, 11 декабрь көнө, милли батырыбыҙ, шағирыбыҙ Салауаттың исемен йөрөткән ҡалабыҙға аяҡ баҫты.
Рухиәт байрамы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән танышыуҙан башланып, ҡаланың картиналар гале­рея­һында дауам итте. Бында тап ошо сара алдынан донъя күргән “Һүҙ — йәштәргә” альманахына индерелгән яҙмаларҙы тикшереү барҙы. Башҡорт телендә ижад итеүсе йәштәргә “Баш­ҡортостан” гәзитенең мәҙәниәт һәм әҙәбиәт бүлеге етәксеһе, шағирә Лариса Абдуллина менән “Ағиҙел” журналының яуаплы сәркәтибе, шағир Дамир Шә­рәфетдинов үҙенең кәңәштәрен әйтеп, уларҙы һүҙ менән етди эш итергә саҡырҙы. Хеҙмәттәшебеҙ, “Салауат” гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары Рөстәм Хәлимовтың шиғырҙарына юғары баһа биреүҙәре ҡыуандырҙы. “Әлеге көндә беҙ төп баҫымды йәштәргә яһарға тейеш, сөнки улар – халҡыбыҙ киләсәге, беҙҙең юлды дауам итеүсе. Ошолай тере аралашыу барышында Илүзә Таһирова һәм Эльвина Солтанова исемле ҡыҙҙарҙың күңелдәренә ем, нур һала алһаҡ, ниндәйҙер кимәлдә маҡ­сатҡа өлгәштек, тип әйтергә булалыр”, – тине Лариса Хашим ҡыҙы. Ә Дамир ағай Шәрәфи иһә был ҡыҙҙарға ҡарап, ҡоймаҡты туҡый беләһегеҙ, әммә фор­маға һала алмайһығыҙ, тип йылмайҙы. “Бельские просторы” журналының баш мөхәррире Юрий Горюхин менән уның урынбаҫары Салауат Вахитов арыраҡ бүлмәлә урыҫ телендә ижад ителгән ҡулъяҙмаларға үҙ һүҙҙәрен әйтте. Салауаттар был сараны тап ошо юҫыҡта башлауы менән отто, тиһәк хата булмаҫ. Сөнки марафондың төп маҡсаты – һәләтле йәштәрҙе табыу һәм үҫтереү. Ошондай тәжрибә мәктәптәре ойоштороп, уларҙы оҫталыҡ серҙәренә тө­шөндөрөү мөһим.
Артабан осрашыу үҙәк китапханала дауам итте. Абруйлы ҡунаҡтар менән аралашыуға китапханасылар, әҙәбиәт һөйөү­селәр, уҡы­тыусылар, балалар кил­гәйне. Йәнле һөйләшеү барышында күңел ҡылдарын тиб­рәткән шиғырҙар яңғырауы һүҙ байрамына илаһилыҡ өҫтәне. Бындағы кисә Салауатта китап уҡыған, әҙәбиәт менән дуҫ кешеләр күп икәнен тағы ла бер дәлилләне. Әммә яҡташтарым хәҙер башҡорт классиктары йыйынтыҡ­тарының урыҫ теленә тәрже­мәһе юҡлығы мәсьәләһен күтәрмәй ҡала алманы. Булғандары бик иҫкер­гәнлеген дә билдәләнеләр.
Ҡалала әҙәбиәт йондоҙҙары менән осрашырға һәм йыл символын күреп ҡалырға теләүселәр ифрат күп ине. Был “Ағиҙел” мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең тамаша залы халыҡ менән шығырым тулы булыуында сағылды. Аҡмулла һәм уның уҡыусылары тураһында урындағы театр артистары тарафынан сәхнә­ләш­тергән тамаша рух, шиғриәт донъяһы менән сорнап алып, кисә аҙағына тиклем оҙатып барҙы. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Дилбәр Мостафина үҙ сығышында салауаттарҙың әҙәбиәт өлкәһендәге уңыштары менән таныштырып үтте, Әҙәбиәт йылында иң-иңдәр булып танылғандарҙы билдәләне.
Бөрө ҡалаһынан килгәндәргә Йылъ­яҙма-китапты тапшырыу иң тулҡын­ландырғыс мәл булды. Ҡунаҡтарҙың һәр береһенә һүҙ бирелде, улар ҙа шиғри күстәнәстәренән ауыҙ иттерҙе. “Әҙәби нағыш” байрамы йөкмәткеле, күңелле концерт номерҙары менән тамамланды.


Вернуться назад