“Йософ һәм Зөләйха” тамашасыларҙы көтә12.12.2015
“Йософ һәм Зөләйха” тамашасыларҙы көтә Ер йөҙөндә Йософ менән Зөләйханың мөхәббәте тураһында белмәгән кеше бармы икән? Моғайын, юҡтыр. Сал быуаттарҙан быуындан быуынға һөйләнеп килгән был тарих бөгөн дә күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртә. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Яңы йыл алдынан тамашасыларын тап ошондай премьера менән ҡыуандырырға булған.

Ҡол Ғәли яҙып ҡалдырған ҡиссаны сәхнә әҫәре итеп Юныс Сафиуллин әҙерләгән. Музыкаль риүәйәтте сәхнәгә ҡуйыусы – театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов, музыка авторы – Урал Иҙелбаев, ҡуйыусы-рәссам – Альберт Нестеров, хореография һәм пластика өсөн яуаплы – Сулпан Асҡарова. Проект Башҡортостан Башлығының ике миллион һумлыҡ грантын яулаған. Шуға сәхнәнең биҙәлеше лә, кейемдәр ҙә сағыу буласаҡ.
– Был премьераны мин оҙаҡ, Томас Манндың “Йософ һәм уның ағалары” әҫәрен уҡығандан бирле, көттөм. Йәш саҡта Нәзим Хикмәттең пьесаһы менән таныштым. Ҡөрьәндәге Йософ тураһындағы сүрәләр матурлыҡ һәм мөхәббәт тураһында һөйләй. Матурлыҡты донъяла Хоҙай уртаға бүлә: бер яртыһын кешелеккә, икенсеһен Йософҡа бирә. Спектаклдең төп фекере – кеше яратһа һәм яратылһа, ул матур күңелле була, тышҡы ҡиәфәте менән дә күҙҙең яуын алып тора. Был тема Зөләйха образы аша һүрәтләнә. Ғөмүмән, әҫәр аша әйтергә теләгән фекер шул: Аллаһы Тәғәлә һиңә биргән яҙмыш, һынауҙарҙы үҙ иңеңә күтәреп, алға атларға. Ҡөрьәндә һәр сүрә ошондай һүҙҙәр менән тамамлана: “был ҡиссалар аҡылы кешегә ҙур мәртәбә һәм һабаҡ булып тора”. Быны мин үҙ һүҙҙәрем менән ошолай аңлатам: битараф кешеләр генә был әҫәрҙәрҙә бер нәмә лә күрә алмаҫ, – ти Олег Ханов.
Тамашала театр труппаһынан утыҙҙан ашыу кеше сәхнәгә сығасаҡ. Бөтә йырҙар ҙа тере тауыш менән башҡарыласаҡ. Спектакль өсөн 12 йыр яҙылған. Әҙерлек ҡыҙыу бара. 19, 20 декабрҙә премьераға килегеҙ!



Вернуться назад