Дан11.12.2015
Малевич данға сумды,
Төшөрөп ҡара шаҡмаҡ.
Уға эйәреп эшләнем
Аҡ ҡағыҙға аҡ шаҡмаҡ.
Күҙемә ҡарап әйттеләр:
– Ҡайҙан килдең һин, ахмаҡ?!

Дәрәжәң күтәрмәһә,
Дуҫтарың этәрмәһә,
Эштәреңдән ни файҙа –
Ялбарһаң да Хоҙайға...

* * *

Ят йортҡа килдем,
Ҡаршыланы эте.
Өрмәне, ҡойроҡ болғап,
Ришүәт көттө...

* * *

Эх, был тормош аптырата –
Аҡылы тар аҡыл һата.

* * *

Йоҡлағанды уятып,
Өс көн аҡыл һаттылар.
Аҙаҡ, тыныс йоҡо теләп,
Ҡәнәғәт булып ҡайттылар.

* * *

Мин – башҡортмон, тип ҡысҡырҙың
Бөгөн дә, әйттең кисә.
Баҡсаңды яҡшылап ҡара,
Унда бит әрем үҫә!..


* * *
Әйтте маймыл, тәүгә күргәс
Кешене бөгөн:
– Имәнес хайуан икән был,
Тик башында — йөн.





Вернуться назад