БӨТӨН РӘСӘЙ УҠЫЙ11.12.2015
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөтә Рәсәй дәүләт телерадио-компанияһының “Һуғыш һәм солох. Роман уҡыйбыҙ” тигән әҙәби марафонында ҡатнашты. Республика етәксеһе Лев Толстой ижад иткән әҫәрҙең икенсе томынан дәүләт хеҙмәтенә арналған өҙөктө уҡып ишеттерҙе.
“Һуғыш һәм солох. Роман уҡыйбыҙ” проекты Әҙәбиәт йылын тамамлай һәм китаптың тәүге баҫмаһының 150 йыллығына арнала. 8-11 декабрҙә “Рәсәй Мәҙәниәт” телеканалы, “Маяҡ” радиостанцияһы эфирҙарында, шулай уҡ Интернет селтәрендә әҫәрҙе уҡыу туранан-тура тапшырыла. Әҙәби марафонда ҡатнашырға төрлө илдәрҙән һәм ҡалаларҙан 5 372 кеше теләк белдергән. Романды уҡыу өсөн мөхәррирҙәр улар араһынан 1 300-ҙән ашыу кешене һайлап алған. Исемлектә актерҙар, режиссерҙар, телевидение һәм радио алып барыусылары, сәйәсмәндәр, спортсылар, ғалимдар, дәүләт эшмәкәрҙәре, төрлө һөнәр эйәләре һәм төрлө йәштәге кешеләр бар.
Башҡортостандан марафонда 16 кеше ҡатнаша. Сараны ойоштороу­сыларҙың фекеренсә, күләмле марафон урыҫ әҙәбиәте классигының бөйөк әҫәренә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырырға тейеш.




Вернуться назад