“Финиш”һыҙ марафон09.12.2015
 “Финиш”һыҙ марафон Һәр нәмәнең үҙәге бар. Планеталарҙы үҙәктә ятҡан ядро йәшәтә, ағастар үҙәктән һут һура, үҙәктәге күсәр арҡаһында тәгәрмәс әйләнә... Кешелектең үҙәген иһә РУХИӘТ тәшкил итә. Һәм һәр нәмә лә унһыҙ юҡҡа сыға башлай. Ядро һыуынһа, планеталар йәшәүҙән туҡтай, күсәрһеҙ тәгәрмәс әйләнмәй, ағастарҙың иң беренсе үҙәге серей...
Ә кешелектең?


Донъяла барған ҡот осҡос ваҡиғаларҙы уйлайһың да, беҙҙең дә үҙәгебеҙ серей башламанымы, тигән һорау тыуа. Матди байлыҡты рухиәттән өҫтөн ҡуйған ҡайһы бер ил етәкселә­ренең зиһендәре томаланып, ут менән шаяралар, әхлаҡ һәм әҙәп төшөнсәләре юҡҡа сыға. Шулай булмаһа, ир менән ирҙең никахлашыуын, шәрә ҡатын-ҡыҙҙың ғибәҙәтханаларҙағы ҡыланыш­тарын нисек аңлатырға?!
Үҙебеҙҙәге хәлдәр ҙә йән йылытыр­лыҡ түгел. Эскелек, фәхишәлек, сүплектә табыл­ған балалар, коррупция, эшһеҙ­лек... Һанай китһәң осона сығырлыҡ түгел һымаҡ. Былар­ҙың барыһы ла нәҡ ана шул рухи ҡиммәт­тәрҙең юҡҡа сыға барыуына ишара лабаһа! Һуңғы йылдарҙа дәүләт етәкселәренең рухи байлыҡҡа иғтибарын арттырыуы юҡҡа түгел. Былтыр илебеҙҙә Мәҙәниәт йылы булһа, быйыл Әҙәбиәт йылы үтеп бара, киләһендә иһә Кино йылы аяҡ баҫырға тора.
Әҙәбиәт йылы халҡыбыҙҙың хә­терендә “Әҙәби нағыш” марафоны булараҡ ҡалыр, моғайын. Башҡортостан Яҙыусылар союзы “Башҡортостан” гәзите менән берлектә ойошторған был сара республиканың барлыҡ төбәктәрен урап сыҡты. Ҡыуандырғаны шул: һәр ҡалала, районда үткән рухиәт байрамында халыҡ ихлас ҡатнашты, шығырым тулы залдар алҡыштарҙан яңғырап торҙо. Өфө әҙиптәре бик күп ҡулъяҙмаларҙы тикшерҙе, башлап яҙыусыларға файҙалы кәңәштәрен бирҙе. Марафондың төп маҡсаты төбәктәрҙәге талантлы йәштәрҙе табып, уларҙы үҫтереү булһа ла, халыҡты әҙәбиәткә йәлеп итеү, рухиәтте күтәреү йәһәтенән ҙур эш башҡарылды.
Был турала кешеләр нимә уйлай икән? Уларҙың фекеренә ҡолаҡ һалайыҡ. Әлбиттә, тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тигәндәй, әҙәби марафон эшенә ҡәнәғәтһеҙлек белдергәндәр ҙә булды.
“Әҙәбиәт йылына күп вәғәҙәләр, маҡ­саттар ҡуйылғайны. Халыҡҡа әҙәбиәт­те еткереү, китаптың ҡәҙерен күтәреү һәм башҡалар. Улар үтәлмәне тип уйлайым. Һәр хәлдә ауылдағы минең туғандарым китап тигәндең “к” хәрефен дә күрмәне. Әҙәбиәт – ул тәрбиә, һәр ваҡыт йәмғиәт менән бергә булырға тейеш”, – ти Инсаф Хужабиргәнов.
Дөрөҫ, әҙәбиәт уҡыусынан тыш йәшәй алмай. Ләкин “ауылдағы минең туған­дарым китап тигәндең “к” хәрефен дә күрмәне” тигән һүҙҙәр нисектер сәйе­рерәк яңғырай. Үкенескә ҡаршы, беҙ килтереп биреүгә, кемдәндер нимәлер көтөргә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Шул уҡ Инсаф­тың туғандары Айҙа йәшәмәй ҙәбаһа. Ауылда китап магазиндары булмаһа (һәр ауылда уны асыу мөмкин түгел), район үҙәктәрендә бар, китапханалар эшләй. Өҫтәүенә хәҙер Интернет заманы, әбей-бабайҙар ҙа кеҫә телефонынан һөйләшә. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте менән бәйләнешкә инеп, китап һатыуҙарын ойоштороуҙы һорарға була бит. Был үтенесте улар кире ҡаҡмаҫ ине, моғайын. Ниңә әле беҙ һаман сәңгелдәктә ятҡан бала ише ҡыланабыҙ, ауыҙға имсәк ҡаптырған­дарын көтәбеҙ? Мостай Кәримдең “Әбүбәкер” хикәйәһендәге “Әбүбәкер коммунизмы”нда йәшәмәүебеҙҙе күптән аңларға ваҡыт!
Айбулат Сәсәнбаевтың фекере была­йыраҡ: “Әҙәбиәт тарих менән бергә атларға тейеш. Тик әлегә бөгөнгө көн тураһында проза әҫәрҙәре һирәк осрай. 1990 йылдарҙағы азатлыҡ көрәшенә арналған сәсмә әҫәрҙәр күргәнем юҡ. Һаман боронғо башҡорттоң тирмәләге көнкү­реше. “Әҙәби нағыш” марафоны­ның йәш авторҙар эҙләүе бик яҡшы. Хәҙер ошо тапҡан таланттар менән тығыҙ аралашыу булдырып, уларҙы дөрөҫ йүнәлештә үҫтерһәгеҙ ине. Бындай сара Әҙәбиәт йылы сиктәрендә генә ҡалмаһын, йыл һайын йөрөргә кәрәк. Беҙ илағансы, әрнегәнсе, ғәҙел, дөрөҫ тәнҡиткә мохтаж”.
Айбулаттың һуңғы һүҙҙәре әҙәбиәт белгестәренә лә, шағир-яҙыусыларға ла ҡағыла. Сер түгел, теге йәки был әҫәргә ҡарата матбуғат биттәрендә бер ҙә тәнҡит мәҡәләһе күренгәне юҡ. Яҙылғандары ла әҫәрҙе һәм әҙипте маҡтауҙан ары китмәй. “Мин уның әҫәрен яманлаһам, дошманыма әйләнер” тигәнерәк ҡараш йәшәй һымаҡ. Ҡасан­дыр Һаҙый Таҡташ әйткән “әсәйебеҙ – әҙәбиәт, һөйгән йәребеҙ – шиғриәт” кәмһетелә шулай. Айбулат әйткәнсә, “беҙ илағансы, әрнегәнсе, ҡаты, ғәҙел тәнҡиткә мохтаж”.
“Әҙәби нағыш” марафоны республикала ябай халыҡ араһынан һәүәҫкәр ижадсыларҙы табырға ярҙам итә. Уларҙың ижады менән танышыу, әҫәрҙәрен тәнҡит күҙлегенән ҡарап лайыҡлы баһа биреү әҙәбиәт үҫешенә юл аса, һөҙөмтәлә һүҙ сәнғәтендә яңы көстәр туплана. Бөрйән районында уҙған марафонда минең дә шиғырҙарым ҡәләм оҫталары аша үтте. Шағир ағай-апай­ҙарҙың һүҙҙәрен тыңлап, үҙемә ниндәйҙер яңылыҡ астым, илһам ҡанаттарымды нығыттым”, – тип яҙа Айгиз Буранғолов.
Шигем юҡ, Айгиз кеүек уйлаған ҡәләм тирбәтеүселәр бихисап. Нимә генә тиһәк тә, “Әҙәби нағыш” марафоны әҙәбиәт яратҡандар күңеленә йоғонтоһоҙ ҡалмаҫ. Ҡулъяҙмалар тикшергән саҡта авторҙар­ҙың тулҡынланып шиғыр уҡыуҙары, тәжрибәле шағир-яҙыу­сыларҙың кәңәш­тәрен йотлоғоп тыңлауҙары бөгөнгөләй күҙ алдында. Ҡыҫҡаһы, атаҡлы шағиры­быҙ Рәшит Назаров яҙғанса, “орлоҡ ергә төшһә, серемәй ул – үҫә!”
Ошо урында әҙәбиәттә теше сарланған шағир Дамир Шәрәфетдинов­тың әйткән һүҙҙәрен килтерге килә: “Ҡайҙалыр һөйлә­гәйнем инде мин был турала... Әҙәбиәт йылы, минеңсә, былтырғы Мәҙәниәт йылынан әүҙемерәк килеп сыҡты. Яҙыусылар союзы менән “Башҡортостан” гәзите үткәргән “Әҙәби нағыш” марафоны был йәһәттән иң уңышлы форма тип уйлайым. Байтаҡ райондарҙа ойоштороусы һәм ҡатнашыусы булараҡ шуны танырға тура килә: иң беренсе Ҡырмыҫҡалы районында уҡ Наил Ғәйетбай теҙгенде шаҡара тартмаһа, ул да яһалма, исем өсөн булған сараға әйләнер ине. Ә Ҡырмыҫҡалыла былай булды: унда беҙҙе – бик күп яҙыу­сы­лар­ҙы – алдан әҙер байрам прог­раммаһы менән көтә инеләр. Ә Наил ағай: “Ә ҡайҙа ҡулъяҙмалар, авторҙар? Беҙ бит бында байрамға түгел, эшләргә килдек!” – тине лә авторҙар янына китте. Шуға бүленеш булды: кемдер байрам итеп йөрөнө, ә беҙ бер залда төшкө ашҡа ла бармай ҡулъяҙ­малар тикшереп, авторҙар менән аралашып ултырҙыҡ... Артабан ошо эшлекле йүнәлеш дауам итте, һәр районда иң тәүҙә авторҙар табыу маҡсаты ҡуйылды. Өфө яҙыусылары­ның райондарҙа байрам итергә түгел, ә эш күрһәтергә йөрөүе марафондың төп уңышы тип һанайым. Хатта иң “ауырҙары” ла анализ яһарға өйрәнде шикелле”.
Ғөмүмән, Әҙәбиәт йылының биттәре ябылыуы әҙәби марафондың “финиш”ы булырға тейеш түгел. Башта әйткәнемсә, был – тәүге ҡоймаҡ. Әле “таба”ның ҡыҙа башлаған сағы тип ҡабул итәйек...




Вернуться назад