Кешеләрҙе ҡояш итеп күрәм:
Байығандар була, ҡалҡҡандар.
Тәүгеләре – күңел тойғоларын
Бикләп тотҡан тере ҡалҡандар.
Ҡара уйҙар ҡуйы болот булып,
Ҡаплап алған әллә үҙҙәрен?
Ҡараш менән осрашырлыҡ түгел,
Иман ташлап киткән күҙҙәрен.
Тура юлдан ситкә баҫҡандарҙа
Ҡояш байыуҙарын күҙәтәм.
Ә мин үҙем изгелекте яҡлап,
Ҡояш ҡалҡыуҙарын үҙ итәм.
* * *
Беҙ – өс яҙмыш, беҙгә уртаҡ
Ятаҡтағы бер бүлмә.
Хыялый, һантый ҡыҙҙар, тип
Көлмә әле һин, көлмә!
Беҙ – өс яҙмыш, беҙгә уртаҡ
Сәйнүк, кәстрүл, тәрилкә.
Берҙәм эшләп бар нәмәне
Килтерәбеҙ тәртипкә.
Беҙ – өс яҙмыш, беҙгә уртаҡ
Кисереш-хистәребеҙ.
Йәшлектең матур хәтере –
Серләшкән кистәребеҙ.
Шәүрә ТУЙСИНА,
БДУ студенты.