“Ынйыларҙа тәбиғәт үҙе йырлай”08.12.2015
“Ынйыларҙа тәбиғәт   үҙе йырлай” “Башҡортостан” гәзите уҡыусыларын “Шоңҡар” әҙәби ижад берекмәһенең тарихы менән таныштырып тороу кәрәкмәйҙер, моғайын. Хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы эргәһендә бынан һигеҙ тиҫтә йыл элек ҡанат нығытып, әҙәбиәт күгенә талпынған ул. Ошо ваҡыт эсендә был ойошма милли мәҙәниәт, әҙәбиәт, мәғариф өлкәһенә шәхес тәрбиәләп сығарыуға ифрат ҙур өлөш индерҙе. Башҡортостандың халыҡ шағирҙары һәм яҙыусыларының, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡлы билдәле әҙиптәрҙең күпселеге тап ошо түңәрәктә ҡәләм сарланы, тәүге әҫәрҙәрен ижад итте, китаптарын донъяға сығарҙы.
Йәш ижадсыларҙың, шул иҫәптән шоңҡарсыларҙың әҫәрҙәрен һәм исемдәрен халыҡҡа танытыуҙа “Башҡортостан” гәзитенең дә өлөшө бар. Әйткәндәй, әҙәбиәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре Салауат Әбүзәров менән Лариса Абдуллина — элекке БДУ студенттары, хәҙер инде исемдәре йәмәғәтселеккә киң билдәле әҙиптәр.
Бөгөнгө шоңҡарсылар ҙа матур ҡаҙаныштары, ижади уңыштары менән ҡыуандырып тора. Һәр башланғыста беренселәр – университет тормошонда иң әүҙем ҡатнашҡандар, уҡыу алдынғылары, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа йөкмәткеле докладтар менән сығыш яһағандар — тап шул түңәрәк ағзалары.
Әҙәбиәт йылы тамамланыуға ла күп ҡалманы. Беҙҙең студент һәм магистранттарыбыҙ ҙа байтаҡ семинар, фестивалдәр ойоштороуҙа, яҙыусылар һәм күренекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙа ҡатнашты, әле дәртләнеп әҙерләнеп ятҡан саралар ҙа күп әле. Уларҙың эҙләнеүҙәрендә ныҡышмалылыҡ, оло ижади табыштар теләйбеҙ.
Бөгөн гәзит уҡыусылар иғтибарына “Шоңҡар” әҙәби ижад түңәрәгендә шөғөлләнеүсе йәштәрҙең әҫәрҙәренән бер шәлкем тәҡдим итәбеҙ.


Илшат ЯНБАЕВ,
филология фәндәре кандидаты,
БДУ доценты.



Юл япрағы

Тубыҡланып һынып төшәм,
Йәнә һыуға, бер утҡа.
Юл япрағын һалыр инем
Өҙөп кенә тубыҡҡа.

Ҙур тормоштоң оло юлы,
Имсе япраҡ, һин ҡайҙа?
Бала саҡтан минең менән
Килмәһәң һуң ни файҙа?

Башым эйелергә тора,
Нығынмаған быуындар.
Мине күптән яраламай
Урамдағы уйындар.

Яралай ялғанлыҡтар,
Нахаҡ һүҙҙәр яралай.
Әйтерһең дә, аҡ буяуға
Тамып төшкән ҡаралай.

Көнләшеүсе кеше була,
Аяҡтағы ойоҡҡа.
Шунан киткән яман һүҙҙәр
Төшөрәләр тубыҡҡа.

Шәүрә ТУЙСИНА.


Бәхет

Ҙур донъяның һис бер диңгеҙе лә,
Сүлдәре лә тартмай үҙенә.
Тау артылып, илдәр гиҙермен, тип
Бер ҙә һүҙҙәр бирмәм үҙемә.
Менәһем юҡ бейек ҡаяларға,
Былай ҙа мин ерҙә бәхетле!
Эҙләп йөрөмәнем һис күктәрҙән,
Ошо ерем – үҙе тәхеттәй.
Бар күңелем, бар йөрәгем менән
Тик бер генә ергә тартылам.
Изгеләрҙән-изге төйәгемә
Уйҙарымда йәнә юл алам...
Ғүмеремдең һәр минутын ҙурлап,
Һиңә бағышларға әҙермен.
Тормошомда иң ҙур бәхет булып
Йәшәүеңә рәхмәт, ҡәҙерлем!

Гөлфирә ВӘЛИЕВА.


Йәй ҡыҙы

Мин ғашиҡ йәй миҙгеленә,
Алһыу йәйге таңдарға,
“Ниңә?” тиһәң, ошо мәлдә
Тыуғанғалыр донъяға.

Йәйге елдәй етеҙмен мин:
Ултырмайым урында.
Яңы шөғөл, яңы эштәр,
Ҙур хыялдар уйымда.

Йәйге йәшен кеүекмен мин:
Ялтлайым да һүреләм.
Йәй ҡояшылай шаянмын,
Күкрәү кеүек кире лә.

Йәйге таңда һандуғастар
Һайрап миңә моң биргән.
Ялан сәскәләре: “Беҙҙәй
Уйсан, наҙлы бул”, – тигән.

Йәйге йәйғор һымаҡ сағыу
Баҙлай ғүмерем ҡуҙы.
Йәйҙәй дәртле, нурлы сағым,
Мин бит үҙем – йәй ҡыҙы.

Нурзилә УСМАНОВА.

* * *

Ниндәй генә кәртә ҡуймағыҙ һеҙ,
Ниндәй көслө елдәр иҫмәһен,
Ниндәй ҡаршылыҡтар килгәндә лә,
Мин түҙермен, “ыһ” та тимәмен.

Һүндерер өсөн кескәй өмөтөмдө
Ниндәй генә хәбәр әйтһәгеҙ, –
Ышанмамын, иҫбат итермен,
Был тормошто ғазап, тиһәгеҙ.

Күкрәп-йәшнәп килһәболоттар ҙа,
Ҡараңғылыҡ баҫһа донъямды,
Матурлыҡҡа ышанып йәшәрмен,
Ҡаршылармын йәнә ал таңды.

Юлдарымда булыр уйланмаған
Яңылышыуҙар, хата аҙымдар.
Көтөп алған, үҙем тапҡан бәхет
Онотторор барын, барын да!

Үҙгәрермен, тормош үҙгәртер шул...
Танымай ҙа торор дуҫтарым.
Тик изгелек юлдаш булғас, ашыр
Еңәм тиеп ҡуйған маҡсатым!

Лилиә ҠАҺАРМАНОВА.


Көҙгө һағыш

Ҡоштар һалҡын көҙ килгәс тә
Оса йылы яҡтарға.
Мин дә ауылды ҡалдырып,
Китәм бит йыраҡтарға.

Һағышлы уйҙар артымдан
Оҙата алыҫ юлға.
Тыуған ерҙән айырылам,
Яҙмыш араны юйғас.

Һары япраҡтар ҡойолған
Һуҡмаҡтан атлап барам.
Ҡарашымды яулай ҡала,
Ҡаршы ала ят урам.

Һыуыҡ ямғыр яуған һымаҡ
Күҙемдән йәштәр тама.
Моңһоу йырым тынмай һаман,
Күңел яраһын ямай.

Егеттең йәш йөрәгендә
Көҙгө һағыш таралһын.
Юғалһын да ҡайғы-хәсрәт,
Шатлыҡ ҡына яралһын.

Айгиз БУРАНҒОЛОВ.


Тыуған яҡ

Тыуған яғым, һинең гүзәллеккә Кемдәр генә ғашиҡ булмаған.
Ниндәй генә һүҙҙәр һөйләнмәгән,
Ниндәй генә йырҙар тыумаған.

Юҡҡа ғына ошо ерҙе һайлап,
Оло быуын нигеҙ ҡормаған,
Бушҡамы ни тыуған ере өсөн
Ата-бабам ҡанын ҡоймаған.

Ирәндеккәй тауҙа бейек ҡая,
Суҡҡарағас һыуы сылтырай.
Баһадирҙай тора ҡарағайҙар,
Ҡоштары ла данлап йыр йырлай.
Тәбиғәткә сыҡҡан бар донъяны
Бер миҙгелгә генә онотам.
Урмандарҙан йөрәккә көс өҫтәп,
Йәшәргә дәрт алып мин ҡайтам.

Заһит ҒҮМӘРОВ.


Ҡумыҙ

Ҡумыҙ уйнай бер ҡыҙ,
Сихри моңо
Арбай кеүек барлыҡ аңымды.
Ошо моңдар мине алып китә
Үткән юлдарына халҡымдың.
Мин йөрөйөм төҫлө, иңләп-буйлап
Иркен-иркен башҡорт ҡырҙарын.
Киң итәкле Урал буйҙарында
Яңғырай кеүек ҡурай моңдары,
Ҡумыҙ моңдарына ялғаналар
Һауалағы бөркөт сыңдары.

Яландарҙа сабышалар кеүек
Башҡортомдоң толпар аттары.
Табындарҙа кәңәш тотҡан кеүек
Халҡымдың оло ҡарттары...

Алина ҒӘЛИНА.


Ҡышҡы иртә

Ҡышҡы иртә. Ауыл йоҡлай,
Тик ел саба урам тултырып.
Бер мин генә әле йоҡламайым,
Килде һағыш күңел тултырып.

Йылынырға теләп, ел малайы
Эҙләй микән йылы ҡуйынды.
Шаҡымайса килеп инде төҫлө,
Өшөп-туңған йәнгә һыйынды.

Күңел ярһый, үрһәләнә һаман,
Сығып китер йөрәк атылып.
Ә ел атылды тышҡа, аңлағанда,
Ҡапҡаларға һуға ҡотороп.

Гөлзиә ИҪӘНБАЕВА.


Таң ата

Таң. Тышта ниндәй тыныс!
Күктә томан ағыла.
Бына-бына тау артынан
Нур һибеп ҡояш сыға.

Ҡояш томандар һөҙә,
Зәңгәр күккә үрмәләй.
Уның нурҙарын тойоп,
Ҡош йөрәген йыр биләй.

Үләндәргә ысыҡ төшкән –
Мең-мең төҫтә ялтырай.
Ана шул ынйыларҙа
Тәбиғәт үҙе йырлай.

Ғәлиә РӘХМӘТОВА.


Вернуться назад