Һөнәрсеме, әллә оҫтамы?04.12.2015
Әҙәбиәт йылы уңайынан әҙәбиәтсенең эше, хеҙмәте, көсө хаҡында Интернет селтәрендә ҡыҙыҡлы бәхәстәр, әңгәмәләр күренгеләй. Әлбиттә, һәр береһен күҙәтеп барыу мөмкин дә түгел, әммә ҡайһы берҙәре үҙҙәре үк иғтибарҙы йәлеп итә.

Мәҫәлән, Алексей Самойлов, яҙыусы үҙенең ижади ғүмерендә өс этап аша үтә, тип иҫәпләй. Берен­сенән, ул өйрәнсек булараҡ ҡулына ҡәләм ала ла ошо рәүешле үҙе хаҡында башҡаларға хәбәр итә. Килешергә лә була, килешмәҫкә лә мөмкин. Әйтәйек, яҙыша башла­ғанда уҡ бөтәһе лә бер төрлө ижад итмәй. Рәшит Назаров өйрәнсек этабын үткән, тип әйтеп буламы ни? Һәр хәлдә, уның ун алты йәшендә яҙған шиғырҙары халыҡты хайран итә. Әйткәндәй, тап шул әҫәрҙәре өсөн С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булғанын иҫәпкә алһаҡ, ул йәш кенә көйө ҙур награда менән бүләкләнгән тип тә аңларға була. Салауат Әбүзәровтың өйрән­сек этабы үткәнен хәтерләмәйем. Һәр хәлдә, был рецепт бөтә яҙыусыларға ла тап килмәй.
Икенсе этапта яҙыусы үҙенең ҡыҙыҡһыныуынан һөнәр йәки кәсеп эшләп ала, тип фекер йөрөтә баяғы автор. Шиғыр яҙып, хикәйәләр ижад итеп күптәр матбуғатҡа килә һәм шул килеш әҙәби оҫталығын да ерләй, журналист та булып китә алмай. Был нимәгә бәйле һуң? Минеңсә, был журналистиканың төп асылын һәм маҡсатын төшөнөп етмәүҙән килә. Әҙәбиәт ул журналистика түгел, ә журналистика сәнғәт әҫәре була алмай. Матбуғат факт­тарға, аныҡ нәмәләргә нигеҙләнә, тормошто анализлай, автор үҙ ҡарашы менән уртаҡлаша, ә әҙәбиәт – ул рәссамдар ижады, ул һығымта яһамай, был эште уҡыусының үҙенә ҡалдыра. Күп журналистар яҙыусы булып китә бит, тип әйтеүселәр ҙә булыр. Улай түгел шул, был да беҙҙең әҙәбиәттең кимәле хаҡында һөйләй. Яҙыусылар союзына алынып та, әҙип исемен күтәрерлек әҫәр яҙмауы ихтимал ҡәләм тирбәтеү­сенең.
Өсөнсө этап – оҫталыҡҡа һәр кем өлгәшә алмай, тип яҙа А. Самойлов. Автор был осорҙо үҙеңдең әйтәһе һүҙең менән уҡыусы күңе­ленә күпер һалыу мәле тип атай. Эйе, һәр яҙыусы был ижади үргә артыла ла алмайҙыр, бәлки, әммә оҫталыҡ менән сикләнәме икән ҡәләм әһелдәренең хеҙмәте? Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев кеүек баш­ҡорт әҙиптәре һәр төрлө жанрҙарҙа ла уңышлы эшләп, тотош шиғриәт институты барлыҡҡа килтерҙе, тиһәк тә хата булмаҫ.
Әҙиптең оҫталығы, үҫеш этаптары хаҡында оҙон-оҙаҡ һөйләшергә була. Был хаҡта халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов китап та сығарҙы. Башҡалар ниндәй фекерҙә?




Вернуться назад