“Бәпкә үләненә ятып Шиғыр яҙып ҡарайым”04.12.2015
ҮҘ ТЕЛЕ БАР

Һандуғас та һайрай үҙ телендә,
Күгәрсендәр “гөр-гөр” гөрләшә,
Ҡарғалар ҙа “ҡар-ҡар” ҡарҡылдаша,
Сәпсектәр ҙә “сырҡ-сырҡ” серләшә.

Һөйләшергә ошо ҡош йырылай,
Үҙ теле бар һәр бер милләттең.
Башҡа телдә йырламайбыҙ микән?
Эй, замана, беҙҙе нишләттең?..

Рәйлә НАЗАРҒОЛОВА.


Өй

Өҫтәл өҫтө – ап-аҡ таҡта:
Шәпләп ямғыр ҡойған төҫлө –
Әсәй унда аҡ он иләй,
Бәхет һибелгән төҫлө.
Йылы нурҙар өйгә тула
Зәңгәр күҙле иләктән.
Ауыҙ итәм ямғыр эскән
Баҡсалағы еләктән.
Емештәрҙе бешерергә
Ҡояшты кем өйрәткән?
Шул уҡ бәхет тәме килә
Әсәй һалған икмәктән.
Бешкән еләк кеүек мәлдәр
Һәр миҙгелдә өй эсендә.
Күңелдәге шатлығым да
Өҫтәлдәге он төҫөндә.

Ридаль СИТДИҠОВ.

***
Яҙмыштың асы елдәре
Тына төшкән кеүектәр...
Өйөм тирәләй өйөлгән
Емерелгән өмөттәр.
Күренерме улар аша
Яҡты, матур киләсәк?
...Өмөт харабаларында
Морон төрткән мең сәсәк.

Фатима ҒӘЛИЕВА.

* * *

Әле генә беҙ сабыйҙар инек,
Бик өлкән дә түгелмен бер ҙә.
Барлыҡ урам малайҙарын йыйып,
Сыҡтыҡ кәмә йөҙҙөрөргә.
Күптән түгел баҡсала ла бына
Уйынсыҡтар өсөн талаштыҡ.
Дуҫтар менән ”тас-тос” һуғыштыҡ та,
Күп тә тормай кире яраштыҡ.
Саба инек сыбыҡ аттарҙа беҙ,
Батҡаҡтарҙы урап үтмәнек.
Хәл итмәҫлек ауыр мәшәҡәттәр
Ул мәлдәрҙә һис тә күрмәнек.
Йүг(е)рә-атлай мәктәпкә лә килдек,
Эх, күңелле уҡыу йылдары...
Бала саҡтың һәр минуты иҫтә,
Гөрләп тора текә тауҙары...
Ҡарайҙар ҙа: ”Етдиерәк бул! – тиҙәр, –
Инде хәҙер ҙур ҙа үҫкәнһең,
Үҙ алдына йөҙһөн кәмәләр ҙә,
Ир ҡорона инде еткәнһең”.
Юҡ, мин әле өлкән түгелмен шул,
Йөҙгә генә ҙурҙай күренәм.
Ә күңелдә шул уҡ малай бит мин,
Ялан аяҡ тышта йүгерәм.

Фирғәт ШӘМИҒОЛОВ.


Ямғыр

Ямғыр, яу-яу-яу,
Миңә күңелле булһын.
Ямғыр, яу-яу-яу,
Йөрәгемә моң тулһын.
Ямғыр, әйт-әйт-әйт,
Нишләп былай ҡояһың?
Ятып илар мәлдәремде
Нисек кенә тояһың?

Лиана БИКҠОЛОВА.


Күңелем яҙы

Хис-тойғоларға бирелеп,
Һағынып көттөм яҙҙы.
Минең өсөн быйылғы яҙ
Нурын сәсеп йылмайҙы.

Һабантурғай ҡайтты илгә,
Йөрәккә өҫтәп хистәр.
Уның моңло көйҙәрендә
Бәүеләм иртән, кистән.

Мин үҙем дә һабантурғай –
Осам, ҡунам, һайрайым.
Бәпкә үләненә ятып
Шиғыр яҙып ҡарайым.

Айгөл ҒӘЛИӘКБӘРОВА.


Вернуться назад