Кескәй һуҡмаҡ оло юлға илтте02.03.2012
Кескәй һуҡмаҡ оло юлға илттеБөгөн һәммәбеҙгә лә ҡәҙерле “Тамыр”ҙың ҙур байрамы — уның эш башлауына 20 йыл! Яҙҙың тәүге һулышынан яралып, кешеләргә күңел йылыһы, яҡтылыҡ, рух өләшеүсе изге нигеҙгә әүерелде ул. “Иләү”, “Сәңгелдәк”тән башланған кескәй һуҡмаҡ, ике тиҫтә йыл дәүерендә төбәгебеҙ сиктәрен үтеп, киң даирәгә юл ярҙы.
Бәләкәстең күңелендә туған йолаларға, әсә теленә һөйөү тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп алған “Тамыр”ҙың өлгөһөндә бер нисә быуын телһөйәр, илһөйәр булып буй еткерҙе. Үҙ заманында тапшырыу алып барған, студияның йыр ансамблендә шөғөлләнгән балаларҙың күбеһе республикабыҙҙың сәнғәт оҫтаһы, һәр яҡлап һәләтле, милләтебеҙҙең йөҙөн билдәләрлек ышаныслы алмаш булараҡ танылды. “Тамыр”ҙар был ҡаҙаныштары өсөн тәү сиратта проектҡа нигеҙ һалған Луиза Фархшатоваға рәхмәтле.
2010 йылдың декабрендә “Тамыр” студияһының балалар һәм үҫмерҙәр телеканалына әүерелеүе барлыҡ республика халҡы өсөн ҙур шатлыҡ булды. Хәҙер ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, фәһемле тапшырыуҙарҙы иртәнге 7-нән киске 11-гә ҡәҙәр ҡарай алабыҙ. “Сәңгелдәк”, “Сулпылар”, “Семәр”, “Байтус” менән бер рәттән өр-яңы “Тау-тау хәбәр”, “ӘЮЯ ҡаласығы”, “Әкиәт китабы”, “Ғәләмәт донъя”, “Шәп арба”, “Бауырһаҡ”, “Шатлыҡ йыры”, “Борсаҡ”, “Царь горы”, “Зеркальце”, “Цирк в 13 метров” һәм башҡа тапшырыуҙар юл ярҙы. “Юлдаш” радиоһында “Иләү”, “Көнбағыш”, “Моңасҡыс”, “FM Сулпылар” үҙ эшен уңышлы дауам итә. Бындағы “Тау-тау хәбәр”, “Зирәк” һәм “Күпер” тапшырыуҙарында бәләкәс тыңлаусыларға тура эфирҙа аралашыу мөмкинлеге лә булдырылды.
“Тамыр” телеканалы республикабыҙҙы сит тарафтарҙа танытыуға ла ҙур өлөш индерә. Уның фильм-әкиәт, документаль фильмдары тиҫтәләрсә тапҡыр Бөтә Кескәй һуҡмаҡ оло юлға илттеРәсәй һәм Халыҡ-ара фестивалдәренең лауреаты булды. Республикалағы тәүге “Алтын Орфей”ҙың да эйәһе ул “Тамыр”. 2005 йылда уның “Ҡоралай” фильм-әкиәте хатта “ТЭФИ-Төбәк” телевидение премияһына лайыҡ булды. Был эштәрҙең барыһы ла башҡорт телендә ижад ителгән, нигеҙенә халҡыбыҙҙың риүәйәттәре, легендалары, тарихы, төбәгебеҙҙә ғүмер итеүсе милләттәрҙең этнографияһы һалынған.
Милли телеканалыбыҙ 20 йыллығын байрам итә башланы ла инде. Улар ҡотлау ҡабул итеп кенә ултырыуҙы өнәмәй, дуҫтары менән осрашыу өсөн сәфәргә лә сыҡты. Мәҫәлән, “Тау-тау хәбәр” мәғлүмәт хеҙмәте Өфөнөң Ҡунаҡһарай йортонда балаларға күңелле уйындар ойошторҙо. “Әкиәт китабы” тапшырыуы Ғафури районының Красноусол гимназия-интернаты уҡыусыларында ҡунаҡта булды. “Ғәләмәт донъя” менән “Шәп арба” ла үҙ сиратын түҙемһеҙлек менән көтә — улар Өфөнөң 13-сө башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһына юлланасаҡ. Ә “ӘЮЯ ҡаласығы” баш ҡаланың 40-сы балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәрҙең янына барып килмәксе.
3 мартта Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Тамыры — “Тамыр”ҙа” исемле күп сериялы яңы проект эфирға сығасаҡ. Һәр шәмбе киске сәғәт 9-ҙа тамашасылар “Тамыр” студияһының тәүге алып барыусыларының тормош юлы, ҡаҙаныштарына күҙ һаласаҡ.
1 апрелде Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тотош балаларға бағышламаҡсы. Был көндәге бер тапшырыу ҙа “Тамыр” телеканалының алып барыусыларынан тыш үтмәйәсәк.
Кескәй һуҡмаҡ оло юлға илтте18 – 19 апрелдә балаларҙы, ата-әсәләрҙе “Егерме йыл. “Тамыр” менән бергә үҫәбеҙ” исемле ҙур байрам көтә. Ул Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында буласаҡ. Тамашаға Рәсәй, Украина һәм Ҡаҙағстандың телекомпаниялары, балалар студияларынан вәкилдәр саҡырылған. Махсус ҡунаҡ — “Класс!” телекомпанияһының генераль директоры, Рәсәй телевидениеһы академияһы ағзаһы, “Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!” тапшырыуының авторы Людмила Зайцеваның да килеүе көтөлә.
Был саранан йыйылған аҡсаға май уртаһында республиканың берәй ауылында концерт күрһәтеү күҙаллана. Ә 30 майҙа Салауат Юлаев майҙанында балалар өсөн ҙур байрам ойоштороласаҡ.
Эльмира БӘШИРОВА.


Вернуться назад