“Әлифбанан бер себеш”02.12.2015
“Әлифбанан бер себеш” Был тамаша ҡуйылған һайын тамашасыны күп йыя, тинеләр. Унда төп ролде Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Алмас Әмиров башҡара.

Шуға күрә Әҙәбиәт йылы уңайынан Милли әҙәбиәт музейы коллективы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылған ”Әлифбанан бер себеш” (авторы – билдәле эстон яҙыусыһы һәм драматургы Андрус Кивиряхк, режиссеры – Линас Зайкаускас) моноспектаклен ҡарарға булды ла инде. Ысынлап та, уның йөкмәткеһе, ғәҙәти булмаған формаһы һәм артистың башҡарыу оҫталығы арбай. Хатта күп нәмәне һүҙ менән генә аңлатып та булмай, барып күрергә кәрәк. Күңелендә йыйылған фекерҙәрҙе ошо рәүешле еткермәйме икән артист, тип уйланым мин.
Спектакль һуңғы йылдарҙа ғына Украина, Литва, Карелия, Төньяҡ Осетияла халыҡ-ара кимәлдәге театр фестивалдәрендә ҡатнашҡан. “Моноспектакль – бер генә актер уйыны тигән һүҙ. Был осраҡта башҡарыусы бик тәжрибәле, талантлы, билдәле бер дәрәжәлә ҡыйыу ҙа булырға тейеш. Был жанр – актерҙың үҙе, тамашасы өсөн дә бер күренеш”, – ти театр тәнҡитселәре.
Тамашаға актерҙың ауылдаштары, яҡташтары ла килгәйне. Спектаклдән һуң актер залда ултырыусылар менән ҡуйылған әҫәр буйынса әңгәмә үткәрҙе, һорауҙарға яуап бирҙе. Райондарҙан килгән тамашасылар актерҙан спектаклде республика буйлап күрһәтеүҙе һораны.




Вернуться назад