"Әҙәбиәт йылы"нда китап уҡыусыларға һәйкәл асыласаҡ. Эскәмйәлә яратҡан китабын уҡып ятҡан ҡыҙ һыны баш ҡалабыҙа урынлашҡан Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге үҙәк балалар китапханаһы алдында ҡуйыласаҡ. Авторы – Хәлит Ғәлиуллин. Әйткәндәй, һыуһар йорто, Велосипедсы, Урам һепереүсе композицияларын да ул эшләгән. Проектты йәмәғәтселектән аҡса йыйып ғәмәлгә ашырыу күҙәллана. Әйткәндәй, яңы һәйкәл 325 мең һумға барып баҫасаҡ.
Китап яҙыу менән аптыратып булмай бөгөн, ә бына китап уҡыусы һәйкәлгә лайыҡ!