“Әҙәби нағыш” марафоны менән Башҡортостандың байтаҡ төбәктәрен урап сығырға насип булды. Ҡайҙа ғына барһаҡ та халҡыбыҙҙың йыр-моңо һоҡландырҙы, шиғри күңеле йөрәкте нурланы. Ә бына бөйөк Аҡмулла тыуған Миәкә еренә аяҡ баҫҡанда иһә үҙеңде рухиәт Мәккәһенә килгәндәй тояһың. Шағир Азамат Юлдашбаев әйткәнсә, Миәкәлә йыл һайын әҙәбиәт йылы, сөнки бындағы Аҡмулла көндәре халҡыбыҙҙың рухлы ул-ҡыҙҙарын үҙенә йыя.Күптән түгел Татарстан тамашасыһын һоҡландырып ҡайтҡан “Ветерандар” ансамбленең йыры менән башланды район мәҙәниәт һарайындағы осрашыу. Ҡартайылды инде тип, быйма, тун кейеп мейес башында ятмай Миәкәнең инәй-олатайҙары, ә кешеләргә йән йылыһы бөркә. Уларҙың сығышы шиғыр һәм йыр донъяһының ҡапҡаһын асыуға фатиха булып яңғыраны.
Төбәктә шиғыр нурында ҡойоноусылар бихисап, күбеһе – өлкән йәштәге апайҙар. Шуға ла, ҡулъяҙмаларҙы тикшереүҙе ситкә ҡуйып, ҡәләм эйәләренең үҙҙәрен тыңларға булдыҡ. Гөлшат Насибуллина, Рәсимә Мостафина, Әлфирә Кәримова, Миңзилә Билалова, Әлфирә Ҡусҡарова, Таңһылыу Янышева тулҡынланып һәм хисләнеп шиғырҙарын уҡыны. Апайҙарҙың әле лә йәштәрсә дәрт менән йәшәүе, һүҙҙәренән дә, күҙҙәренән дә бөркөлгән мөхәббәт нуры, тормошто һөйөүҙәре нисек һоҡландырмаһын инде! Уларҙың шиғырҙарын тикшереп, әҙәбиәт ҡанундары тураһында һөйләү урынһыҙ булыр ине. Иң мөһиме – яҙғандары Хоҙай ҡанундарынан тайпылмай: иман, әхлаҡ, әҙәп еҫе аңҡый уларҙан. Хәйер, апайҙар үҙҙәре лә шағир тигән илаһи исемгә дәғүә итмәй. “Шиғырҙы һыйыр һауған, кер йыуған арала яҙабыҙ”, – тиҙәр. Азамат Юлдашбаев былай тип өҫтәп ҡуйҙы: “Шағир халҡы һәр саҡ шиғыр менән йәшәй. Улар, киреһенсә, шиғыр яҙған арала кер йыуа... Ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ. Көн һайын шартлау, фажиғә тураһында телеяңылыҡтар үлем коды алып килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешене ошондай хәбәрҙәргә күнектерҙек. Үлемдең баһаһы төштө. Уның баһаһы юҡ ерҙә йәшәүҙең дә мәғәнәһе юғала. Ә ҡәләм тотҡан кеше яуызлыҡҡа бармай. Бер бөртөк шәм эргә-тирәһен яҡтыртҡан кеүек, донъяла ниндәй генә ваҡиғалар барһа ла, һәр беребеҙ үҙенең күңел яҡтыһын һүндермәһен”.
Шиғриәт тулҡынында тирбәлгәндән һуң Миәкә балаларының күргәҙмәһен байҡап сыҡтыҡ. Уҡыусыларҙың һүрәттәре, ҡул эштәре күңелгә тағы ла яҡтылыҡ һирпте. Уларҙы ҡарағанда бер уй мейене телде: эх, ут менән уйнап, донъя болартып ятыусыларға күрһәтәһе ине ошо балаларҙың эшен! Бәлки, әҙерәк кенә булһа ла йөрәктәрен семетер, уйландырыр ине. Хәйер, аҡса менән томаланған зиһен намыҫ, выждан кеүек төшөнсәләрҙән мәхрүм шул.
Кискә табан Родниковка ауылына йүнәлдек. Шығырым тулы ауыл клубы (уны ауылдыҡы тип әйтке лә килмәй, ҡала һарайҙарынан һис тә ҡайтыш түгел) гөрләп торҙо. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Светлана Атанғолова халыҡты рухиәт байрамы менән тәбрикләп, алдынғы уҡытыусыларҙы, китапханасыларҙы почет грамоталары менән бүләкләне.
Байрам өҫтөнә байрам тигәндәй, был көндә миәкәләр яҡташ яҙыусыһы Факил Мырҙаҡаевты юбилейы айҡанлы тәбрикләне. Ҡотлауҙарға Өфө ҡунаҡтары – шағир Азамат Юлдашбаев, драматург Рәлиф Кинйәбаев, яҙыусы Фәнис Янышев, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәре Айгөл Япарова ҡушылды һәм ихлас теләктәргә ҡушып бүләктәр тапшырҙы.
Әҙәбиәт байрамы Дим буйы һандуғастарының йыр-моңо менән аралашып барҙы.
Шулай итеп, әҙәбиәт толпары Аҡмулла еренән Стәрлетамаҡ тарафына сапты.