Йырлағанда таштар сәскә ата01.12.2015
Йырлағанда  таштар  сәскә ата Урын

Эҙләйем мин шиғриәттә,
Кәрәкмәй артыҡ ҙуры,
Тирә-яғы дүрт-биш аҙым —
Үҙемә аулаҡ урын.

Ел-дауылдар ҙа иҫмәгән,
Теймәгән кеше ҡулы.
Тапһаң ине шиғриәттә
Үҙеңә шәхси урын.

Тормош юлдарын айҡатып,
Гөрләтеп баҫыу-ҡырын.
Булған барлыҡ көсөң менән
Йырларға тормош йырын.

Ышанысҡа ни кәрәк

Ҡояш сыға ла баталыр…
Ниңә мин янам икән?
Йылмайыуҙар шартлы бит ул,
Шартлы алданам микән?

Ҡар-бурандар аҡлыҡ бөркә,
Килә яҙҙар беҙ көткән.
Хыялыңда моң йәшәһә,
Һулыш өрөр өмөткә.

Мин кем һиңә, ышанысһыҙ
Иҙәндә ятҡан сепрәк.
Ышаныслы булам тиһәң,
Ер һөрә белеү кәрәк.

Бына шулай, дуҫ-иштәрем,
Булмаҫ өсөн бер сепрәк
Ер һөрә белеү кәрәк.

Йөк вазифа

Иҫә елдәр, иҫә тирбәлдереп,
Күңелдәге хистәр даръяһын.
Беләм, тыныр улар ваҡыт еткәс,
Сыҡмаһам да елгә мин ясин.

Япраҡ яра йәшәү әңгәмәһе,
Домналарҙа суйын ҡойола,
Мәсет асыҡ, зиндан кәштәһендә
Осор биге ватыҡ, иншалла.

Мин дә ҡундым ағас ботағына,
Оҡшармын тип йырсы бер ҡошҡа.
Нишләргә һуң, мин бурыслы,
дуҫтар,
Ғашиҡ булғас серле тормошҡа.

Йәшәү әллә ағас ботағымы?
Һайрауҙарым икән ни өсөн?
Бәлки, тыуғанмындыр үтергә тип,
Ил алдында атам бурысын.
Ғүмер ағасының ботағы бар,
Бар бит унда япраҡ һанайһы.
Атам тартҡан, ата- бабам тартҡан
Шыуһын өсөн ғәмәл санаһы.

***

Ҡара, ҡара…
Нәфсеңде тыйып ҡара…
Йәшләй нисек яйға һалһаң,
Тормошоң шулай бара.

Хәләл ризыҡ

Йә, Хоҙайым, биләгәнһең
Инсанға йәшәү йырын.
Йәшлек нисек тә тәүәккәл,
Булмаһын ҡартлыҡ ҡырын.

Күтәрәм әле, күтәрәм,
Тойолмаҫ көсөм әрәм.
Аҡылың юйһаң ахмаҡлыҡта,
Үткен елгә эйәрһәң...

Йәшәһен тәүге мөхәббәт,
Юймаһын ғәмен мулла…
Миҙхәткә лә етмеш йәш бит —
Әстәғәфирулла!

Фиҙа ҡылған йән тирҙәре
Китмәһә әрәм-шәрәм,
Ун өс йәштән көтөү көткән
Булмаҫтыр ризыҡ хәрәм.

***
Рөстәм Асаевҡа

Ул йырлаһа, хайран ҡала
Үҙе остаз һандуғас.
Маҡтанмай ул мин йырсы тип,
Тыумыштан тыйнаҡ булғас.

Вәғәҙәһенә тоғро ул —
Егет һүҙе бер була.
Сәхнәләрҙә бер йырлаһа,
Тирә-йүн моңға тула.

Үҙ өлөшөн тапҡан заттар —
Күктә шоңҡар кеүектәр,
Типһә — тимер,
Һыуҙан ҡоро
Сығыр беҙҙә егеттәр.

Тирле һуҡмағым

Йырлағанда таштар сәскә ата,
Йәш балалай керһеҙ ҡыуанам.
Йырлап туйғас ҡына тын, яманһыу,
Тәнҡит уттарында мин янам.

Йырҙарымда минең көс һәм һөйөү,
Тәүәккәллек юҡтыр шикелле.
Ник кешегә аҡыл таратырға,
Үҙеңдә лә аҡыл бер иле.

Юҡ, юҡ тимен, йырҙан
башҡа ла мин
Табыр инем
Тапҡан кеүек туҡран туҡмағын.
Йә заводта, иген ҡырҙарында
Уйға манған
Тирле һуҡмағым.
Илгә матур яҙҙар килһен тиһәң,
Атһын тиһәң алһыу таңдарың —
Беҙ йырларға тейеш саф
күңелдән,
Айҡап сығып бәндә йәндәрен!




Вернуться назад