Һеҙ һүрәттә күргән автобус ябай түгел, библиобус тип атала. Район ауылдары буйлап йөрөй. Унда интернет бар, күсермә эшләтеп алырға була, яҙғандарыңды баҫтырып алыу мөмкинлеге лә ҙур. Бынан тыш китапханасылар әҙәби кисәләр, әҙиптәр менән осрашыуҙар үткәрә, бай күргәҙмәләр ойоштора. Мәҫәлән, Миләүшә Бәҙғетдинова менән Вероника Столбова сираттағы сараға әҙерләнә.