Бишбүләктә ҡалҡҡан йәйғор27.11.2015
Ямғырҙан һуң ҡалҡҡан йәйғорға ҡарап кемдәр генә һоҡланмай икән! Төрлө төҫтәр гөлләмәһе генә шундай мөғжизә тыуҙыра ала. Бишбүләк районында йәшәгән күп милләтле халыҡты ошо күренеш менән сағыш­тырһаҡ, һис фәстереү булмаҫ. “Әҙәби нағыш” марафоны ошо төбәктә уҙғанда әҙәбиәттең халыҡтарҙы берләш­тереүҙә ниндәй көскә эйә икәненә тағы бер тапҡыр инандыҡ.
— Беҙҙә элек-электән урыҫтар, баш­ҡорт­тар, та­тарҙар, сыуаштар дуҫ-татыу йә­шәй, — тине район хакимиәте вази­фа­һын баш­ҡарыусы Валерий Семенов. – Төрлө милләт араһынан сыҡҡан әҙиптәр үҙе­некен генә түгел, тотош Рәсәй әҙә­биә­тен байытты. Бөгөнгө сара китап өсөн мил­ли сиктәрҙең булмауын йәнә бер иҫбатлай.
Эйе, бишбүләктәр сыуаш әҙә­биәте классигы Константин Иванов, татар шағиры Фәтих Кә­рим, илсе Кәрим Хәкимов, арҙаҡлы баш­ҡорт режиссеры Булат Имашев, драматург Ғабдулла Әхмәт­шин кеүек шәхестәр менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Бөгөн дә тыу­ған ерен данларлыҡ ул-ҡыҙҙарҙың тыуып тороуы һөйөндөрә.
Урында йәшәп ижад иткән­дәр­ҙең ҡулъяҙмаларын тикше­реүгә айырыуса иғтибар бүленде. Улар­ҙың һәр кеме үҙ ту­ған телендә сығыш яһаны. Ә инде ша­ғирҙар Зөфәр Вәлит, Фәниә Ғәбиҙуллина, Леонид Соколов, М. Аҡмулла исемендәге музей мөдире Фәнис Янышев, Өфөнөң сыуаш йәк­шәмбе мәктәбе директоры Иван Тарасов ҡәләм тирбәтеүселәргә фәһемле кәңәштәрен бирҙе.
Уҫаҡкисеү мәктәбендә яугир-шағир Зөфәр Мансуров иҫтә­легенә арналған кисәлә, Айыста Фәтих Кәрим ижадына бағыш­ланған шиғри байрамда ҡатнашыу ҙа яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Бишбүләктә ҡалҡҡан дуҫлыҡ йәйғоро милләттәр араһындағы берҙәмлекте нығытыр, ә тылсымлы әҙәбиәт иле уларҙың күңелен имләр.






Вернуться назад