Һутлап илһам шишмәләрен25.11.2015
Һутлап илһам шишмәләрен Ул яҡтарҙы Йәүҙәт Ильясов танытҡан, унда Мөкәрәмә Садиҡова тыуған. Ерҙең һәр ташы, һәр ағасынан, һәр йән эйәһенән ихласлыҡ һулышы бөркөлгәндәй. Әйткәндәй, был төбәк үҙҙәренең үлән сәйҙәре менән дә дан тота икән...

Күңелендә шиғриәткә һөйөү булған һәр кем ижад итергә тейеш тигәнде аңлатмай. Әммә эстән урғылған хис-тойғолар, әйләнәңде камиллаштырыу теләге күптәрҙе әҙәбиәткә ылыҡтыра. Йәрмәкәй еренә аяҡ баҫыу менән беҙ ошондай мөхиткә сумдыҡ та. Бөгөн ижад итеүселәр һаны, эйе, һанаулы ғына, әммә Өфө ҡунаҡтарын тыңларға байтаҡ кеше йыйылды. Ҡулъяҙмаларын тикше­рергә биргән авторҙарға ҡарата әйтелгән һүҙҙәрҙең береһе лә ситкә османы, барыһын да йотлоғоп тыңланылар. Әҙә­би ултырышҡа телсе уҡытыусылар ҙа йыйылғайны, тимәк, Яҙыусылар союзы менән берлектә баҫмабыҙ ойошторған әҙәби марафондың мәктәптәрҙә лә ауазы яңғырар әле.
Әҫәрҙәргә анализды Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, шағирә Фәниә Ғәбиҙуллина еткерҙе. Телмәрендә ул башҡаларҙың яҙғандары менән танышып торорға, донъя классиктарын күберәк уҡырға саҡырҙы. Йәнә шиғыр техникаһы аҡһа­уына баҫым яһаны, телмәрҙе байытыу өҫтөндә эшләргә кәрәклеген әйтте. Башҡаса булмайҙыр, кешенең бит үҙенең камиллыҡҡа ынтылыуы мөһим. Шул уҡ Александр Блок та Пушкинды, Маяковскийҙы уҡыған. Даһийыбыҙ Шә­йехзада Бабичтың Аҡмулланы, Туҡайҙы уҡыуы, йәнә башҡаларҙың ижады менән танышып барыуы билдәле. Халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа килгәндә, үҙ өҫтөндә эшләүе, ныҡышмалылығы һәм ынтылышы “Көндәлектәр”ендә асыҡ са­ғыла. Ә был төбәктең ижадсыларына өмөт ҙур, иң мөһиме – күңелдәре матур, теләктәргә генә ҡолаҡ һалһындар.
Йәрмәкәйҙең Дан аллеяһында Мәң­гелек ут яна. Эргәһендә – Советтар Сою­зы Геройҙарына ҡуйылған һәйкәлдәр. Ә Тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы ни тора! Мәжит Ғафури йорт-му­зе­йының мөдире Светлана Низа­мет­ди­нова, һоҡланыуын йәшермә­йенсә, айырым экспонаттарҙы билдәләп уҙҙы.
Һуңынан “Тыуған илем, туған телем – ата-бабалар ере” исемле тамаша тәҡ­дим ителде. Бер-бер артлы алышынып торған йыр һәм бейеүҙәр, ҡурай ан­самбленең сығышы, балаларҙың яттан шиғыр һөйләүҙәре... Тамаша залы шығырым тулы булды.
...”Әҙәби нағыш”тың символы Йылъ­яҙма-китап менән Бәләбәйгә илткән юлдар беҙҙе күктән ергә төшөрҙө. Марина Цветаева эҙҙәренән генә йөрөп булманы. “Илһам шишмәләре” төбәген­дә балаларҙың күмәкләп ижадҡа килеүе ҡыуаныслы күренеш булды. Филология фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты Илдус Фазлетдинов: “Әҙәби марафонда авторҙар һаны буйынса Бәләбәй башҡаларҙы уҙып китәлер әле”, – тине. Әммә башҡорт йә татар телендә яҙыусыларҙы тыңлау бәхете теймәне. Шуға ла йәш ҡәләм тирбәтеүселәргә йылы һүҙҙәр еткереү филология фәндәре кандидаты, тәрже­мәсе, шағирә Кристина Андрианованың иңдәренә ятты. Яҡташтарының әҫәрҙә­рен тикшереү эшен еренә еткереп, тулы итеп атҡарҙы уңған ижадсы. Ул һәр кем­гә һүҙгә, пунктуацияға, һөйләм төҙө­лөшөнә, образдарға иғтибарлы булырға кәңәш итте. Тавтология менән паразит һүҙҙәргә лә туҡталды.
Сарала йәнә талант һәм тырышлыҡ темаһы ҡуҙғатылды: кеше тыумыштан шағир буламы, йә иһә яҙышып ҡына шымарамы ҡәләм? Ғөмүмән, уларҙы айырып ҡарау мөмкинме? Һәр кемдең үҙ фекерелер, әммә “Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан”, тиҙәр бит халыҡта. Был хаҡта “Толпар” журналының поэзия бү­леге мөдире, шағир Мөнир Вафин һәм сатирик Марсель Сәлимов төплө фекер­ҙәрен әйтте.
Бәләбәй ерендә танылған классиктар булһа ла, балалар ижадҡа әүҙем килһә лә, йәштәр араһынан башҡорт телендә ижад итеүселәрҙең күренмәүе күңелде ҡырҙы...




Вернуться назад