Алтын балыҡ тотҡан йырсы25.11.2015
Алтын балыҡ тотҡан йырсы Яратыр мәленә еткән уҙамандың кисерештәренән
Әңгәмә эшләрбеҙ, тип әйткәндән һуң әллә нисәмә тапҡыр шылтыратты Вахит Хызыров. Аңлап торам: юбилейы яҡынлашып килә, мәҡәлә һуңлап ҡуймаһын тип хәстәрләйҙер. Уйынлы-ысынлы һорауҙан башлайым әле әңгәмәне. Нимә тиер икән? Үпкәләп ҡуйһа, тауышына, моңона һоҡланыуымды йәшермәй әйтергә тура килер. Сәхнә әһелдәре һәр саҡ кеше алдында сығыш яһай, шуға күрә уларға ҡарата йылы һүҙҙәрҙе йәлләмәҫкә кәрәк ул. Ярай, иң тәүҙә ниәтләгән һорауымды бирәйем әле. Йырсы бит, моғайын, тойор әле ниндәй маҡсат менән әйтелгәнен. Мин – Башҡортостандың халыҡ артисы, мәртәбәле конкурстар лауреаты, тип бәреп ебәрмәһә ярай ҙа. Хәйер, әйтһә лә, ул хаҡлы. Юморға маһирлығына һылтанып, шаяртып яуап ҡайтарһа ла, аптырамам. Йә, ярай, барып киләйек әле.
– Һеҙ гелән шулай сабыр­һыҙ­­мы?
– Үҙемде әллә ни сабырмын тип әйтә алмайым. Йәшерәк саҡта был сифатым бигерәк тә ныҡ күренә ине. Йондоҙнамәгә ышанаһығыҙ­мы-юҡмы, уныһын белмә­йем, мин бит – Саян. Беҙгә сабырлыҡ­тан да бигерәк, эшебеҙҙең һөҙөм­тәһен бөгөн, бына әле күрергә теләү хас. Аңлайым, был холҡом үҙемә бик күп ауырлыҡ тыу­ҙыра. Тормошта төрлө хәл була бит: йәшәйеше­беҙҙең бер миҙгеле көйөн­дөрә, икенсеһе һөйөндөрә. Һыҙланыу­ҙар йәнгә яра һала, сәс­тәр­ҙе ағарта, йырҙар яҙҙыра. Сабырһыҙлы­ғымдан ҡайһы саҡ уңайһыҙланһам да, һынау­ҙар­ҙан ҡурҡма­йым. Уйылып китеп ҡайғыр­мағыҙ, иҫегеҙ ауғансы шатлан­ма­ғыҙ, тип иҫкәртә торғайны атай мәрхүм. Хатта беҙ­ҙең ғаиләгә генә түгел, халҡы­быҙға килешкән эш түгел, тип тә өҫтәгә­нен хәтерлә­йем. Башҡорт­тарҙа шундай юрау ҙа йәшәй түгелме әле: хистәр саманан тыш артыҡ сағылһа, бәхет ҡасыр, йә ҡайғы оҙаҡҡа атын туға­рыр. Сабырлыҡты ҡайһы бер кеше баҫылыу тип тә аңлай бит. Миңә барыбер типтереп ғүмер итеү хас, “3”-кә, “4”-кә йәшәй белмәйем. Булғас, барыһы ла юғары кимәлдә булһын!
– Әгәр улай килеп сыҡмаһа?
– Шулай булһын өсөн, беләһе­геҙме, мин күпме тырышам, эшлә­йем, алһыҙ-ялһыҙ хәләл көсөм­дө түгәм. Эйе, тормош булғас, ундай хәлдәр килеп сы­ғыуы ла ихтимал. Әммә Аллаһ Тә­ғәлә барыбер ниәттәребеҙҙе тор­мош­ҡа ашырыр өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе бирә. Шуға күрә күҙ йәше ҡыуаныстан да тама!
– Ә ҡасан һуңғы тапҡыр ила­ғай­нығыҙ?
– Атайым менән әсәйем аң­ла­шып, бер-береһенә хөрмәт күрһә­теп йәшәне. Бигерәк тә һуңғы 40 йыл самаһы беҙгә ошо яҡты мөнә­сәбәттең шаһиты бу­лырға насип итте. Бер мәл төнөн әсәйем атайымды юҡһынып һөйләй, мин дә иланым...
Уларҙың бер-береһенә мөнәсә­бәте шул тиклем тетрәндергес була торғай­ны, хатта был турала иҫкә алғанда ла донъяға мәғәнә инеп киткәндәй. Һуңғы йылдарҙа атайҙың күҙҙәре күрмәне. Әсәй: “Икмәк телеп торғанда ҡулымды ҡырҡтым, бысаҡ үтмәй”, – тиһә, атай үткерләп бирер ине. Әлбиттә, әллә ни йүн дә сыҡмай ул бы­саҡтан, әсәй эште аҙаҡ үҙе яйлап ҡуя, әммә атайҙың ярҙамына мохтаж булыуын шулай белдерә ине. Ғөмүмән, беҙҙең әсәй – ғаиләнең нескә сәйәсмәне ул. Ысын муйын. Берәй ниҙе атайҙан үҙе эшләтә лә, аҙаҡ уны шуның өсөн маҡтай һәм иренең ниәте менән башҡарылған ғәмәл итеп килтереп ҡуя. Йылдар үткәс кенә әсәйҙең шул сифатын асып, таң ҡалып ултырҙым. Улар­ҙы иҫләгәс, күҙҙән йәш сыға. Нимәгә бәйлелер инде, әйтеп аңлата алмайым.
Ҡәҙерлеләремдең аралашыу рәүеше лә үҙенә бер башҡа ине. Әсәй юморға ла оҫта ул. Быны ке­ше көлдөрәм тип тә эшләмәй, әммә ҡыҙыҡлы хәлдәр йыш булып тора. Мәҫәлән, Өфөгә ҡайтыу менән ҡош телендәй хат яҙ, атаң уйлана, тигәйне. Мин “Һаумы, әсәй. Беҙ һау. Улың Вахит” тип яҙып ебәрҙем һәм күп тә үтмәй яуап алдым: “Беҙ ҙә һау, әсәң Әҡлимә”.
– Ә беренсе тапҡыр илаға­ны­ғыҙҙы иҫләйһегеҙме?
– Ҡайғырып илағаным Аҡтырнаҡ исемле этем өсөн булды. Ул хаҡта хикәйә лә яҙып бөттөм инде. Тормош юлын да һүрәтләнем. Этем­дең имгәнеп, яҡты донъя менән хушлашыуы тәрән тәьҫир иткәйне күңелгә.
– Ә шатлыҡтан тамған күҙ йәш­тәренән берәй картина?
– Конкурстарҙа еңгәндән һуң була ундай минуттар. Калининградта хис-тойғолар ташып, күҙ йәштәремдең битемде өткәне хәте­ремдә ҡалған. Эс бушап ҡалған кеүек булды. Бер ҙур эш атҡарыл­ғандан һуң, күрәһең, бәйҙә тотҡан кисерештәргә аҡыл үҙе ирек ҡуя.
– Киреһенсә, ярыштарҙан һуң ҡәнәғәтлек кисермәгән мәлдәре­геҙ булғаны бармы?
– Бар, әлбиттә. Ана шундай аң­ла­йыш­һыҙ тойғо менән Баҡыла осраштым. Унда мин – вокалсы – опера йыр­сылары араһына барып ингәнмен. Был да үҙенә күрә бер һабаҡ, мәктәп булды. Сығыштар араһында сәнғәт юғарылығы яғынан миңә еткән йырсы юҡ, тинеләр, әммә опера жанры бит бөтөнләй башҡа. Һыйыр араһына килеп кергән һарыҡ һымаҡ бул­ғанмын инде. Әллә ни ауыр тет­рәнеү кисерҙем, тип әйтә алмайым, әммә был конкурс­тың минеке түгеллеген аңланым. Эш­ләргә кәрәк, алтын балыҡ тотоп йәшәй торған кеше түгелмен!
– Ә ысынлап та алтын балыҡ тотһағыҙ?
– Алтын балыҡ та, ауыҙ менән ҡош та тотоп булмағанды беләм, улар­ҙың функцияларын үҙем баш­ҡарам. Шулай бәрәкәтле була. Мөғ­жизәне кеше тоторға ла үҙе эшләргә тейеш. Улыма ла шулай өйрәттем, ошо фекеремде етке­рәм. Эйе, Аллаһ Тәғәләнән һораған саҡтары ла була кешенең, әммә үҙең дә ҡул ҡаушырып ултырырға тейеш түгелһең. Бер мәл хатта “Күк­тәргә ҡул һоноп һораным, ишетһәсе Хоҙай ораным!” тигән юл­дар ҙа яҙып ҡуйғайным. Эйе, ҡай­һы саҡ уңыш йылмайып, көтөл­мәгән нәмә килеп төшә. Тик ул нисек тиҙ керһә, шундай уҡ тиҙлек менән сығып та китә. Минеке шу­лай, башҡаларҙа нисектер, уныһын әйтә алмайым. Беҙҙең өйҙәге икмәгебеҙ гелән май менән булма­һа ла, ул бар һәм хәләл көс аша табылған. Һәр нәмәне, уңайлыҡты үҙебеҙгә таянып булдырырға ты­ры­шабыҙ. Бер ҡасан да хатта бағыусым да булманы. Бер мәл танышым “Азия тауышы” конкурсына барырға ярҙам күрһәтергә тәҡдим итте лә шул хаҡта бөтә ерҙә һөйләп йөрөй башланы. Берҙән, ул ярҙам бәйгегә барырға етерлек күләмдә түгел ине, икенсенән, барыбер юлға сыға алманым, өсөнсөнән, балалар йортонан шылтыратып, һеҙгә аҡса биргәндәр икән, бүлешә алмаҫһығыҙ­мы, тип мөрәжәғәт иттеләр. Шул тиклем уңайһыҙ­лан­дым, ни әйтергә белмәнем. Теге танышыма аҡсаны кире ҡайтарып бирҙем. Ярҙам икән, ихлас һәм бер ниндәй рекламаһыҙ булырға тейештер ул. Шунан һуң берәүҙән дә бер ни ҙә алмаҫҡа тырышам. Аллаһ Тәғәлә ярҙамынан ташла­маһа, биргән ниғмәттәрен алмаһа булды.
– Кеше ярҙамынан баш тартыу тәкәббәрлек түгелме?
– Юҡ, баш тартам, тип әйтмәйем бит, ә бары тик әҙәмсә булайыҡ, тим.
– Әҙәбиәт йылында йырсылар ниндәй китап уҡый икән?
– Минең әҙәбиәткә мөрәжәғә­тем, мөнәсәбәтем бағышланған йыл менән генә бәйле түгел. Хи­кәйәләр яҙам, теләйһеңме-юҡмы, йырсы булғас, шиғыр китаптары уҡыйһың. Әсәйемдең һәм өләсә­йемдең телгә бай булыуы миңә тәьҫир итмәй ҡалмағандыр. Улар­ҙың донъяға ҡарашы, уны нисек итеп тасуирлауҙары иҫкә килеп төшһә, хайран ҡалам! Һүҙ байлы­ғы, фантазия ташып тора кинәйә­ләренән. Баш­ҡорттоң бер нисә йырында шундай һүҙҙәр бар: “Шул яҡтарға ҡарап бер йырланым, уйҙарымды алыҫҡа ебәреп”.
– Нисек уйлайһығыҙ: яҙмыш­тан уҙмыш бармы?
– Ҡайһы бер таныштарым яҙмы­шын үҙгәртергә тырыша һәм нимә­лер килеп тә сыға һымаҡ. Әммә был алдан уҡ шулай яҙылған ғүмер юлы булманымы икән, тип тә уйлап ҡуям. Яҙмышым тап ошолай булғанға шөкөр итәм. Матур ғаилә­лә үҫтем, ата-әсә һөйөүен тойҙом. Бәхетлемендер, тим. Яратҡан эшем бар. Уҡытыусыларым Джон Мусиндан, Миләүшә Мортазинанан уңдым, ышаныслы дуҫтарым бар. Хат­та күршеләрем дә һәйбәт. Нимәнелер үҙгәртергә уйлаған хәлдә лә, әлеге йәштә түгел инде. Бынан берәй утыҙ йыл элек икән, уйларға булыр ине әле ул. Хәҙер һуң, шуға бер нәмәгә лә ҡайғыр­майым. Илемде алмаштырыу тура­һын­да уй башыма ла инеп сыҡ­ҡа­ны юҡ, эйе, тәҡдимдәр булды. Әммә донъяның күп кенә ерҙәрендә йөрөгән кеше булараҡ әйтәм, беҙҙекенән дә күркәмерәк ер юҡ.
– Үҙгәртеү мөмкинлеге бирел­һә?
– Әллә, нимәһен үҙгәртәһең инде уның! Эйе, сит илдә йәшәү рәүеше бик яйлы, бөтә уңайлыҡтар кеше өсөн эшләнгән. Саҡырыу­сылар ҙа булды. Ә мин Әбйәлилдә өй һалып ятам. Үҙемә шулай оҡ­шай, күңелемде тыңлап йәшәйем.
– Һеҙ элегерәк бер әңгәмә­геҙ­ҙә башҡорт ҡыҙҙарының холҡо­нан риза булмаған фекер әйт­кәйнегеҙ. Бөгөн дә шулай уйлайһығыҙмы?
– Эйе, хәтеремдә. Шул хәлдән һуң күптәр үпкәһен әйтте, урамда осратып та, шылтыратып та риза­һыҙлығын белдерҙе. Улар быны милләттәштә­ренән көлөү тиеберәк ҡабул иткән хатта. Ғәмәлдә фекер башҡасараҡ ине. Мин ул әңгәмәлә башҡорт ҡыҙҙа­рының ҡырағай холоҡло булыуы хаҡында әйткәй­нем, йәғни йомшаҡ теллерәк итеп күрергә теләүемде белдергәйнем.
Яңыраҡ бер туйҙа булырға тура килде. Унда ике яҡтан да ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар балаларын ҡотлай башланы. Башҡа милләттән булға­ны йәштәргә изге теләктәрен еткереп, күҙ йәштәре аша яҡты киләсәк теләне. Сират башҡорт ҡоҙағы­йына етте. Теге торҙо ла: “Ҡыҙыма ауыр һүҙ әйтеп кенә ҡара, кейәү: ун балағыҙ булһа ла, ҡарап тормам, айырам да алып ҡайтам, белдең­ме!”– тине. Ә бит туй бара! Улай шикләнәһең икән, ниңә кейәүгә биреп тораһың ҡыҙыңды, бөгөндән үк етәкләп алып ҡайт та кит. Бындай тупаҫ һөйләшкән ҡатындар бар шул беҙҙең арала. Һис килешкән эш түгел тип иҫәпләйем. Эйе, бәлки, был хаҡта дөйөм халыҡ иғтибарына сығарыуым дөрөҫ тә булмағандыр, әммә бер-беребеҙгә яғымлы һүҙ әйтергә тартынмаһаҡ ине. Башҡорт ҡатындарының шундай шаян тел­леләре, сабыр холоҡлолары ла байтаҡ бит!
– Алдашҡанығыҙ бармы?
– Әлбиттә, бар, әммә кеше күңелен, ышанысын алдамайым, ә шаярып ҡына әйтәм. Ҙур эштәрҙә алдашырға ярамай, улай итмәйем дә. Һүҙеңдә тороу минең өсөн ялғанламау менән бер тиң, синоним­дар хатта. Әгәр кешегә ни­мәл­ер вәғәҙә иткәнмен икән, уны үтәргә бурыслымын. Әйтәйек, кем­дең­дер кисәһендә сығыш яһарға тейешмен икән, нисек булһа ла барам. Бәлки, ярты сәғәткә генә килеп, хәлен белеп китәмдер, әммә вәғәҙәмдә торам. Таныштарым ара­­һын­да хатта: “Вахит Хызыров әйт­кәнен мотлаҡ үтәйәсәк, уның һүҙе үҙенә закон”, – тиҙәр. Был, ысынлап та, шулай. Ҡулымдан килмәҫтәй булһа, һүҙ биреп тороу кәрәкмәй, тимәксемен. Әгәр инде икегә ярылыр сиккә етһәң, лайыҡ­лы алмаш ебәрәһең.
– Вахит Хызыровты кем алмаштыра ала?
– Нишләп, алыштырырлыҡтар бар! Эйе, ерҙә һәр кеше бер данала һәм үҙенсәлекле экземпляр, ә йырҙы башҡарыу, әҫәрҙәрҙе һай­лау буйынса зауыҡтары тап килгәндәр байтаҡ.
– Кешеләргә ҡайһы яҡлап өлгө була алыр инегеҙ?
– Тап ана шул һүҙҙә тороуым менән үрнәк күрһәтә алам!
– Йырлау нимә ул һеҙҙең өсөн?
– Был сәнғәт төрө – һөнәрем, ик­мәгем, йәшәү сығанағым. Йыр – ул шул уҡ тауар. Сәхнәлә сығыш яһай баш­лағансы, халыҡ алдына рухи тауарын тәҡдим иткәнсе, йыр­сы училищела, унан академияла, аспи­ранту­рала, магистратурала уҡый. Үҙаллы вокал серҙә­рен өй­рәнә. Һәм бер көн килеп, уның концерты була ҡалһа, бөтәһе лә саҡырыу ҡағыҙы һорай башлай. Мин иһә, ҡасан әйтерҙәр икән, тип көтөп ултырмайым. Киреһенсә, академтеатр булһынмы, филармониямы, студенттар сығышымы, ба­рам да билет алам. Бының ме­нән ижадсыларға, уларҙың фиҙакәр хеҙмәтенә ихтирамымды күрһәтәм. Баҙарҙа бушҡа ғына бер нәмә лә һатып ала алмайбыҙ бит, шуның кеүек рухи тауарға ла түләргә өйрәнергә кәрәк беҙгә. Мат­ди байлыҡ – ул азат мөмкин­лектәр, тигән һүҙ. Йәштәрҙе һәр нәмәгә дөрөҫ баһа ҡуйырға, баш­ҡаларҙың эшен ихтирам итергә өйрәтергә кәрәк.
– Талант менән профессионализм араһында айырма ниндәй?
– Улар араһында айырма бар һәм ярайһы ғына ҙур. Һөнәр оҫталығы кешенең үҙенә бәйле, ә талант – тәбиғәттән. Тауыш тембры тигән төшөнсә лә бар, ул да – Күктәр тарафынан бирелгән үҙенсәлекле биҙәк. Шундай бер ҡыҙыҡ әйтем йөрөй халыҡ ара­һында, йәнәһе, эсеү менән талантты юҡ итеп булмай. Минеңсә, була, хатта әйтер инем: һәләтте тап эскелек арҡаһында юҡҡа сығаралар ҙа!
Йырҙағы һәр һүҙҙең, нотаның мәғәнәһе бар. Бына хәҙер концерт алдынан көн дә йырлап, шундай хәлгә етәсәкмен: ябай тел менән әйткәндә, автомат рәүешендә барыһын да башҡарасаҡмын, унда бер ниндәй моң да, фекер ҙә ҡалмай. Бер-ике көн ҡалғас иһә, үҙемә ял биреп, матурлыҡ­ҡа ҡара­йым, журналдар аҡтарам, ҡыҙҙарға һоҡланам, тәбиғәт менән серлә­шәм. Ана шул рәүешле яңынан моңға көйләнәм.
– Был тормошта күпте күрҙем, күпте кисерҙем, тип әйтә алаһы­ғыҙмы?
– Әлегә ныҡлап аяҡҡа баҫып торам, тип кенә әйтә алам. Аллаһ­тың миңә ҡотҡарыусы миссияһын һалғанын да беләм: нисәмә тап­ҡыр кешеләрҙе һыуға батыуҙан, уттан алып ҡалдым. Быны хатта үҙем теләйемме-юҡмы, һис уйлап тормай башҡарам. Ундай хәлгә нисек тарыуымды ла аңламай ҡалам.
Бер нәмәнән дә ҡурҡмай, тор­моштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә татырға әҙермен. Улар, ҡағиҙә бу­ла­раҡ, йәнәшә йөрөй. Күктәр ке­шегә күтәрерлекте генә бирә, тиҙәр бит. Әҙәм сүрәтен юғалт­маҫлыҡ ғәм ташламаһын инде ниндәй хәлдә лә!
– Нимә ул оятһыҙлыҡ?
– Атай-әсәйеңдең пенсияһын ашап, уларҙы рәнйетеп йәшәтеү – оят. Ауырымай тороп эшһеҙ ятыу – оят. Ауыл ерендә йәшәп тә, мал, ҡош-ҡорт тотмай, һуған да сәсмәй көн күреү – оятһыҙлыҡ. Ба­ла­ла­рыңды үҙең тәрбиәләмәй, дәүләт ҡарамағына тапшырыу, ата-әсәңде ҡарттар йортона илтеп ҡуйыу – ғәрлек. Халҡыңдың, илеңдең, ерең­дең тарихынан көлөү – кешелекһеҙлек, ояттың сиге!
– Аллаһ Тәғәләгә ышаны­сы­ғыҙ нисек?
– Аллаһтан ҡурҡам, Уға буйһо­нам, әммә намаҙҙа түгелмен. Ғаи­лә­беҙҙә бөтәбеҙ ҙә “Ихлас” сү­рә­­­һен уҡыйбыҙ, доғалар ҡыла­быҙ, мосолман байрамдарын үт­кәрә­беҙ. Әсәйем – ауылда ихтирамлы дин әһеле. Әлбиттә, беҙҙә әле ундағы кеүек ғилем юҡ, әммә әйткәндәрен тоторға тырышам. Хәйерҙе урам буйында теләһә кемгә һалыуға ҡарағанда, үҙемдең студенттарыма биреүҙе өҫтөнөрәк күрәм. Ҡандан килә ул иманға тартылыу. Шулай ҙа әле бөтә дини йолаларҙы үтәү өсөн өлгөрөп етмәгәнмен, тип әйтеү дөрөҫ булырмы икән инде, белмәйем, әммә асылда шулай.
– Улығыҙ эшегеҙгә нисек ҡарай?
– Тимерхан йыр-моң мөхитендә үҫте, эшемдең нескәлектәрен аңлай, кисерә. Ул үҙе лингвист, инглиз, француз телдәре буйынса миңә кәңәш­тәр ҙә бирә, сөнки йыр­лағанда өндәрҙе дөрөҫ әйтеү мөһим. Улым концерттарыма анализ да яһай. Сығыш­та­рым­ды фо­тоға, видеоға төшөрә, яҙмаларҙы эшкәртә. Ярҙамын һәр саҡ тоям. Кәләшем Мария “Уралым”ды матур итеп йырлай. Бына шулай йәшәп ятҡан булабыҙ баяғы.
– Әгәр һорау әҙәпһеҙ тойолһа, яуап бирмәһәгеҙ ҙә була: ысын дуҫта­рығыҙ һәм дошман­дарығыҙ бар­мы?
– Ысын дуҫтарым – шат­лы­ғымды уртаҡ­лашыр кеше­ләрем бар. Әммә уларҙың теләгән саҡта янда була алма­ған ваҡыттары бик йыш ҡабатлана. Башы­ма берәй ҡайғы төшһә, дошмандарым эргә­лә генә йөрөй инде бына. Шат­лыҡ уртаҡлашыр ке­ше­­ләрем аҙ булһа ла, хәүефте бүлешергә әҙер тороусылар, ҡыҙ­ға­нысҡа ҡаршы, күп. Хатта уйлап ҡуям: кемеһе дуҫ, ҡайһыһы дошман икән?
– Мөхәббәт бармы?
– Мөхәббәт бар, һәм ул үҙем дә аңлап, танып белмәгән яҡшы сифаттарымды аса. Ҡасандыр ҡәй­нәм миңә: “Марияға үҙеңде уйлап, эшеңде алға ебәрер өсөн генә өйләнгәнһең”, – тигәйне. Йылдар үт­кәс, уйлап ҡарайым да, әгәр үҙемә концертмейстер эҙләгән бул­һам, әллә кемдәр менән ҡауышҡан булыр инем, тим.
Дәүләтте әрләп, байҙарҙы, бат­ша­ларҙы һүгеп ултырмайым. 50 йәшемдә ғашиҡ булыу осраҡлы түгелдер, моға­йын. Ваҡыты-ваҡы­ты менән Мәжнүн дә булып алам, тилмерәм дә, һағынам да, зарығам да. Самый һөйөр саҡ ҡына икән ул был миҙгел!
– Ҡулығыҙға ҡәләм алғаны­ғыҙ­ҙы ла беләбеҙ...
– Ниндәйҙер тормош тәжри­бәһен, күҙәтеүҙәремде, хәтирә­ләр­ҙе теркәп барам. Улар бер кемгә лә еткерелмәй, ҡомға һеңгән кеүек юғалһа, хата булыр ине. Әсәйем­дең, өләсәйемдең, атайым­дың һөй­ләгәндәрен тергеҙәм хәтерҙә. Уларҙа рәнйеү, зарланыу юҡ, кире­һенсә, сафлыҡҡа, яҡты­лыҡҡа өн­дәү ярылып ята. Күңелгә килгәнен шунда уҡ яҙып ҡуймаһам, онотола, шуға янымда ҡәләм, блокнот йөрө­тәм.
– Һеҙҙең көләмәстәр тураһын­да ла хәбәрҙар зыялылар.
– Эйе, тәбиғәттән һалынған ми­ңә ул сифат. Мәҙәк хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп, яҙып сығарыуҙы ла маҡ­сат итеп ҡуй­ҙым. Уларҙа мәрә­кә, ирония, үҙ-үҙең­дән көлөү, шаярыу бар. Ошо рәүешле донъяға бағыу оҡшай миңә. Тормош былай ҙа етди һорауҙар ҡуйып тора, шуға күрә бер аҙ йылмайып алһаҡ, яҙыҡ булмаҫ. Юморҙы аңламаған кеше­гә тормошта ауырҙыр инде, әммә, ни хәл итәһең, улар донъяға шу­лай яратылған. Әбйәлилдә халыҡ шул тиклем йор һүҙле – яҙып ҡына өлгөр! Ә минең гастроль тормошомда ниндәй генә хәлдәр булманы һәм артабан да буласаҡ!
– Уларҙы һеҙ етди ҡиәфәт менән көлмәйенсә һөйләйһегеҙ һәм ке­шеләр хәҡиҡәтте тыңла­ған кеүек ултыра бит!..
– Эйе, шуныһы ҡайһы саҡ ғәжәп итеп ҡуя. Халҡыбыҙ тарихына бәй­ләп, үҙем яңы хикәйәттәр, хикмәт­тәр уйлап сығарам да берәй ерҙә һөйләйем. Ҡайһы бер таныштарым уларҙы тарихи мәғлүмәт урынына ҡабул итеп: “Нисек инде Атлантида? Уның Башҡортостан менән ниндәй уртаҡлығы бар?” – тип һорай. Шаяр­тыуҙы аңлаған­дары тыйыла алмай көлә башлай!
– Йәшәүҙең йәме ниҙә, һеҙҙең­сә?
– Ғүмер юлыңда осраған ма­турлыҡтарҙы өҫтөн ҡуйыу – тормош асылы. Бәлә-ҡазаны оно­топ, күңелеңдән алып ташла, ул хаҡта мейеңдең ситендә бер бәләкәй ге­нә хәбәр һаҡлаһаң да етә. Фәһем, тәжрибә өсөн! Балам ми­нең хатамды ҡылмаһын, тип теләйем. Барына риза булып йәшәй белеү, әммә аяғөҫтө йоҡлап йөрөмәү, ту­ғандарың, яҡындарың менән дуҫ-татыу ғүмер һөрөү – бәхет. Иртән тороп ҡояшҡа йылмайыу ҙа – тормош йәме. Ғаиләң менән бергә ултырып сәй эсеү ҙә – яҙмышыма төшкән алтын өлөш.

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.



#ХЫЗЫРОВТАН_МӘҘӘК
“Бында халыҡ һәйбәт икән...”
“Ҡорбанды атаң һинең исемгә салды, иртәгә уны ҡаршы ал”, — тине әсәйем телефондан. Ул мәлдә “Сибай — Өфө” поезы таңғы 6-ларҙа килә ине. Атайым плацкарт вагондан сығып, мине тышта көтөп тора.

— Шунан, атый, нисек килеп еттең?
Һүҙҙе оҙатыусы ҡыҙ бүлде:
— Атайың постель алманы, сәй эсте лә ятты.
— Ике сынаяҡ һөтһөҙ сәй эстем дә, куфайкамды башым аҫтына һалып, йоҡ­ларға яттым. Былай вагон йылы булды, тик тәҙрәнән өрҙө, мына, танау тондо. — Атайым танауын мыршылдатып күрһәт­те. Шунан миңәме, үҙенәме, икенсе бе­рәү­гәме: “Бөтә ул!” – тине лә алға ыңғайланы.
Мин алдан рюкзак менән, атайым тирә-яҡҡа ҡарай-ҡарай ат­лай. Үткәүелдә таксис­тар:
— Стәрлетамаҡ, Талбазы, Черниковка... недорого, уважаемые, поехали, — тип күҙгә инеп килә.
Ҡалаға сыҡҡан ерҙә ишек ябылып та өлгөрмәне, атайым эргә­һенә тығыҙ кәүҙәле берәү туп-тура килеп:
— Абый, исәнмесез, ничек ки­леп життегез? — тип йылмайҙы. Атайым йөн бейәләйҙәрен сисеп, ике ҡулын һоноп, тегенең менән ихлас күреште.
— Вагон эҫе булды, провод­ницаға әйтеп ҡарайым, тәҙрәнән өрә, берәй нәмәң менән тыҡ, тип, юҡ инде. Бына хәҙер… — тип танауын мыршылдатып күрһәтте.
— Абый, үзем алып барып ташлыйм, кайда әйтәсез, подъезға хәзер илтеп куям, әйдәгез, утырыгыз, — тине теге.
— Эй, Аллам, рәхмәт инде, улым алып ҡайта шул. Әйҙә, бы­лай итәйек. Был юлы ҡорбан ите алғанмын, яҙға табан берәй тоҡ кәртүк килтерәм. Һин ошонда ғына көтөп торорһоң, йәме. Мин кешене бер күрһәм, ҡабат онотмайым ул. Улымды бимаза­ламаҫ­мын. Ул бынан алыҫ түгел, Галле округында йәшәй. Һау йөрө. Исемең кем булды?
— Илдус.
— Ярай, мин апрель башында киләм...
Атайымды “семерка”ма ултыртып алып ҡайттым.
— Улым, ҡалай кеше һәйбәт ул Уфала! Абый ҙа абый, тип әллә ҡайҙан танып торалар. Подъезға тиклем оҙатам, ти бит әле. Уй, Аллам, бындай кеше һирәк осрай ул. Әллә ҡайҙан таныған бит әле, төн йоҡоһон йоҡламай, таң менән ҡаршы алырға сыҡҡан. Тәүфиҡлы ғына булһын инде. Магнитта кеше икенсе. Уфаныҡылар һәйбәт икән... — тип юл буйы теге таксис­ты маҡтап барҙы атайым.


Вернуться назад