“Гөлнурҙы йәлләп иланым”24.11.2015
“Гөлнурҙы йәлләп иланым” М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры халыҡ шағирының исемен йөрөткәс, уның әҫәрҙәрен сәхнәгә йыш сығарыуҙы, йәш быуынды уның рухында тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Көҙгө миҙгелдә иһә әҙиптең тыуған көнөнә бағышлап бер нисә спектакль уйнау матур йолаға әйләнгән. Театрҙа “Ҡыҙ урлау” комедияһы буйынса сәхнәләштерелгән “Тоҡ эсендәге бесәй, йәки Башкирская пленница” спектакле, “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәре, Мостай Кәримдең хаттары, иҫтәлектәре һәм әҫәрҙәре буйынса “Яуҙы еңгән мөхәббәт” лирик комедияһы ҡуйылды.
“Беҙҙең өйҙөң йәме” геройҙары сәхнәгә йөҙөнсө тапҡыр сыҡты! Был уның бик уңышлы булыуы хаҡында һөйләй. Премьеранан алып ун йыл буйы спектаклдә ҡатнашҡан шаян, елбәҙәк Гөлнур ролен башҡарған Аида КҮЛБАЕВА менән әңгәмәләшәбеҙ.

– Ун йыл аҙ ваҡыт түгел. Гөлнур ролен илһамланып, бирелеп уй­науың­дың сере нимәлә?
— Был ролем бик оҡшай, ул минең булмышыма тап килә. Балалар өсөн уйнағас, уларҙы тәүҙә ышандырырға, күңелдәрен яулап алғас, үҙҙәре кеүек ихлас булырға кәрәк. Шуға ла йөҙөнсө тапҡыр сәхнәгә сыҡһам да, беренсе мәртәбә уйнаған кеүек ныҡ тулҡын­ландым.
Бер ваҡыт шундай ҡыҙыҡ хәл булды. Сәхнәгә сығыр алдынан Гөлнурҙың яҙмышы хаҡында уйланып ултырам. “Оксананың бөтөн нәмәһе лә бар – яңы туфлиҙары, матур кейеме. Уны йәлләй­ҙәр, яраталар, барыһы ла уға ярҙам итә. Ә Гөлнур әрһеҙләшеп йөрөгән бу­ла, үсектерһәләр ҙә, иғтибар итмәй, малайҙарға ла бирешмәй. Уның әсәһе эштә, өләсәһе лә мәшәҡәткә сум­ған. Бер кем дә уны йәлләмәй. Атаһы фронт­та һәләк булған, ә Оксананың бер түгел, ике атаһы бар... Уйлай тор­ғас, кескәй Гөлнурҙың яҙмышы шул тиклем ҡыҙғаныс булып китте, үкһеп ила­ным да ебәрҙем. Ҡыҙҙың өләсәһен уйнаған Вәкилә Ҡалмантаева саҡ тынысландырып алды...
— Спектакль режиссеры Мөсәлим Күлбаев менән әллә шул осорҙа ныҡлап танышып киттегеҙме?
– Тап шулай. Йәш инек, спектаклде сы­ғарғанда, эй шаярышабыҙ, репетициялар бик күңелле үтә торғайны. Баҡтиһәң, Мөсәлим мине шул ваҡытта оҡшатып, күҙәтеп йөрөгән. Шунан иһә, яратышып, ғаилә ҡорҙоҡ. Хәҙер инде Ләйлә исемле ҡыҙым Гөлнур йәшендә.
– Ҡыҙыңа ҡарап, Гөлнур образына ниндәйҙер яңылыҡ өҫтәп ебәрмәйһеңме?
– Киреһенсә, Ләйләлә Гөлнурҙың һы­ҙат­тарын күреп аптырайым. Тимәк, йәш булыуыма ҡарамаҫтан, интуиция менәнме, бала саҡ хәтирәләренәнме, шуҡ, тиктормаҫ холоҡло ҡыҙыҡайҙың ниндәй булырға, нимә эшләргә тейешлеген аңлағанмын, тамашасыға еткерә алғанмын.
– Аида, һинең һәм сәхнәләш дуҫ­та­рыңдың 15-се миҙгеле уңышлы булһын!

Зөһрә БУРАҠАЕВА
әңгәмәләште.



Вернуться назад