Ижад. Талант24.11.2015
Ижад – ул бығаса бер ҡайҙа ла, бер ҡасан да булмаған нәмәне бар итеү. Ижад итеүҙең бар ауырлығы шунда ла.
Рәшит Солтангәрәев.

***
Ниндәйҙер яңы донъя ҡорған йәки донъяны яңынан асҡан кеүек бит ул ижади эш.
Хәсән Назар.

***
Ысын, ҙур таланттар ғына үлемһеҙ ғүмер таба.
Рәшит Шәкүр.

***
Фекерҙәрҙе ваҡытында
Яҙмай ҡалдырһа ла ҡулдар,
Хыянат инде халҡыма
Яҙылмай ҡалған юлдар.
Зөбәржәт Йәнбирҙина.

***
Көлкө һүҙ ул – ижад: тупаҫ шаяртма,
Тәрәнлеген, серен, тәмен юғалтма.
Риф Мифтахов.

***
Өйрәнеү – ҙур мәктәп. Ә үҙең ижад итеү – бөйөк эш. Һәр бөйөк шағир үҙ уҡытыусыһынан юғары (үҙенсә).
Рәми Ғарипов.

***
Ижад — үҙеңә үҙең хужа булған ваҡыт.
Ғилман Ишкинин.

***
Ижадта баҙлап яныу, ҡара тиргә батып эшләү кәрәк. Рух, сәм, егәр – ижад усағының ҡуҙҙары.
Рафаэль Аҙнағолов.

***
Ижад ене ҡағылһа, һин уны йәнеңдән бер нисек тә, бер ҡасан да ҡыуып сығара алмайһың. Ташҡын кеүек ярһып ағып сығырға ул үҙенең мәлен генә көтә.
Ибраһим Абдуллин.

***
Ҡоросто сыныҡтырған ут һымаҡ ижад эсендәге интегеү.
М. Хәй.

***
Шыйыҡ фекер тиҙ туйҙыра һәм тиҙ бүктерә.
Рәшит Шәкүр.

***
Аҡыл, ижад эше аулаҡ саҡты ярата.
Ғайса Хөсәйенов.


Вернуться назад