Тормош ни ҙә сәхнә ни...24.11.2015
Шекспирҙың “Тиҫкәрене ауыҙлыҡлау” комедияһы — билдәле әҫәр. Ул йөҙәрләгән телгә тәржемә ителгән, меңәрләгән театрҙа ҡуйылған. Пьеса буйынса тиҫтәгә яҡын фильм да төшөрөлгән. Шуға күрә “Туймазы театры ҡайһы яҡтан асырға булды икән был әҫәрҙе?” тигән уй спектаклде ҡарарға этәрҙе лә инде.
Һүҙ юҡ, пьеса бик фәһемле. Феминизация заманында, бөтә донъяға ҡатын-ҡыҙ хужа була барған осорҙа, бигерәк тә көндән-көн ир-ат менән гүзәл зат араһындағы мөнәсәбәттәр ҡатмарлаша барған ваҡытта спектакль кәрәкле булып яңғырай.
Шекспирға оҙон монологтар хас. Әлбиттә, ул, оҫта драматург булараҡ, күңелдән сыҡҡан һүҙҙәрҙе әҙерләй белә, был киҫәктәр һис тә урынһыҙ тойолмай. Төп героиняның финалдағы монологы әҫәрҙең идеяһын аса, бик тә фәһемле ишетелә. Әммә бөгөнгө етеҙ заманға өйрәнгән тамашасы өсөн ул бер аҙ оҙонораҡ тойолдо. Ә монологтың йөкмәткеһенә килгәндә, ул ир-ат тамашасының йөрәгенә май булып ятты. Сөнки бында: “Ир-ат — донъяның тотҡаһы. Улар көслө булһа, ғаилә тарҡалмай. Ир-ат ғаиләне аҫрай, шуға хужа булырға тейеш. Ҡатын-ҡыҙ ғаиләлә икенсе ролдә, улар ирҙәренә буйһонорға, ирҙәренең һүҙенән сыҡмаҫҡа, уларға рәхмәт әйтеп йәшәргә бурыслы”, – тигән кеүек һүҙҙәрҙе төп героиня ауыҙынан ишетеү ирҙәрҙең күңелен йылытып ебәрҙе. Ҡатын-ҡыҙ өсөн был монолог бөтөнләй көтөлмәгәнсә яңғыраны буғай, һәр хәлдә ҡайһы бер тамашасылар ауыҙынан ишетелгән фекер шулайыраҡ ине. Әммә, нисек кенә булһа ла, әҫәр ҡыҙыҡһынып ҡаралды, уйланырлыҡ урындар ҡалдырҙы. Иң мөһиме ошо түгелме ни?
Был урында әҫәрҙе сәхнәгә ҡуйған танылған режиссер Байрас Ибраһимовтың оҫталығы тураһында һүҙ алып барырға кәрәктер. Бер мәҡәләмдә яҙып киткәнемсә, Байрас Надым улы режиссерлыҡҡа актерлыҡтан килде һәм тәүге спектаклдәрендә символизм менән модернизмға өҫтөнлөк бирҙе. Уларҙа актерҙың уйнау рәүешенә, сценография һәм атмосфераға тәрән мәғәнә, төплө идея һалынған була ине, шуға ла театр тәнҡитселәренә бик оҡшай торғайны. Байрастың был спектаклдәре байтаҡ маҡтауҙарға лайыҡ булды, төрлө фестивалдәрҙә еңеү яуланы. Әммә... әммә... Минең фекеремсә, тамашасы битараф ҡалды был спектаклдәргә, сөнки уларҙы ни ҡыҙыҡһындырғанын режиссер онотоп ебәрә ине шикелле.
Бер мәл Байрас Ибраһимов үҙенең тәүге йүнәлешен ситкә типмәйенсә спектаклдең иң тәүҙә тамашасы өсөн ҡуйылырға тейешлеген иҫенә төшөрҙө. Ошо йүнәлештә сәхнәгә сығарылған уның тәүге спектакле Сибай башҡорт театрында ҡуйылған “Хәйбүш түрә, бисәһе – Мәстүрә” (Н. Асанбаев, Ф. Әсәнов) әҫәре булды буғай. Ул спектаклдә лә символға ҙур урын бирелгән, әммә режиссер тарафынан тамашасы ихтыяжы алғы планға ҡуйылыу сәбәпле, әҫәр ҙур уңышҡа өлгәште. Ошонан һуң Байрас Ибраһимов спектаклдәрендә, нигеҙҙә, ике йүнәлешкә – символ менән тамашасы мәнфәғәтенә – һәр саҡ тигеҙ иғтибар бирергә тырыша. Һәм режиссер тарафынан ҡуйылған һәр әҫәр тамашасы һөйөүен яулай башланы.
Б. Ибраһимов ҡуйған “Тиҫкәрегә – ауыҙлыҡ” спектаклендә лә уның ошо йүнәлештәре күҙгә ташлана, мәҫәлән, спектаклгә бик күп акробатик элемент керетелгән. Хатта уларҙы актерҙар тарафынан еренә еткереп эшләтеү өсөн махсус ҡуйыусы Ришат Ҡаһиров саҡырылған. Һүҙ юҡ – акробатика белгесе ҙур эш башҡарған, актерҙарҙан, цирк артистары кеүек, бик күп элементтарҙы оҫта итеп башҡартыуға өлгәшкән. Иң төп һорау – акробатиканың спектакль идеяһына, авторҙың әйтер һүҙенә йоғонтоһо, бәйләнеше ниндәй? Файҙағамы ул, әллә зыянғамы? Әлбиттә, был элементтар актерҙарҙы формаға килтереү, тонуста тотоу өсөн файҙалы. Әммә тамашасыны театрҙың эске проблемалары борсомай, уға ҡыҙыҡлы, файҙалы спектакль бир һәм вәссәләм.
Ошо йәһәттән акробатик элементтар әҫәрҙең мәғәнәһен, идеяһын асыуға ныҡ ярҙам итә, минеңсә. Спектакль нимә тураһында? Ғаиләлә ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат мөнәсәбәте хаҡында. Беҙ беләбеҙ: шул мөнәсәбәтте дөрөҫ ҡороу өсөн ике яҡтан да күпме аҡыллылыҡ, һиҙгерлек, хәйләкәрлек, оҫталыҡ, һығылмалыҡ талап ителә. Ә был үҙе акробатика түгелме ни? Миңә ҡалһа, актерҙарҙың акробатика элементтары ғаиләлә лә һәр саҡ һығылмалы булыуға саҡыра кеүек. Йәғни ғаилә мөнәсәбәттәрендә акробат кеүек булығыҙ! Режиссер менән актерҙар эш барышында туранан-тура бындай мәғәнә лә һалмаған, әммә шундай һығымта спектаклде ҡараған һәр кемдә тыуа, минеңсә. Әлбиттә, ҡайһы саҡта акробатика менән артыҡ мауығып китеү осраҡтары ла тойолоп ҡуя. Һүҙ юҡ – шәп һығылмалыҡ күрһәтә актерҙар эпизодтарҙа, әммә уларҙың ҡайһы берҙәре әҫәрҙең идеяһына бөтөнләй йоғонто яһамай, йәбештереп ҡуйылған кеүек тойғо ҡалдыра.
Ошо ерҙә төп ролде башҡарыусылар – Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Гөлнара Ғәбиҙуллина менән Фәнзил Мөхәмәтшин тураһында йылы һүҙҙәр әйтке килә. Әлбиттә, спектаклдең уңышы – уларҙың ҡаҙанышы. Актриса менән артист әҫәрҙең башынан аҙағынаса иғтибарҙы үҙҙәрендә тота, тамашасы уларҙың мөнәсәбәте үҫешен, үҙгәреүен ҡыҙыҡһынып күҙәтә, сәхнәнән юғалһалар, киренән килеп сығырын түҙемһеҙләнеп көтә. Төп ауырлыҡ актриса Гөлнара Ғәбиҙуллина иңенә төшкән. Ул спектакль барышында уҫал, тиҫкәре, иҫәр ҡыҙҙан ирен ныҡ хөрмәт иткән, уның һәр һүҙен бойороҡ кеүек ҡабул итерҙәй баҫалҡы һәм аҡыллы ҡатынға әүерелеүен ышандырырлыҡ һәм фәһемле итеп күрһәтергә тейеш. Актриса алдына ҡуйылған был ауыр бурысты еренә еткереп үтәй алған. Уның героиняһы үҙенә ҡарата тамашасыла тәүҙә ытырғаныс, асыу уята, аҙаҡ ихтирам һәм һоҡланыу тыуҙыра, шулай үҙенә ғашиҡ итә.
Бында акробатик элементтарҙы оҫта итеп башҡарыуҙан башҡа Петруччио тарафынан бик күп тупаҫ ҡыланыуҙарға ла түҙергә кәрәк бит әле. Әммә Ғәбиҙуллина иң ауыр хәрәкәттәрҙе лә еңел һәм оҫта башҡара, һәм улар актрисаға ҡыйынлыҡ тыуҙыра тигән уй тамашасының башына ла инеп сыҡмай. Был, һис шикһеҙ, Гөлнараның роль өҫтөндә тырышып эшләүенә һәм оҫталығына бәйле. Ғөмүмән, Гөлнара Ғәбиҙуллина һуңғы осорҙа бик күп күләмле ролдәрҙе эске кисереш менән, образдың бар булмышын асып талантлы башҡара. Ошо йәһәттән ул күптән халыҡ актрисаһы исеменә лайыҡ.
Фәндил Мөхәмәтдинов башҡарған Петруччио образы Катарина кеүек отошло түгел, сөнки ул әҫәрҙең башынан аҙағынаса тиерлек үҙгәрмәйенсә бер кимәлдә, бер темпераментта уйналырға бурыслы. Ролдең бер-ике урында ғына, бигерәк тә финалда, үҙ һыҙығынан сығыуы образды бер аҙ байыта төштө, актерҙың мөмкинлектәрен асып ебәрҙе. Ни генә тиһәң дә, Фәндил үҙен киң диапазонлы актер итеп күрһәтте. Ғөмүмән, был спектакль театр актерҙарының мөмкинлектәрен баҙыҡ итеп асып һалды. Күпме һәләтле артист эшләй икән театрҙа! Улар өсөн бер ниндәй ҙә көс етмәҫлек роль юҡ. Образдарҙың эске кисерештәрен асып, тамашасы күңеленә еткерерлек таланттар бар унда! Туймазы театрына Шекспирҙы ҡарарға йүнәлгәс, күңелдә шик тыуғайны: булдыра алғандармы икән? Хәҙер ҡыуанам – улар өсөн көс етмәҫлек әҫәр юҡ! Бынан 25 йыл элек һәүәҫкәр артистар кимәлендә тәүге спектаклдәрен тамашасыға күрһәткән театр бөгөн ысын профессиональ һәм көслө коллективҡа әүерелгән. Спектаклде ҡарағандан һуң күңелдә тыуған иң оло ҡыуаныс – ошо. Шулай булырға тейеш тә, сөнки театрҙы ике көслө белгес етәкләй. Береһе Байрас Ибраһимов булһа, икенсеһе – театрҙың директоры Фирҙәт Ғәбиҙуллин. Ғәҙәттә, күп театрҙарҙа директор менән режиссер араһында конфликт тыуа, сөнки режиссер юғары идеялы спектаклде ҡуйыу өсөн ҡиммәтле йыһаздар һәм костюмдар талап итә, ә бының өсөн күп аҡса сарыф итергә кәрәк. Директор режиссерға аҡса бирмәй йөҙәтә, юрғанға ҡарап аяҡ һуҙырға ҡуша — был спектаклдең бәҫен төшөрә.
Фирҙәт Фәрит улы үҙе лә ижади шәхес булараҡ (ул директор булырҙан алда оҙаҡ ваҡыт актер булып эшләне) бер ҡасан да режиссерҙың теләгенә аяҡ салманы, үҙе лә юғары зауыҡлы спектакль сығарырға ашҡынып тора. Юҡҡамы ни Туймазы театрының спектаклдәре Өфөләге гастролдәрендә ҙур уңыш менән үтә, республика матбуғатында юғары баһа ала. Бының өсөн иң алда Фирҙәт Ғәбиҙуллинға рәхмәт әйтергә кәрәк. Фәҡәт театрҙа актерҙың төп көс икәнлеген аңлаған, уларҙың һәм режиссерҙың талантын асыуға, тамашасы яратырлыҡ спектаклдәр тыуҙырыуға бар көсөн биргән директор ғына уңышҡа өлгәшә ала. Фирҙәт Ғәбиҙуллин – ана шундайҙарҙан. Директор менән режиссер берҙәм булып ҡуйылған спектаклдәргә генә тамашасы йөрөй. Шундай театрҙы ғына халыҡ ярата. Туймазы театрын урындағы халыҡ усында йөрөтә тиһәк, һис тә артыҡ булмаҫ. Быны беҙ, Туймазыға барған һәр кем, үҙ күҙебеҙ менән күрҙек, үҙ ҡолағыбыҙ менән ишеттек. Шуға ла бит спектакль аҙағында Туймазы районы хакимиәте башлығы, сәхнәгә сығып, коллективты уңышлы спектакль менән ҡотланы һәм реквизит цехында эшләүсе белгескә фатир бүләк итте.
Спектаклде музыкаль яҡтан биҙәүсе билдәле композитор Ришат Сәғитовтың был ижад емеше бик үҙенсәлекле. Ғәҙәттә, геройҙарҙың күңел кисерешен музыка ярҙамында көсәйтеүгә күнегеп бөткәнбеҙ. Ә был спектаклдә алғы планға барабан сыға. Иң көсөргәнешле осорҙа барабан тауышы тынлыҡты яра, һәм был образдарҙың күңел кисерешен, тойғоһон, эпизодтың хис кимәлен бик урынлы һәм көслө итеп асып ебәрә.
Рәссам Булат Ибраһимовтың сценографияһы актерҙарға ҡамасауламай, киреһенсә, ҡолас йәйеп уйнарға, уларҙың тойғоларын һәм акробатик һәләттәрен асыуға ныҡ ярҙам итә. Сценографияның иң отошло яғы ошо. Әлбиттә, унда әҫәрҙең идеяһын байытыусы символ бар, костюмдар ауыр һәм ҡатмарлы түгел, уйнау өсөн уңайлы, шул уҡ ваҡытта урта быуатҡа хас һыҙаттар менән һуғарылған.
Туймазы театры Шекспирҙың “Тиҫкәрегә – ауыҙлыҡ” тигән пьесаһы буйынса ҡуйған спектакле менән яңы уңышҡа ҡаҙанды тип әйтергә була. Үҙ тарихына тағы ла бер данлыҡлы бит яҙҙы улар. Киләсәктә лә был коллективтан, уның һәләтле актерҙарынан, режиссерынан һәм директорынан талантлы яңы спектаклдәр көтәбеҙ.