“Евровидение” конкурсын белмәгән кеше юҡтыр. Ул хатта сәйерлеге менән дә аптыратып ҡуя. Мәҫәлән, былтыр еңеү яулаған Кончита Вурст кеүек һаҡаллы “ҡатын”ды данлауҙарына иҫең китерлек. Ә бына ата-бабаларҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына тоғролоҡ һаҡлаған, әхлаҡ һәм әҙәп төшөнсәләрен өҫтөн ҡуйған төрки халыҡтарҙың йырсылары ундай конкурстарға бик эләгә һалып бармай. Шуныһы һөйөнөслө: хәҙер төрки халыҡтарҙың донъяны шаулатҡан үҙ бәйгеһе гөрләй. Ул “Төрквижн” тип атала.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙҙең иғтибарға ошо конкурсты ойоштороусыларҙың береһе – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, “Туған тел” телеканалының баш мөхәррире Айгөл ӘХМӘҘИЕВА менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. – Айгөл Уйылдан ҡыҙы, гәзит уҡыусыларға аңлайышлыраҡ булһын өсөн, башта “Төрквижн”дың нимә аңлатыуы һәм барлыҡҡа килеү тарихы тураһында мәғлүмәт бирегеҙ әле.
– 2010 йылда Өфөлә үткән форумда Төркиәнән, Азербайжандан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Ҡырымдан килгән ҡунаҡтар менән “Евровидение” тураһында һөйләшеп ултырҙыҡ та, беҙҙең төрки халыҡтар ни өсөн ул бәйгелә ҡатнаша алмай икән тигән һорауға килеп төртөлдөк. Һөйләшә торғас, шундай һығымта яһаныҡ: төрки халыҡтарҙың “Евровидение” кеүек конкурсын булдырырға кәрәк. Ниһайәт, 2013 йылда “ТӨРКСОЙ” ойошмаһы үҙ ҡанаты аҫтына алып, “Төрквижн” конкурсын иғлан итте. Беренсе бәйге Төркиәнең Иҫкешәһәр ҡалаһында үтте, унда 24 ил вәкилдәре ҡатнашты. Шулай барлыҡҡа килде был конкурс. Ябай ғына итеп әйткәндә, “Төрквижн” – төрки халыҡтарҙың “Евровидение”һы. Нимә генә тиһәк тә, төркиҙәрҙең “Евровидение”ға эләгеү мөмкинлеге сикләнгән. “Төрквижн” иһә донъя кимәленә сығыу өсөн уларға киң юл аса. Йәштәргә үҫергә кәрәк, ә үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап уңышҡа өлгәшеү мөмкин түгел. Башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәте менән танышыу – үҙе ҙур мәктәп бит ул. Элек 24 илдән ҡатнашһалар, быйыл унан да күберәк буласаҡ. Былтыр, мәҫәлән, Ҡазанда гөрләп үтте был конкурс. Унда Башҡортостандан “Заман” төркөмө ҡатнашты. Солисы Әлфиә Ниғмәтуллина ине, ул әле Мәскәүҙә консерваторияла уҡып йөрөй. Улар 26 ил араһында өсөнсө урынды алып ҡайтты. Быйылғы “Төрквижн” Истанбул ҡалаһында үтәсәк.
– Һәр башланғыстың ғүмере киләсәк быуынға бәйле. Был бәйгелә өлкәндәр генә ҡатнашамы?
– Быйыл мин Әлиә Нурсолтан ҡыҙы Назарбаеваның саҡырыуы буйынса Алматыла булып ҡайттым. Унда “Бала-Төрквижн” конкурсы асылды. Быйыл беренсе тапҡыр өлкәндәр менән йәнәш балалар ҙа үҙҙәренең бәйгеһендә ҡатнашасаҡ.
– Октябрҙә республика һайлап алыу конкурсы нисек булды?
– Башҡортостандың төрлө төбәгенән бәйгелә ҡатнашырға теләк белдерҙеләр. 50-гә яҡын бала араһынан һигеҙе һайлап алыу турын үтте. Күп кенә райондарҙан етди әҙерләнеп килгәндәр. Яңауыл, Әлшәй райондары, Дүртөйлө ҡалаһы вәкилдәре һоҡландырҙы. Рәхмәт уларға!
Ә бына йәштәрҙе йәлеп итеүе ауырыраҡ, сөнки күптәре фонограмма менән йырлап өйрәнгән, ә конкурстың төп талабы – фонограммаһыҙ башҡарыу. Шуға ла бындай ҙур бәйгелә ҡатнашырға йөрьәт итмәйҙәр. Заманында Радик Гәрәев, Вахит Хызыровтарҙың Гран-при яулағаны булды. Элек беҙҙең мәктәп көслөрәк ине. Хәҙер йәштәрҙе конкурсҡа йәлеп итер өсөн улар менән етди шөғөлләнергә кәрәк.
– Кемдәргә өмөт бағлайһығыҙ?
– Быйылғы һайлап алыу турында “Әс-сәләм” төркөмө егеттәре менән Зилиә Бәхтиева, “Тамыр” студияһынан Гәлсәр Байғусҡарова еңде. Әлбиттә, бәйгелә ҡатнаштың да үттең, тип уйларға ярамай. Мәҫәлән, Зилиә һайлап алыу турында өсөнсө тапҡыр көсөн һынаны.
Алла бирһә, 15 декабрҙә “Бала-Төрквижн” булһа, 17 – 19 декабрҙә “Төрквижн” үтәсәк. Бәйгене “Туған тел” телеканалында тура эфирҙа ҡарай аласаҡһығыҙ. Донъя кимәленә сығыр өсөн талант ҡына етмәй, күп көс түгергә, үҙ өҫтөңдә ҡат-ҡат эшләргә тейешһең.
– Конкурста тик профессиональ йырсылар ғына ҡатнашамы?
– Конкурстың талаптары буйынса, моңо булған теләгән кеше ҡатнаша ала. Ләкин, баһалама ағзаһы булараҡ әйтәм, һәр ил унда профессиональ йырсыларын ебәрә, әлбиттә. Конкурстың положениеһында әйтелмәһә лә, мин уны профессионалдар бәйгеһе тип атар инем.
– Бәйгеселәрҙең йәше сикләнәме?
– 8-ҙән 14 йәшкә тиклем балалар ҡатнаша ала, 16-нан өлкәндәрҙең йәше сикләнмәй.
– Яңыраҡ “Төрквижн” эштәре менән Мәскәүҙә йөрөп ҡайттығыҙ. Ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?
– Мәскәүҙә бик күп төрки халыҡ йәшәй. Унда ла беҙ һайлап алыу турын ойошторҙоҡ. Башҡортостан ҡыҙы Зөлхизә Илбәкова еңеп сыҡты, ул Төркиәлә Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡ. Балаларҙан Ангелина Ғафароваға уңыш йылмайҙы. Ул да Башҡортостандан, Рәсәйҙә үткәрелгән күп кенә конкурстарҙың лауреаты.
– Сер булмаһа, еңеүселәрҙе ниндәй бүләктәр көтә?
– Бүләктәр арыу ғына. Беренсе урынға – 20, икенсегә – 15, өсөнсө баҫҡысты биләүсегә 7 мең доллар.
Әлбиттә, бәйге көсөргәнешле буласаҡ, сөнки Ҡаҙағстан, Азербайжан, Төркмәнстан, Балҡан илдәре, Босния һәм Герцеговина мәктәптәре бик көслө. Быйыл хатта Германиянан, Белоруссиянан, Украинанан һәм башҡа илдәрҙән буласаҡтар.
– Маҡсатһыҙ эш башҡарылмай. “Төрквижн” ниндәй маҡсат ҡуя?
– Конкурстың төп бурысы – мәҙәниәт, сәнғәт аша төрки халыҡтарҙы берләштереү, дуҫлыҡты нығытыу. Йыр-моңдан да ҡеүәтлерәк илсе юҡ!
Салауат ӘБҮЗӘРОВ
әңгәмәләште.